Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
21 Август 2019, 15:00

Ысын шәхестәр онотолмай

Фират Хажиев 1949 йылдың 15 июнендә Һөләймән ауылында тыуа. 2003 йылдың 10 авгусында, 54 йәшен тултырып, беҙҙең аранан китте. Ул ғүмеренең 15 йылын район гәзите “Коммунист”ҡа бағышланы.


“Фират” исеме фарсы теленән алынған һәм “бейеккә ынтылыусы бала” тигән төшөнсә бирә. Совет осоронда “ф” өнөнә күп исемдәр ҡушылды: Фрат, Френгель, Фирғәт, Фрит, Фирүзә һәм башҡалар.

Фират һүҙсән, шаян, йор һүҙле булыуы менән кешене йәлеп итте. Исеменә бәйле бер ваҡиғаны һөйләгәйне. Хәтерҙә ҡалған: “Йәш саҡ, тәү тапҡыр ҡыҙ оҙата барҙым – кинонан һуң ҡыҙҙы өйөнә тиклем оҙатырға тура килде. Өйгә яҡынлашҡас, ир тауышы ишетелде: “Фират, Фират”. Ҡыҙ миңә: “Ҡурҡма, Фират – беҙҙең эт, атай этте саҡыра”, – тип тынысландырҙы.

Беҙҙең быуын совет осоро тәртибе буйынса тәрбиәләнде: пионер булдыҡ, комсомолға индек, унан һөнәр һайлап, эшкә егелдек. Фираттың тормош биографияһы, үткән тормош юлы башҡа ауыл кешеһенән айырылмай. Ул тыуған ауылында башлан-ғыс мәктәпте тамамланы, 5-8-се клас-тарҙа Ләмәҙтамаҡта белем алды. Мәсәғүт педагогия училищеһында һөнәри белемгә эйә булды. Һуңынан Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетында уҡыны. Һабанаҡ, Мәләкәҫ мәктәптәрендә, ВЛКСМ район комитетында хеҙмәт юлдары үтте. 1972 йылда “Коммунист” район гәзитендә хәбәрсе булып башлап, баш мөхәррир вазифаһына үрләтелде. Ул үҙенең 15 йыл район гәзитендә эшләгәне хаҡында “Беҙҙең тормош”тоң 2001 йылдың 16 март һанында гәзитте һағыныуы тураһында яҙғайны. Автор был ваҡытта “Һәнәк” журналының фельетондар бүлеге мөдире булып эшләй ине.

1987 йыл. Үҙгәртеп ҡороу осоро уны ла ситләп үтмәне. Фират Әмирхан улын республика ҡалаһына эшкә, Ишембай ҡалаһындағы башҡорт гәзитенә баш мөхәррир итеп ебәрәләр. Ике йыл үткәс, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы гәзиткә тәғәйенләнеләр. 1992 йылда Өфөгә телерадиокомпанияға эшкә алынды. Артабан “Һәнәк” журналында фельетондар бүлегендә бүлек мөдире булды, һуңынан – баш мөхәррир урынбаҫары.

Үкенеслеһе шунда, 2003 йылда 54 йәшендә генә арабыҙҙан китте. Фират Әмирхан улы ысын кеше булды, шәхси һыҙаттары , халыҡ менән аралашып йәшәй белеүе, мин-минлектең булмауы, олоно оло итеүе, кесене кесе итә белеүе уға халыҡ араһында абруй, эшендә уңыш ҡаҙанырға мөмкинлек бирҙе.

Ғаиләһендә оло ҡыҙы Гүзәл, атаһы юлын һайлап, фән юлынан китте – филология фәндәре кандидаты.

Тыуған төйәгендә эҙ ҡалдырған, үҙ төйәген онотмаған, халыҡ менән аралашып йәшәүселәр һәр саҡ иҫтә, улар онотолмайҙар.

Марат ҒАФАРОВ,

тыуған яҡты өйрәнеүсе.


Фират Хажиевтың ижады тураһында


Бай тормош тәжрибәһе туплаған әҙип үҙ хикәйәләрендә һәм юморескаларында тормоштағы кире күренештәрҙе сағыу һәм ғәҙел сағылдыра. Фират Хажиевтың “Джин в сундуке” китабы халыҡсан характерҙа, геройҙар теле бай, нескә юмор хикәйәләрен мауыҡтырғыс итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, авторҙың үҙенә китабын күрергә яҙмай.