Ул 1905 йылда Әжекәй ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1936 йылда Яуыш ауылына күсеп килгән. Һуғышҡа алынғансы урман киҫкән, ат ҡараған, бригадир булып эшләгән. 1942 йылдың мартында уны фронтҡа алалар. Унда Яуыш ауылынан Миндияр Ғүмәров менән бергә алышырға тура килә. Миндияр бабай ауырып китә һәм атлай алмай. Командир: “Беҙгә ятҡан һалдат кәрәкмәй, унан ҡотолорға”, – ти. Олатайым ауылдашын яҡлап сыға һәм уның 5 балаһы ҡалыуын әйтә. Командир яуап итеп: “Шәп булһаң, алып бар санчасҡа”, – ти. Миндияр Ғүмәров һуғыштан иҫән ҡайта.
Ә бына олатайым кире килгәндә фашис-тар ҡулына эләгә. Уның тотҡондағы ғазаптарын һөйләп бөтөрөрлөк түгел. Улар ҡул менән таҡта яралар, бик ауыр була. Әсирлектә булғанда тағы ла бер ауылдашын, Шағыя ағай Рәхимовтың атаһын, осрата һәм ул олатайымдың ҡулында вафат була. Ҡарауылда торған фашист ҡарттайыма тоҙ бирә, шул тоҙ арҡаһында тере ҡала ул. Өс тапҡыр ҡасып ҡарай, әммә тотола, эт менән талаталар. Әммә ул уйлағанын ғәмәлгә ашыра. Румыния ерендә 10 кеше ҡасалар.
Улар Ҡыҙыл Армияға килеп ҡушыла. Әсирлектән килгән кешеләргә хыянатсы тип ҡарайҙар. Бер ниндәй һорау алып тормай, атырға ҡарар сағыралар. Алып китеп барғанда, күп һалдаттар осрай. Араларынан берәү олатайымды танып ала һәм “Ғәлим кейәү”, – тип ҡысҡыра. Уны таныусы шаһит табылғас, алып китеп барған урында ҡалдыралар. Был ағай Яуыштан Хәбиб Нәбиуллин булып сыға. Ул хәл тураһында тере сағында Хәбиб бабай үҙе һөйләп ҡалдырҙы. Мин уға күп рәхмәттәр әйттем.
“Свою вину искупи”, – тип, олатайымды штрафбатҡа ебәрәләр. Өс кешегә бер мылтыҡ бирәләр. Биш мәртәбә һөжүмгә бара һәм иҫән ҡала.
Һуғыш тамамланғас, олатайым тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта, уны НКВД тикшерә.
Тыныс тормошта олатайым төрлө эштәр-ҙә йөрөй: урман йыға, ат менән бесән ташый, шулай уҡ ат менән яғыулыҡ килтерә, йәйен кәбән баҫа. Уның ике улы һәм бер ҡыҙы була. Ҡыҙғанысҡа күрә, бөгөн береһе лә иҫән түгелдәр.
Был белешмә Мәсетле районының Әжекәй ауылынан 1905 йылғы Ниғәмәтйәнов Ғәлим Ниғәмәтйән улының 1942 йылдың 5 мартында БАССР-ҙың Мәсетле районы хәрби комиссариаты тарафынан эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хәрби хеҙмәткә алыныуы тураһында хәбәр итер өсөн бирелә.
Ниғәмәтйәнов Ғәлим Ниғәмәтйән улы 1941 – 1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 1942 йылдың 5 мартынан 1942 йылдың авгусына тиклем хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша, 1942 йылдың июленән 1942 йылдың авгусына тиклем уҡсылар полкы составында рядовой хәрби званиеһында атыусы була. 1942 йылдың авгусынан 1944 йылдың февраленә тиклем немецтарҙа тотҡонда була.