Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
26 Сентябрь 2018, 12:07

Үткәндәрһеҙ киләсәк юҡ

Үҙ ырыуыңдың тарихын өйрәнеү – һәр кем өсөн мөһим бурыс. Үткәндәрһеҙ киләсәк юҡ тигән кеүек, үҙ шәжәрәңде белмәү киләсәк быуын алдында ғәфү итмәҫлек хата.

Йома Әләгәҙ ауылында Әлмөхәмәттең 1766 йылғы улы Ташбулат иҫтәлегенә ҡәбер ташы астылар. Ул – ауылдың күп быуатлыҡ тарихында иң хөрмәтле шәхестәрҙең береһе, Волга буй- ҙарынан ғаиләләре менән күсеп килеп, Елгазы ауылына (һуңынан – Әләгәҙ) нигеҙ һалыусы ғаиләләр араһындағы тәүге нигеҙ һалыусы Болғар Камайҙың (Камалетдин) тура нәҫеле.

Был район тарихында әһәмиәтле ваҡиға, сөнки Әләгәҙ ауылы халҡы ата-бабалары тураһында хәтерҙе тергеҙеү өсөн ҙур эш башҡарған. Ауылдан тарихта үҙ эҙҙәрен ҡалдырған күп маҡтаулы шәхестәр сыҡҡан. Шулар-ҙың береһе булып тора ла инде Әлмөхәмәттең улы Ташбулат. Уның иҫтәлегенә арналған сарала ауылдың тарихын һөйләп үттеләр.

Был ташты урынлаштырыу һәм оло шәхестең исемен мәңгеләштереү тәҡдиме менән ошо ауылда тыуып үҫкән инженер-нефтсе, техник фәндәр кандидаты Рәмис Хажиев сығыш яһай. Ул тарих менән дә ҡыҙыҡһына.

Ташты яһатып урынлаштырыуға барлығы 80 мең һум самаһы аҡса тотонолған. 15 меңләбен әләгәҙҙәр йыйған, ҡалған сығымдарҙы Рәмис Хажиев үҙе ҡаплаған. Шулай уҡ Радик Ҡәнипов, Айрат Хужин, Светлана Ильясова, Минзилә Нафиҡова тос өлөш индергән.

Ташты асыу сараһында Әләгәҙ ауыл биләмәһе башлығы Тәлғәт Вәлитов ҡатнашты. Ул Рәмис Хажиев- ҡа һәм был изге эштә ҡатнашыусыларға сикһеҙ рәхмәт белдерҙе.

Ташты асҡандан һуң Мәхмүт хәҙрәт доға уҡыны һәм барлыҡ йыйылыусыларҙы сәй табынына саҡырҙы.

Адель ҒАФФАРОВА.