Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
27 Ноябрь 2019, 16:00

Минең менән һөйләш әле, әсәй…

Ноябрҙә календарь буйынса Әсә көнө билдәләнә. Был көндө балалар үҙҙәренең әсәләрен ҡотлай, уларға бүләктәр бирә, ә өлкәндәр ҙур сәхнәнән тороп шиғырҙарын һәм йырҙарын юллай. Әсәйебеҙ Кетова Анна Прокопьевнаның быйыл юбилейы – 95 йәше булыр ине… Ләкин ул был көнгә тиклем йәшәй алманы.

Минең әсәйем менән һөйләшкем, бала сағыбыҙҙың сағыу мәлдәрен иҫкә төшөргөм, үҙемдең әсәйем тураһында һөйләгем килеп китте.

Минең алдымда, ҡәҙерле әсәйем, һинең фотоһүрәтең. Бында һин йәш, матур күлдәгеңде кейгәнһең. Беҙҙең, шулай уҡ һин уҡытҡандарҙың, һинең менән бергә кластан класҡа күскәндәрҙең, үҙенең беренсе уҡытыусыһы булараҡ бөгөн дә һине хәтерләгән- дәрҙең иҫендә шундай булып ҡалдың да.

Июль айында һин беҙҙе, ике игеҙәк ҡыҙ – Галя менән Валяны донъяға килтергәнһең дә, ә сентябрҙә инде мәктәпкә эшкә лә сыҡҡанһың. Барыһы ла яҡшы булыр ине лә бит, тик ул саҡта аръяҡта йәшәүебеҙҙе иҫеңә төшөр әле, әсәй. Унан мәктәпкә тиклем яҡынса 2-2,5 км ара. Ярай ҙа тышта йылы һәм ҡоро булһа. Ә ҡыштарын бит ҡар һалып ҡуя, ә 30 градуслы һыуыҡтар йәки яҙғы ташҡындар мәлендә, көҙгө быҫҡаҡ ямғырҙар һәм бысраҡтарҙа?

Атайыбыҙ МТС-та тракторсы булды. Был – ҡыш Оло Ыҡтамаҡ ауылында ремонт, яҙын, йәйен һәм көҙөн район ауылдарында миҙгелле эштәр тигәнде аңлата. Шуға күрә өйҙә һирәк була торғайны. Ярай әле атайыбыҙҙың әсәһе – Татьяна Егоровна беҙҙең менән йәшәне, ата-әсәйебеҙгә беҙҙе аяҡҡа баҫтырырға ул ярҙам итте лә инде.

Һеҙ атайым менән беҙҙе үҙ аллы итеп үҫтерҙегеҙ. Беҙ һыйырҙы көтөүҙән ҡаршы алыу ғына түгел, ә уны һауып, мал-тыуар, ҡош-ҡортто ашатырға ла белә инек. Ул ғына ла түгел, хатта ҡамырға әсетке ҡуйырға, сигергә, ойоҡ-бейәләй бәйләргә өйрәндек. Әсәй, һин шундай тәртип бул-дырғайның: ҡайһы бер эштәрҙе бөтә ғаилә менән башҡарыу. Мәҫәлән, һарыҡ өҫтө алыу, кәбеҫтә тоҙлау, йөн таҙартыу, билмән эшләү.

Һин башланғыс кластар уҡытыу-сыһы инең. Бына беҙ ҙә һинең юлыңдан киттек. 15 йәштә Красноуфимск педучилищеһына уҡырға индек. Ә һин эшләгән мәктәпкә практика үтергә ҡайтҡас, һин: “Валя, иртәгә мин һинең дәрестәреңә барам”, – тип әйттең. Ул саҡта мин төн буйы “әсәйем миңә ниндәй баһа бирер икән?” тип уйланым. Ә һин: “Миңә оҡшаны,” – тинең. Ул минең өсөн иң юғары маҡтау һүҙе – тормошҡа путевка ине. Свердловск пединститутынан һуң беҙ Галя менән математика уҡытыусылары булып киттек.

Мин иртә кейәүгә сыҡтым. Вузда уҡыған ваҡытта беҙҙең улыбыҙ тыуҙы. Бары тик һинең, шулай уҡ ҡәйнәм һәм иремдең өләсәһе ярҙамы менән генә мин академик отпуск алманым. Игеҙәгем Галочкаға ла рәхмәт, ауыр мәлдәрҙә ул миңә терәк булды, ярҙам итте.

Ғүмереңдең һуңғы йылында бик ҡаты ауырының. Шуға ҡарамаҫтан, беҙ атайыбыҙ менән картуф ҡаҙған ергә сығып, һин беҙҙең менән бергә уҙғарған һуңғы сәғәттәреңдең ҡәҙерен белдең. Ваҡытыңдың әҙ ҡалыуын белә инең. Ғүмереңдең ахырынаса һин яратҡан әсәй, хәстәрлекле ҡатын һәм өләсәй булдың. 1979 йылдың ноябрендә һин һулыш алыуҙан туҡтаның…

Башта мин һине бик ныҡ юҡһындым. Йылы хәтирәләрҙе генә ҡалдырып, ваҡыт әкрен генә күңел әрнеүен юйҙы. Әсәй – һин беҙҙе һаҡлар һәм ауыр мәлдәрҙә ярҙам итер өсөн беҙгә Хоҙай Тәғәлә тарафынан ебәрелгән фәрештә, һәм беҙ шуны тоябыҙ. Барыһы өсөн дә рәхмәт, әсәй.

Ҡыҙҙары, ейәндәре, бүләләре исеменән ҡыҙы Валя.