Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
13 Ноябрь 2018, 14:01

Әжекәйҙәр тарихтарын онотмай

Һигеҙенсе ноябрҙә Әжекәй ауылында Әжекәй фажиғәһенә 100 йыл тулыу сәбәпле халыҡ хәтер кисәһенә йыйылды.

1918 йылдың 26 июнендә ауылда ҡан ҡойғос фажиғә була. Төбәкте аҡ гвардиясы- ларҙан азат итеүсе ҡыҙыл гвардеецтар уны аяуһыҙ ҡыйралыу-ға дусар итә. 140-лап кеше һәләк була.

Булат Дәүләтбаевтың “Оло Аҡа” китабында ул ваҡиғалар ентекле яҡтыртылған.

Ул саҡтан бирле 100 йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, беҙ был хаҡта онотмайбыҙ, уларҙы хәтерҙә һаҡлайбыҙ. Был – һәр кемдең үҙе һәм ата-бабалары алдындағы бурысы.

Был көндө мәсеткә ул ҡот осҡос ваҡиғаларҙа һәләк бу-лыусыларҙы хөрмәтләп иҫкә алырға урындағы халыҡ, уҡыу-сылар, уҡытыусылар, Әжекәй ауылы имамы Ғәли хәҙрәт һәм саҡырылған ҡунаҡтар йыйылды. Улар араһында Оло һәм Урта Аҡа ауылдары имамдары Фәрит һәм Әлфират хәҙрәттәр, шулай уҡ Оло Ыҡтамаҡтан Әнис хәҙрәт тә бар ине. Сараны Әжекәй ауылы старостаһы Зөфәр Әсбапов алып барҙы.

Шулай уҡ йыйылыусылар алдында Әжекәй ауылында тыуып үҫкән Илшат Ғәтиәтуллин, Фәрит Шәйәхмәтов сығыш яһаны. Сараны ғәҙәттә әһәмиәтле ваҡиғаларҙы социаль селтәр-ҙәрҙә әүҙем яҡтыртып барыу-сы Радик Вәлиев фотокамераға төшөрөп барҙы.

Эльвира РАМАЗАНОВА әҙерләне.