Милиция протоколында фажиғә ваҡыты 12 сәғәт 28 минут тип теркәлгән. Автомобилдең тиҙлеге сәғәтенә 130 километр булған, “Москвич” водителе шунда уҡ йән биргән, автобустыҡына иһә бер нәмә лә булмаған, тигән яҙыуҙар ҙа һаҡланған. Тикшереүҙәр Виктор Цойҙың айныҡ булғанлығын, тик артыҡ йонсоуҙан, рулдә йоҡлап китеүен күрһәткән.