Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
7 Май 2019, 17:03

Ил хәтерләй…

Радиацион аварияларҙа һәм һәләкәттәрҙә, шул иҫәптән Чернобыль АЭС-ында, һәләк бул-ғандарҙы иҫкә алыу көнө 1986 йылдан башлап йыл һайын 26 апрелдә билдәләнә.

Оло Ыҡтамаҡ ауылының үҙәк китапханаһында үткәрелгән сара ерҙе авария эҙемтәләренән һаҡлауға баҫҡан, ләкин инде беҙҙең арала булмағандар иҫтәлегенә арналғайны.

Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүселәргә ҡарата рәхмәт һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте.

– Иманым камил, башҡаларҙың ғүмере өсөн үҙен ҡорбан иткәндәрҙе мәсетлеләрҙең әллә күпме быуындары хөрмәтләп иҫкә аласаҡ, – тине ул.

Райондың “Чернобыль” союзы ойошмаһы рәйесе Марсель Ғиндуллин районда йәшәүсе авария ликвидаторҙарының шатлыҡтары һәм проблемалары хаҡында һөйләне. Унан тыш, ул Чернобыль АЭС-ындағы эҙемтәләрҙе бөтөрөүсе-ләрҙең тол ҡатындары – Антонина Никитина, Лидия Лукьяненко, Надежда Цепилова, Зөбәйҙә Зәләева, Светлана Еронина, Ғәшүрә Ғүмәрова һәм Валентина Макроусоваға “Чернобыль” союзының “Шагнувшие в бессмертие” миҙалдарын тапшырҙы.

Шунан һуң авария ликвидаторҙары һәйкәленә веноктар һалынды, шунда уҡ, бер минутҡа тын ҡалып, уларҙы иҫкә алдылар.

Райондың “Чернобыль” союзы ойошмаһы рәйесе Марсель Ғиндуллин:

– Был фажиғәле һәләкәт беҙҙең районға ла ҡағылды. Аварияны бөтөрөүгә мәсетлеләрҙең запастағы хәрби хеҙмәткәрҙәренән торған тәүге партияһы ебәрелде. Барлығы 40 кеше оҙатылды. Хәүефле зонала булыу һәр ҡайһыбыҙҙың яҙмышында үҙенең ҡара эҙен ҡалдырҙы. Улар иҫәбенән 33 йыл дауамында 18 кеше донъя ҡуйҙы. Беҙ уларҙы хөрмәтләп иҫкә алабыҙ һәм тәрән ҡайғы кисерәбеҙ .