Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
10 Ғинуар 2020, 17:00

Тыуған яҡты өйрәнеүсе булып ҡалды

Педагогик хеҙмәт ветераны Марат Ғафаровтың хаты һоҡланғыс уҡытыусы Нина Карповаға арналған.

“Нина Александровнаның сит тел уҡытыусыһы, филолог булараҡ белемле, киң эрудициялы булыуы, тарихты яҡшы белеүе уны ысын педагог итеп танылыуға килтерҙе. Ул үҙ һөнәрен яратты, эшенә мөкиббән бирелде. Хаҡлы ялға сыҡҡас та 15 йыл дауамында хеҙмәтен дауам итте.
Нина Александровна менән тиҫтәләгән йылдар аралашып эшләү бәхете тейҙе. Миңә, мәғарифта методика кабинеты мөдире булараҡ, тарих, тыуған яҡты өйрәнеү эше менән шөғөлләнеү һәм район мәктәптәрендә музейҙар булдырыу эше йөкмәтелгәйне. Был йәһәттән 1-се Оло Ыҡтамаҡ мәктәбе музейы директоры Н. А. Карпова эшмәкәрлеген баһаламау мөмкин түгел. Ул саҡта районда Дыуан-Мәсетле менән Оло Ыҡтамаҡ мәктәптәрендә генә музейҙар заман талабына яуап бирҙе, ә ҡалған мәктәптәрҙә музей мөйөштәре, материалдар туплайҙар ғына ине. Үҙгәртеп ҡороу заманы етеү менән демократия шарттары крайҙы өйрәнеүгә юл асты. Мәктәптәрҙә “Тормош һабаҡтары” дәрестәрен уҡытыу башланды, уҡытыусыларға район тарихы буйынса материалдар етмәй ине. Шуға ла 2000 йылға тиклем район мәктәптәрендә музейҙар булдырыу маҡсаты ҡуйылды. Был эште тормошҡа ашырыуҙа Нина Александровнаның бай тәжрибәһе йәштәргә, бигерәк тә музей булдырыуҙағы кәңәштәре, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, йәштәр менән эшләү буйынса методик кәңәштәре файҙалы булды. Мәктәп музейында асыҡ семинарҙар уҙғарылды, материал туплау эше алымдары өйрәнелде.
Бөгөн музейҙар үҙ эштәрен әүҙем алып бара. Районыбыҙҙың һәр музейы – тыуған яҡты өйрәнеү өсөн сығанаҡ, туристарҙы йәлеп итеү урыны. Нина Карпованы беҙ ҡиммәтле материалдар йыйыусы һәм ойоштороусы булараҡ беләбеҙ. Бында Нина Александровнаның хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Бөгөн район үҙәгендәге мәктәп музейы иң бай музей булып һанала.
2021 йылда Оло Ыҡтамаҡ лицейы музейы 40 йыллығын билдәләйәсәк. Шуға күрә унда музей директор-ҙары Н. Д. Филиппова менән Н. А. Карповаға арналған стенд булыуы мотлаҡ. Мәғарифҡа 40 йылдан ашыу ғүмерҙәрен бағышлаған был шәхестәр ундай оло хөрмәткә лайыҡ.
Нина Александровна тормош иптәше Вәсил ағай менән ике улдарын гражданлыҡ һәм патриотик рухта тәрбиәләп үҫтерҙеләр, улдарының береһе – хәрби, икенсеһе – табиб”.