Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
7 Ноябрь 2019, 19:00

Иртә йәштән колхозда эшләй…

һуңынан райондың өс совхозы директоры булып китә

Мәсетлеләрҙең өлкән быуыны талантлы һәм атҡаҙанған етәксе Фәхрәзи Закаринды хәтерләй, ул “Мәсәғүт”, “Әй” совхоздары һәм Мәсетле тәжрибә-производство хужалығы директоры булып эшләгәндә әлеге хужалыҡтар хеҙмәткәрҙәренә орден-миҙалдар ямғыр булып яуҙы, тиергә мөмкин. Хеҙмәткәр- ҙәрҙең бөтә наградалары ла яландарҙа һәм фермаларҙа намыҫ менән хеҙмәт итеп алынған. Директор ҙа Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, күп кенә миҙалдар менән бүләкләнгән. Ул “БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән исемде йөрөттө.

Ф. Закарин Оло Ҡыҙылбай ауылында тыуған. 12 йәшенән К. Маркс исемендәге колхозға эшкә төшә. Шул саҡта уҡ, ахыры, ауыл егетендә крәҫтиән хеҙмәтенә тартылыу була. 1957 йылда ул Дыуан ауыл хужалығы техникумын уңышлы тамамлай, уны “Мәсәғүт” совхозының Оло Ҡыҙылбай бүлексәһенә агроном итеп тәғәйенләйҙәр. Эшсән, маҡсатлы йәш белгесте совхоз етәкселәре шунда уҡ күреп ала. Күп тә үтмәй ул бүлексә управляющийы, бер ни тиклем ваҡыттан совхоздың агроном-орлоҡсоһо булып китә.

1968 йылда Фәхрәзи Шакир улы “Мәсәғүт” совхозы директоры итеп тәғәйенләнә. Мираҫты ул ауыл хужалығы идаралығы начальнигы итеп күсерелгән күп кенә ордендар кавалеры Н. Малышевтан ҡабул итә. Мираҫ бик бай була. Хатта 1965 йылдың февралендә “Әй” совхозы бүленеп сыҡҡас та, хужалыҡта 13744 га биләмә, шул иҫәптән 9923 га һөрөнтө ер ҡала. 985 баш һыйырҙы ла индереп, 2,5 мең башҡа ҡәҙәр һыйыр малы, 4 мең баш тиерлек сусҡа иҫәпләнә. Совхоз территорияһында халыҡ һаны 2770 кеше булған туғыҙ ауыл урынлаша. Эшселәр һәм белгестәр һаны 830 кеше тәшкил итә. Фәхрәзи Закариндың инициативаһы буйынса, тупраҡтарҙың төрөн, һауа шарттарын һәм йәмәғәт малы өсөн мал аҙығына ихтыяждарҙы һәм дәүләткә иген һатыуҙы иҫәпкә алып, хужалыҡта сәсеү әйләнешен ижади индерә башлайҙар. Һөҙөмтәлә совхозда бөртөклөләрҙең уртаса йыллыҡ уңыш биреүсәнлеге 1968 йылдағы 16 центнерҙан 1977 йылда 27 центнерға тиклем арта, был район хужалыҡтары буйынса уртаса алғанда туғыҙ центнерға күберәк. Малсылыҡта ла юғары һөҙөмтәләргә ирешелә. Бер һыйыр-ҙан һауып алынған һөттө 1865 килограмдан 3 мең килограмға еткерәләр. 1977 йылда ғына совхоз дәүләткә 34473 ц ашлыҡ, 1466 ц картуф, 20309 ц һөт һәм 6926 ц ит һата.

Закариндың директорлығы – ул ҙур төҙөлөш эпохаһы. Тап уның ваҡытында минераль ашламалар келәте, АВМ, иген келәттәре, заманса малсылыҡ фермалары һәм башҡалар төҙөлдө. Бюджет аҡсаһына төҙөнөләр, ләкин ул бушлай дотациялар түгел, ә кредиттар ине. Сөнки “Мәсәғүт” совхозы үткән быуаттың 70-се йылдарынан алып гел килемле булды. Ә килем ҡайһы бер экстравагант нәмәләр эшләргә мөмкинлек бирҙе. Хәҙер ул саҡта хужалыҡ фермаларында һыйыр-ҙарға йомшаҡ кәнфит (помадка), ә сус-ҡаларға хек ашаттылар тиһәң, был анекдот һымаҡ ҡабул ителә. Ләкин ул шулай булды ла. Малсыларҙың помадкаға күҙҙәре ҡыҙманы: был хәл үҙгәртеп ҡороуға тиклем күп йылдар элек булды, һәм улар ауыл магазиндарынан шоколадлы кәнфит һатып алыуҙы өҫтөн күр-ҙе. Балыҡты уларға“мал аҙығы” маркаһы менән Алыҫ Көнсығыштан кил- терҙеләр. Ләкин улар яҡшы сифатлы треска, хек, минтай кеүек диңгеҙ балыҡтары ине. Уның ҡарауы хужалыҡта һауым һәм артым күбәйҙе, етештерелеүсе продукция яҡшы сифатлы булды.

Ә баҫыуҙарға АН-2 – “кукурузниктар” ултырҙы, улар ярҙамында ялан- дарҙы эшкәрттеләр һәм ашланылар.

1977 йылда бер кем дә көтмәгәндә Фәхрәзи Закаринды “Әй” совхозы директоры итеп күсерәләр. Уның етәкселегендә хужалыҡта дәүләткә иген, баш-ҡа игенселек һәм малсылыҡ продукт-тары етештереп һатыуҙы арттырыу буйынса эш йәйелдерелә. Ауыл хужалығы эштәрен төптән уйлап ойоштороу үҙенең тәүге емештәрен бирә: бөртөклөләрҙең уңышы гектарынан 16 центнер-ҙан 22-гә тиклем арта, малсылыҡ өлкәһендә лә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешәләр. Төҙөлөш айырым урынды биләй: яңы производство биналары, совхоз белгестәре һәм эшселәре өсөн торлаҡ йорттар барлыҡҡа килә.

1984 йылда, мин “Әй” совхозында эш башлағанда, хужалыҡ эшселәре һәм белгестәре уның тураһында ҙур ихтирам менән һәм яратып һөйләй торған ине. Уның исеме ул саҡта уҡ эшсәндәрҙең телдәрендә легендаға әйләнгәйне, тиергә мөмкин.

Ф. Закарин “Әй” совхозында эшләгән дәүерҙә ул саҡтағы ауыл хужалығы министры Әхмәт Әминев беҙҙең районға килеүҙәренең береһендә: “Закарин – Чапаев холоҡло оҫта етәксе һәм һәләтле ойоштороусы, ә Томилов – производстволағы Фурманов”, тигәйне. Был һүҙҙәрҙә Фәхрәзи Шакир улының бөтөн асылы – ауыл хужалығы производствоһының талантлы, әммә ҡыҙыу һәм үҙ һүҙле ойоштороусыһы. Бәлки шуға күрәлер ҙә 1980 йылда уны йәнә ҡапыл ғына Мәсетле тәжрибә хужалығына директор итеп күсерәләр. Тәүге көндәр- ҙән үк ул шундай сыныҡҡан кешеләргә тейеш булғанынса ныҡлап эшкә тотона: хужалыҡта дисциплина нығына, производство объекттары төҙөлөшө йәйелдерелә. Әммә бында ул үҙ хеҙмәтенең емештәрен күреп өлгөрә алмай. 1983 йылдың 22 февралендә, иң әүҙем эшмәкәрлек алып барырлыҡ көс-дәрте ташып торған сағында, уның фажиғәле рәүештә ғүмере өҙөлә.

Ғәлимйән КӘРИМОВ,

журналист.