Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
27 Ноябрь 2019, 14:00

Мәңгегә йөрәктәрҙә ҡалған…

Йонос ауылы мәктәбендә РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Йәүһәрә Ҡазыеваның хәтер кисәһе булды.

Йәүһәрә Санбаш ҡыҙы – бар булмышы менән яратҡан эшенә көсөн, ваҡытын һәм энергияһын биргән ысын уҡытыусы.

Ул Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте, К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған. Балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә һәм Әбдрәхим, Дыуан-Мәсетле, Ләмәҙтамаҡ мәктәптәрендә завуч була. 1961 – 1986 йылдарҙа Йонос мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Уның инициативаһы менән 1984 йылда мәктәптә тыуған яҡты өйрәнеү музейы асыла.

“В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн”, “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 50 йыллығы”, “Хеҙмәт ветераны” миҙалдары менән наградланған.

Хәтер кисәһендә хөрмәтле уҡытыусының ҡыҙҙары, дуҫтары, туғандары, ауылдаштары, уҡыусылары, шулай уҡ Баш-ҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, педагогия фәндәре кандидаты Миндебай Юлмөхәмәтов ҡатнашты.

Әсәләре тураһындағы хәтирәләре менән ҡыҙҙары Зөһрә менән Венера уртаҡлашты. Ул ҡыҙҙары өсөн әсә генә түгел, ә дуҫ та була. Уның иғтибарлығы һәм һиҙгерлеге арҡаһында балалары хөрмәтле һәм лайыҡлы кешеләр булып китә. Әсәләре хикәйәләр һәм шиғырҙар яҙа. Уларҙың ҡайһы берҙәре ғаиләһенә, иренә һәм балаларына арналған. Ғаилә башлығы Иҙелман Ҡазыев – математика уҡытыусыһы һәм мәктәп директоры – уны хуплай һәм кәңәштәр бирә.

Ҡунаҡтар бер-бер артлы яҡын кешеләре тормошондағы ваҡиғалар менән уртаҡлашты. Йәүһәрә Санбаш ҡыҙы тәрән аҡылы һәм күршеләренә, ауылдаштарына, туғандарына изгелекле булыуы менән айырылып торған, коллегаларын хөрмәт иткән һәм уҡыусыларын баһалай белгән. Бөгөн уның уҡыусылары, юғары күрһәткестәргә ирешеп, төрлө өлкәләрҙә хеҙмәт итә. Улар араһында – республиканың һәм илебеҙҙең атҡаҙанған уҡытыусылары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре.

Уның башҡорт теле, балаларҙы уҡытыу һәм тәрбиәләү методтары тураһындағы күп кенә ғилми мәҡәләләре гәзит һәм журналдар биттәрендә донъя күргән. Район башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методкабинет рәйесе булараҡ, улар-ға ҙур теләк менән эш тәжрибәһен уртаҡлаша. Оҙаҡ йылдар ул ауыл советының ҡатын-ҡыҙҙар советына етәкселек итә, бер нисә тапҡыр район Советына депутат итеп һайлана.

Кисә ҡунаҡтары 100-ҙән ашыу экспонат һаҡланған мәктәп музейы менән танышты.

Йәүһәрә Ҡазыева үҙенән һуң яҡты эҙ ҡалдырған: уҡыусыларына баһалап бөткөһөҙ белем биргән, уларҙа таланттарҙы асҡан. Уның яҡты иҫтәлеге уны белгәндәр-ҙең йөрәгендә мәңгегә ҡаласаҡ.