Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
15 Февраль 2020, 13:00

Геройҙар тураһында хикәйәләр

15 февраль – Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнөӨфө балалар филармонияһында “Геройҙар хәҡиҡәте” проектына ярашлы уҙғарылған “Эргәңдә йәшәгән герой хаҡында һөйлә” республика иншалар конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы булды. Бөтә республиканан конкурсҡа меңдән ашыу уҡыусы геройҙар тураһында инша тәҡдим итте. Еңеүселәр иҫәбенә беҙҙең мәсетлеләр ҙә инде. Улар: 1-се лицейҙың унынсы класс уҡыусыһы Ксения Сәлихова (етәксеһе – Н. Ярушина), Оло Аҡа мәктәбенең һигеҙенсе класс уҡыусыһы Эльвина Хәсәнова (А. Рамазанова) һәм Йонос мәктәбенән унынсы класс уҡыусыһы Айзилә Вәхитова (Г. Мөнирова). Уларҙың барыһы ла еңеүсе миҙалдары менән бүләкләнде. Ксения Сәлихованың иншаһы БР Мәғариф һәм фән министрлығының еңеүсе кубогы менән билдәләнде. Уның етәксеһе Нина Ярушина БР Мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәтен алды.Рәсәйҙә Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө менән бәйле гәзит биттәрендә еңеүселәрҙең иншаларынан өҙөктәр баҫтырабыҙ:

“… Афғанстан, Чечня… Был хәҙерге заман һуғыштары ауылыбыҙ егеттәре һәм ирҙәре яҙмыштарына үҙ эҙен һалған.
Яугир-афғансылар өсөн һуғыш – ул, әлбиттә, ауыр һынау. Уның тураһындағы хәтирә әле яңы ғына. Иң йәш ауылдаштарыбыҙ чечен һуғышында ҡатнашыусы булды. Ғәҙелме ул һуғыш, түгелме, бында һәр ваҡыт батырлыҡҡа урын бар.
Ежов Владимир, минең күрше, Түбәнге Бобин ауылы егете. Ундайҙар күп. Ул үҙенең йәштәштәренән бер ни менән дә айырылмай. Алыҫ мең туғыҙ йөҙ һик-һән беренсе йылда тыу-ған. Мин ул саҡта әле донъяла ла булмағанмын. Әле мин уҡып йөрөгән мәктәпте тамамлаған. Шул уҡ мәктәп коридорҙары, шул уҡ парталар, хатта уҡытыусылар ҙа шул уҡ. Әллә ни уҡырға теләге лә булмаған, әйтеүҙәренә ҡарағанда, аҡылы-һәләте менән дә айырылып тормаған. Туғыҙ класс тамамлаған. Йәйҙәрен Ленин исемендәге тыуған колхозында хеҙмәт иткән. Айырыуса аттар яратҡан, шуға атаһы менән бергә һыбай йөрөп көтөү көткән. Ғаиләләрендә лә ат тотҡандар улар, уны Володя ҡараған.
Ваҡыт еткәс Владимирҙы Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафына алалар. Буласаҡ һалдатты оҙатырға ҙур ғаилә йыйыла. Атаһы менән әсәһенең ул иң һуңғыһы, иң яратҡан балалары була. Ул! Өлкән балалары – ҡыҙҙар, Елена һәм Татьяна. Әсәһенә улын ебәреүе бик ауыр була, ләкин ни эшләйһең. Башта Владимир Мәскәү янында хеҙмәт итә. Йәш яугир курсын үтә. Хеҙмәткә күнегә. Иптәштәре менән ул төшкө ашын ғына түгел, ә армияның бөтә ауырлығын бүлешә. Яугир туғанлығы бик ныҡлы була, командирҙар һәр ваҡыт һалдаттарға: “Бында шәхси проблемалар юҡ, был бөтәбеҙҙең дә проблемаһы”, – тип өйрәтә. Өйгә хаттар яҙа, әммә һирәк. Ә ниндәй түҙемһеҙлек менән көтөп ала улынан бәләкәй генә хәбәрҙе лә әсәһе Лидия Николаевна. Оҙаҡ көткән хатты алыу ниндәй шатлыҡ була уның өсөн! Лидия Николаевна минең өләсәйемә килеп шатлығы менән уртаҡлаша, бергә улар илашып та, ул-был хаҡта ләстит һатып та алалар ине.
Ләкин хаттар һирәгерәк килә башлай. Баҡтиһәң, Володяны Төньяҡ Кавказға ебәргәндәр икән. Һуғышҡа! Был хаҡтағы хәбәрҙе ғаилә ауыр ҡабул итә. Владимир-ҙың хаттарынан: “Һуғышта башта мин кемделер үлтерергә мөмкин икәнлегенә ышанманым, ә һуңынан һуғыш ысын булып сыҡты. Мин кешеләрҙең нисек һәләк булыуын күрҙем: кемдер атышҡа эләгә, икенселәр миналарҙа һәм гранаталарҙа шартлай”. Тағы ла: “Әсәй, шул тиклем өйҙө һағындым. Иҫән ҡайтҡым килә”. Әсә йөрәге өҙгөләнә һәм бушҡа түгел.
Володя разведкала хеҙмәт итә. Тыуған илдән алыҫта, Төньяҡ Кавказ тауҙарында. Ике меңенсе йылдың бишенсе мартында кесе сержант Ежов командованиенан задание ала. Һуғышта бойороҡтарҙы тикшермәйҙәр. Хеҙмәттәштәре һөйләүенсә, Владимирҙың отряды бер нисә яугирҙан тора. Улар тау буйлап китеп бара. Ҡапыл уларҙың ҡаршыһына шундай уҡ формалар кейгән егерме кешенән торған отряд килеп сыға. Һалдаттар бер-береһен сәләмләй. Ләкин яугирҙар араһындағы ара яҡынай-ғас, Владимирҙың отрядына ҡарата ут асыла. Нисек? Үҙебеҙҙекеләргә үҙебеҙҙекеләрме?! Уйлап тормай, Володя хеҙмәттәше Михинды таштар артына төртөп төшөрөргә өлгөрә һәм уға ярҙам килтерергә бойора. Үҙе яуҙы ҡабул итә. Беренсе, ҡыҫҡа, һуңғы! Үтә лә тиң булмай шул көстәр, һәм, ярҙам килгәндә, Володя булмай инде. Бына шулай һәләк була яҡташым, күршем Ежов Владимир Вячеславович.
Ватаныбыҙ уның батырлығын онотмай. Үлгәндән һуң Владимир Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнә. Ә ғаиләһе? Йөрәк яраһы менән йәшәй улын юғалтҡан әсә. Атаһы ла юҡ инде, йөрәге түҙмәгән.
Беҙҙең өсөн Владимир – герой. Ул был хаҡта хыялланмаған, ул иптәштәрен ҡотҡарып герой булған. Бер генә секундҡа ла уйланып тормай ғүмерен биргән йәнәшебеҙҙә йәшәгән герой. Беҙҙең мәктәп яҡташын хәтерләй. Мемориаль таҡта мәктәп стенаһында эленеп тора. Класс сәғәттәрендә беҙ һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашыусылар менән осрашабыҙ, Владимир Ежовты ла онотмайбыҙ” (Кирилл Рамазанов).
“Үҙемдең иншамда мин герой тип иҫәпләгән атайым Вәхитов Азамат Миндебай улы тураһында һөйләргә теләйем. Ул тыныс ваҡытта Тимерәк ауылында тыуған.
Минең атайым Йонос урта мәктәбендә уҡыған. Йәштәштәренән айырылып тормаған, ләкин һәр ир-егет кеүек үк, уға ла Ватанына бурысын бирергә кәрәк була. Өфө ҡалаһындағы һөнәри-техник училищены тамамлағандан һуң, уға армияға повестка килә. Шулай итеп, 1987 йылдың 9 майында уны өс иптәше менән тантаналы рәүештә СССР Ҡораллы Көстәре сафына бөтә ауыл менән оҙатып ҡалалар. Уҡыуҙы Төркмәнстандың Кушка ҡалаһында үтә, оператор-тоҫҡаусыға өйрәтәләр. Өйрәнеү ваҡытында йәш һалдаттарға уларҙың батальонын Афғанстанға ебәреү өсөн әҙерләүҙәре хаҡында әйтәләр. 1987 йылдың ноябрендә ул яугир-интернационалист, “шурави ” (рус һалдаты) булып китә. Хеҙмәтте үҙйөрөшлө артиллерия ҡулайламаһында үтә. Баграм, Хайратон, Джабаль-Уссарадж ҡалаларында, Панджер тарлауығындағы һуғыш операцияларында ҡатнаша. “Иң ҡаты һуғыштар Рух ҡышлағы янында булды, – тип иҫенә төшөрә атайым. – Иптәштәремдең һәләк булыуын күреү бик ауыр булды”. Уның яуҙаш иптәштәре төрлө милләт егеттәре: рустар, украиндар, молдавандар, латыштар, үзбәктәр, тажиктар, грузиндар була.
1989 йылдың 13 февралендә уларҙың батальоны 40-сы армия составында Афғанстандан сыға. Атайым хеҙмәтен Үзбәк-стандың Термез ҡалаһында тамамлай. “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, “Яугир-интернационалисҡа рәхмәтле афған халҡынан”, “СССР Ҡораллы Көстәренә 70 йыл”, “Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 20 йыл”, “Афғанстанда һуғыш хәрәкәттәренең тамамланыуының 25 йыллығы иҫтәлегенә”, “Афғанстанда 40-сы армияның бурыстарын үтәүҙе тамамлауына 30 йыл” миҙалдары, “Яугир-интернационалист” знагы, СССР Юғары Советы Президиумы грамотаһы, СССР оборона министрының ҡул сәғәте менән бүләкләнгән.
Беҙҙең хәҙер, ҡиммәттәр үҙгәргән заманда, геройҙар тураһында һөйләүҙән бөтөнләй туҡтанылар. Әммә минең өсөн атайым һәр ваҡыт ысын герой буласаҡ! Һуғыш ордендарының төҫө уңыр, балалары, ейәндәре үҫеп етер… Ләкин ул һуғыш Афғанды үткән егеттәр хәтерендә мәңгелеккә ҡаласаҡ. Намыҫ менән һуғышты, ауыр яугир хеҙмәте үткән атайымдың хәрби даны менән мин ғорурланам…” (Айзилә Вәхитова).
“… Минең ағайым – Оло Аҡа мәктәбен тамамлаған Хәсәнов Алишер Исмоил улы тураһында һөйләгем килә. Ул 1990 йылдың 10 ғинуарында Үзбәкстан Республикаһының Джизак ҡалаһында тыуған. 1996 йылда Г. Гулям исемендәге 17-се мәктәптең беренсе класына уҡырға барған. 2003 йылда Алишерҙың ғаиләһе йәшәргә әсәһенең тыуған яғына – Оло Аҡа ауылына ҡайта, бында ул урындағы мәктәптә уҡыуын дауам итә. Ул тик “яҡшы” һәм “отлично”ға уҡый, үҙен бик тырыш, яуаплы, намыҫлы уҡыусы итеп күрһәтә. Күп кенә олимпиадалар һәм һәр төрлө конкурстар еңеүсеһе һәм призеры була. Мәктәп уҡытыусылары, Алишер бик әүҙем, аралашыу-сан, тәртипле ине, мәктәп эштәрен башлап йөрөүсе булды, тип иҫкә төшөрә. Бала саҡтан спорт менән шөғөлләнгән, физкультура һәм тормош именлеге нигеҙҙәре дәрестәрен яратҡан. Малай үҫә һәм ҙурая, тирә-яҡта эпоха үҙгәрә. Йәштәштәре аҡса йәки карьера эшләргә ынтыла, ә Алишер хәрби карьера тураһында хыяллана, Ватанды һаҡларға теләй. Уның хыялы тормошҡа аша, 2008 йылда мәктәпте тамамлағас, Алишер Екатеринбург юғары артиллерия команда училищеһына (хәрби институт) уҡырға инә. Етди физик йөкләнеш, тренировкалар егетте ҡурҡытмай. Командирҙар шунда уҡ Алишерға иғтибар итә – үҙ һүҙле, ихтыярлы, ысын көрәшсе!
2011 йылда ул Санкт-Петербург ҡалаһының Михайловск хәрби артиллерия училищеһына күсерелә һәм шунда уҡыуын дауам итә. Уҡыған осорҙа уҡ Алишер үҙен ысын профессионал, оҫта һәм тотанаҡлы итеп күрһәтә.
2013 йылда Алишер “Тыныс тормошта һәм һуғыш ваҡытында артиллерия подразделениелары менән идара итеү” специальносе буйынса Михайловск хәрби артиллерия училищеһын лейтенант званиеһында уңышлы тамамлап, 59361-се ғәскәри частың гаубица артиллерия взводы командиры вазифаһына тәғәйенләнә.
Йәш булыуына ҡарамаҫтан, Алишер карьера баҫҡысы буйлап тиҙ үрләй, сөнки ул һәр ваҡыт үҙенә лә, ҡул аҫтындағыларына ла талапсан, тәүәккәл, яуаплы була, ауыр хәл-шарттарҙа бик тиҙ йүнәлеш ала белә, хәрби бурыстарҙы үтәгән ваҡытта бер нисә тапҡыр ҡаһарманлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәтә. Тыуған ил уның хеҙмәттәрен юғары баһалай.
2015 йылда Алишерға сираттағы – өлкән лейтенант званиеһы бирелә, шул уҡ йылда һуғыш заданиеһын үтәгән өсөн “Батырлыҡ өсөн” миҙалы, 2017 йылда Суворов һәм “Намыҫ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалдары менән наградлана.
2018 йылда А. Хәсәнов реактив артиллерия батареяһы командиры итеп тәғәйенләнә һәм сираттағы хәрби исемде – капитан званиеһы ала. Киләһе йылына уҡ Жуков миҙалы менән бүләкләнә. Бөтә ошо юғары дәүләт наградаларын Алишер Хәсәнов күрше дәүләттәр территория-һында махсус заданиелар үтәгән өсөн алған. Ошо ҡоро юлдар артында Сириялағы һуғыш хәрәкәттәренең ҡот осҡос хәлдәре ята.
Рәсәйҙең Сириялағы һуғыш операцияһы ике йыл тиерлек дауам итте һәм Ғәрәп Республикаһы территорияһында террористарҙы тулыһынса юҡ итеү менән тамамланды, тиергә мөмкин.
Алишер һуғыштың иң ҡыҙыу барған ерендә һуғыша – ул хеҙмәттәштәре менән бөтә донъяға билдәле мәҙәни байлыҡ – Пальмираны азат итә.
Алишерҙың үҙе һөйләүенсә, Рәсәй хәрбиҙәренең операцияһы ваҡытында боевиктар бер нисә тапҡыр кинәттән һөжүм итә. Террорсылар уларға “Град” ҡоролмаларынан, пушкаларҙан, минометтарҙан һәм хатта танкыларҙан ата. Һөжүм итеүселәр һәр ваҡыт бик күп була. Уларҙың барыһы ла яҡшы ҡоралланған. Рәсәй хәрби хеҙмәткәрҙәре оборонаны ныҡлы тота һәм стратегик мөһим бейеклектәргә эйә булыуын һаҡлап ҡала. А. Хәсәнов, реактив артиллерия батареяһы командиры булараҡ, әлеге бурыстарҙы үтәү өсөн яуаплы була. Ул дуҫтарының үлемен, улар күр- һәткән ҡаһарманлыҡты һәм батырлыҡты үҙ күҙҙәре менән күрә. иң юғары дәүләт наградаларына улар юҡҡа ғына тәҡдим ителмәгән!
Кемдең йөрәгендә Ватанына, яҡындарына һөйөү йәшәй, шул герой була ала, тип уйлайым. Беҙ, хәҙерге заман быуыны, республикабыҙҙың илебеҙгә беҙ тиңләшергә мөмкин булған кешеләр биреүе менән ғорурланырға тейеш. Шуларҙың иҫәбендә – әле лә 59361-се ғәскәри часта хеҙмәтен дауам итеүсе капитан Хәсәнов Алишер Исмоил улы” (Эльвина Хәсәнова).
“Күптән түгел, ҡағыҙҙарҙы йыйыштырғанда мин ҡыҙыл таҫма менән бөхтә генә итеп бәйләнгән хаттар һәм фотографиялар ятҡан пакетҡа тап булдым. Фотоһүрәттәрҙең береһен иғтибар менән ҡарайым. Унда минән саҡ ҡына олораҡ һөйкөмлө егет, уның ҡыҙыҡһыныусан, иғтибарлы ҡуңыр күҙҙәре әйтерһең дә миңә әлегә аңлау бирелмәгән нимәнелер белеүен һөйләй. Һораулы күҙҙәрем менән өләсәйемә төбәләм.
– Ә был, ҡыҙым, минең улым Роберт, атайыңдың энеһе, – ти һағышлы тауышы менән өләсәйем. Мин уның эйәге дерелдәүен, күҙҙәрен ҡулдары менән ҡаплап илауын күрәм. Ҡытыршыланып бөткән ҡулдары менән фотоларҙы һаҡсыл ғына берәмләп ала һәм һыйпай.
Бына ул үҙенең йәштәштәре араһында, фотоға ҡарағанда, был һуңғы ҡыңғырау, быныһы – уҡыу часы, Пермь, ә быныһы инде Шали, Төньяҡ Кавказ. Мин өләсәйемдең Роберт ағайым тураһында һөйләүен үтенәм, минең уның тураһында барыһын да белгем килә.
– Хәҙер уға 37 йәш булыр ине. Армияға теләп китте, гел яҡшы хаттар яҙҙы. Бәлки беҙ бында уның өсөн борсолмаһын тип шулай эшләгәндер. Ғаиләбеҙҙе, дуҫтарын бик һағынды.
Чечняла хеҙмәт иткән ваҡытында Роберттан килгән хаттар аҙ һаҡланған, йыш та яҙмаған инде, үҙенә лә һирәгерәк яҙыу-ҙарын үтенгән. Хәҙер өләсәйем улының ҡыҙыу нөктәлә хеҙмәт итеүен белдергеһе килмәгәнен белә.
Тағы ла бер хатты, һуңғыһын уҡыйым…
“Һаумы, Өлфәт ағай! Барыһынан да элек, был хатты үҙең генә уҡыуыңды теләйем. Хатта ни яҙылғанын берәү ҙә, бигерәк тә әсәйем белергә тейеш түгел. Беҙ 5 ноябрҙә Шалиға китәбеҙ,16-сы отрядты алмаштырабыҙ, үҙебеҙ генә 9 ай торасаҡбыҙ, офицерҙар 16-сы отрядты ныҡ ҡыр-ғандар, юғалтыуҙар күп, тиҙәр. Баш тартыу тураһында рапорт яҙмаясаҡмын. Үтенеп һорайым һинән, әсәйемде һаҡла, ә иң мөһиме, ул минең ҡайҙа икәнде белергә тейеш түгел. Әсәйемә мин ете хат яҙып ҡуй-ғанмын инде, улар конвертҡа һалынған, барыһын да кәрәгенсә эшләнем. Уларҙы часта ҡалған дуҫым ай һайын ебәреп торасаҡ”.
Ҡайһылай ҡурҡыныс, ул инде тере булмай, ә хаттар килеп тора… Уға ярты йыл хеҙмәт итергә ҡалған була, ул 2004 йылдың 19 февралендә һәләк була, күкрәгенә аталар. Кәүҙәһен мартта ғына алып ҡайтып еткерәләр.
Минең ағайым булған һуғыштың әлегә тарихы юҡ. Ул яҙылмаған. Ләкин ул һуғыштың шаһиттары бар, сөнки Төньяҡ Кавказда террористик операцияла ҡатнашҡандар иҫән…
Мин бөтөнләй бәләкәй бала кеүек битем менән өләсәйемдең битенә һарылып, ишетелер-ишетелмәҫ кенә итеп: “Ул, өләсәй, минең геройым!” – тип шыбырлайым. Ни өсөн мин шулай иҫәпләйемме? Барыһын да аңлатырға була. Ул ҡаһарман кеше, Ватан алдындағы бурысын ахырынаса үтәгән һалдат булған. Батырлығы рәсми раҫланмаһа ла, награда бирелмәһә лә, ошондай ваҡиғаларҙа ҡатнашҡандар-ҙың барыһы ла ихтирамға һәм һоҡланыуға лайыҡ” (Ксения Сәлихова).