Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
15 Ғинуар 2019, 16:16

Яҡты нур ҡалдырҙы

Был донъяға беҙ килгәнбеҙ икән,Юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер. (Назар Нәжми).

Кешемен тигән кеше үҙенән һуң яҡты эҙ, тормошобоҙҙо йәмләр эштәр, матур иҫтәлектәр ҡалдырыр өсөн был ергә килә. Оло ихтирамға лайыҡ, РФ-ның мәғариф алдынғыһы, педагогик хеҙмәт ветераны Сәмәрйә Ғәйнуллина ошо арауыҡта 70 йәшлек юбилейын ҡаршылар ине. Ауыр сир үҙенекен итте, ул арабыҙҙа юҡ.

Көләс йөҙлө, бик тә яғымлы, уҡыусыларына һөйөп баҡҡан мөғәллимә матур ғүмер юлы үтте. Ул – Аҙанғол ауылы ҡыҙы. Урта белем алғас, Салауат Юлаев исемендәге колхоз фермаһына эшкә төшә. 70-се йылдарҙа “бөтә класс менән фермаға” тигән девиз тора мәктәпте тамамлаусылар алдында. Бер нисә йыл эшләгәс кенә, документ-паспорт бирелә ине. Дүрт йыл иртәнге сәғәт 4-тә тороп, намыҫ менән хеҙмәт итә йәш ҡыҙ. Һөҙөмтәлә ул – социалистик ярыш еңеүсеһе, миҙал менән дә бүләкләнә.

Артабан ҙур белем алырға теләге уны Стәрлетамаҡ педагогия институтына илтә. Йор һүҙле, телгә бай булыуы – тәбиғәт бүләге. Ул филология факультеты предметтарын бик яратып өйрәнә һәм уңышлы тамамлай. Хаҡлы ялға сыҡҡансы үҙенә тәүге белем ҡапҡаһын асҡан Тайыш мәктәбендә балаларға ныҡлы белем бирә. Әсә теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан мәҙәниәте дәрестәре теләүселәргә һәр саҡ асыҡ була. Район, мәктәп-ара методик берекмә ултырыштарында фәһемле, һоҡланғыс дәрестәр күрһәтте. Балаларға шундай тәбиғи көсөргәнешһеҙ йылы мөнәсәбәт булғас, уҡыусылар ҙа ҡаушамай, уй-фекерҙәрен һис тартынмай әйтеп бирә. Яуаптары тулы, телмәрҙәре ябай, эмоциялы. Әҙәби китап уҡырға әүәҫтәр, һәр яҡлап аса беләләр төп образға характеристиканы. Балаларҙың яҙма һәм һөйләү телмәрен үҫтереү – Сәмәрйә Нотфулла ҡыҙының методик системаһы үҙенсәлеге. Бай тәжрибәһен ихлас бүлеште йәш уҡытыусылар менән. Бигерәк тә “Тормош һабаҡтары”н йөҙөп йөрөп, рәхәтләнеп уҡытам, тиер ине. Был дәрестә күберәген балалар һөйләй. Еребеҙҙең гүзәллеге, бай тарихыбыҙ, йолаларыбыҙҙың, халыҡ ижадының тәрбиәүи әһәмиәте, дан яҡташтарыбыҙҙың изге эштәре, батырлыҡтары менән ғорурланыу балаларҙың рухын күтәрә, күңелдәрен байыта. Ул заман менән бергә атланы, яңы методик алымдарҙы дәресендә уңышлы файҙаланды. Матбуғат яңылыҡтары, күргәҙмә материалдары, техник саралар тиһеңме, күп һанлы тематик альбомдар.

Бар һәләтен биреп яратып эшләгән уҡытыусы күп балаларға киләсәктә һөнәр һайлағанда өлгө булған. Бик күптәре мәғариф өлкәһендә эшләй. Бөгөн уның уҡыу-сыһы Миләүшә Фәттәхова, остазының юлын дауам итеп, Йонос мәктәбендә баш-ҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Ҡыҙы Раушания Ғәйнуллина әсәһенең эшен лайыҡлы дауам итә, шул уҡ юғары уҡыу йортон тамамлаған. Хеҙмәттәштәре, уҡыусылары Сәмәрйә Нотфулла ҡыҙын хөрмәт менән иҫкә ала.


Һүрәттә: Сәмәрйә Ғәйнуллина методик берекмә ултырышында (һулдан уңға дүртенсе), 1999 йыл, февраль.
Сәғиҙә МӨХӘРӘМОВА,

Йонос ауылы.