Ошоноң менән бәйле, материалдар йыйып, кем ул рәйес, һәм уларҙың ауылдағы эше ниндәй булыуы тураһында һөйләргә, билдәле етәксе-аграрийҙарҙың ауылдарыбыҙ үҫешенә һәм хал-ҡыбыҙҙың тормошон яҡшыртыуға индергән өлөштәрен баһаларға хәл ителде.
Шулай итеп, Мәсетле еренең талантлы шәхесе Ғәлимхан Абдрахманов тыумышы менән Яуыш ауылынан. Крәҫтиән ғаиләһенән булған ябай ауыл егете әле һуғыш баш-ланғанға тиклем үк агрономия һөнәре буйынса Дыуан ауыл хужалығы техникумын тамамларға өлгөрә, ул заманда был һирәк күренеш була. Һөнәре буйынса эшләп тә өлгөрмәй, йәш егетте сроклы хеҙмәткә алалар, ә 1942 йылда икенсе Киев артиллерия училищеһында хәрби белем ала. Офицер булып ул Көнбайыш, Дала, 2-се, 1-се Украина, 1-се Белорус фронттары составында һуғыштарҙа ҡатнаша. Башта батарея командиры булып, һуңынан – взвод командиры. Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры артиллерия капитаны Ғәлимхан Абдрахманов яраланып хәрби госпиталгә эләгә һәм Еңеү көнөн шунда ҡаршы ала.
Демобилизацияланғандан һуң ул Мәсетле партия райкомы инструкторы, Мәсетле машина-трактор станцияһының сәйәсәт бүлеге начальнигы булып эшләй, унда сәйәси яҡтан сыныға. Бурыс тойғоһо юғары булған кешене оҙаҡламай станция директоры итеп тәғәйенләйҙәр.
1958 йылда, һуғыштан һуңғы ауыл ауырлыҡтар кисергән ваҡытта, уны Нуриманов исемендәге колхоз рәйесе итеп һайлайҙар. Бында уның ауыл хужалығы производствоһын оҫта ойоштороусы сифаттары тулыһынса асыла.
1962 йыл етә. Ул шуныһы менән иҫтәлекле: был йылда райондарҙы берләштереү башланды һәм райкомдың ойоштороу бүлеге кадрҙар һайлай башланы. Ана шул саҡта дөйөм йыйылышта яҡташтар “Комсомолец” колхозы рәйесе посына Ғәлимхан Абдрахман улын һайлай. Хужалыҡ районда иң эреләрҙең береһе ине. Тик һөрөнтө ерҙәр генә алты мең гектар самаһы иҫәпләнә, ә ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге биләмәләр – ете мең гектарҙан ашыу. Колхозға алты ауыл: Дыуан-Мәсетле, Йыланыш, Ғүмәр, Ҡаранай, Бурансы, Туҡбай инә. Унан тыш – биш баҫыусылыҡ бригадаһы, һөтсөлөк фермалары, һарыҡ һәм сусҡасылыҡ фермалары.
Һәр етәксе, үҙенең эшмәкәрлеген башлап, тәү сиратта кадрҙар һайлап алыу һәм уларҙы иң яуаплы участка-ларға ҡуйыуға иғтибар итәлер, моғайын. Ә кешеләрҙе Аб-драхманов бик яҡшы белә ине, сөнки ошо ерҙә тыуып үҫкән. Кешеләр менән даими аралашыу тәжрибәһе уға хужалыҡ белгестәре, урта звено етәкселәре менән эшлекле мөнәсәбәттәрҙе шунда уҡ яйға һалырға, улар менән бергә колхозсыларҙы игенселек һәм малсылыҡта эшләү культураһын күтәреү өсөн әүҙем эшкә күтәрергә ярҙам итә. Ә производствола ҡыйынлыҡтар һәр ваҡыт етә.
Һәм бына 13 йыллыҡ тормош юлы. Уның һәр арауығы ниндәйҙер бер иҫтәлекле нәмә менән билдәләнә. 60-сы йылдар башында хужалыҡта гектарынан 5-7 ц иген алалар, ә 1965 йылда уңыш гектарынан 17 центнерҙан ашып китә (был йыл Мәсетле районының ҡайтанан тергеҙелеүе менән иғтибарға лайыҡ). 70-се йыл- дарҙа колхоз йыл һайын дәүләткә 20 мең центнер тиерлек иген һата. Кешеләр үҙ-үҙҙәрен аямай эшләй.
Ул йылдарҙа хужалыҡта малсылыҡ ышаныслы темптар менән үҫешә, дәүләткә ауыл хужалығы продукцияһын һатыу арта, колхоз районда тәүгеләрҙең береһе булып һөт һауымының өс меңлек сиген арттыра. Һыйыр малдарының иң күп һаны 1969 йылда була – 2251 баш, унан тыш фермаларҙа 1600-1700 баш сусҡа һәм 1,5 мең һарыҡ аҫрала. Шундай юғары рентабелле хужалыҡтың 1995 йылға ҡапыл зыянға эшләй башлауы аяныслы.
Хужалыҡта игенселек һәм малсылыҡты даими үҫтереүгә берҙәй үк ҙур әһәмиәт биреү менән бер рәттән, колхоз рәйесенең эшендә төҙөлөш, шул иҫәптән юлдар төҙөү айырым урын биләй. Ул етәксе вазифаһына килгәндә, хатта үҙәк усадьбанан хужалыҡ ауылдарына тиклем юлдарҙың ҡаты ҡатламы булмай. Шуға күрә ул хужалыҡ эсендәге юлдар-ҙан башлай. Рәйес үҙ хужалығы өсөн производство объекттары һәм социаль-мәҙәни-көнкүреш объекттары һалыу-ға тип төҙөлөш материалдарын һатып алыу юлдарын таба. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 10 км оҙонлоҡта һыу үткәргес, гараждар, идара бинаһы, мәҙәниәт йорто, икмәкхана һалына, бөтә малсылыҡ биналары, иген һаҡлағыстар һәм башҡалар үҙгәртеп эшләнә. Абдрахмановтың 1969 йылда райондан 3-сө Бөтә Союз колхозсылар съезында берҙән-бер ҡатнашыусы булыуы бушҡа түгелдер.