Тантаналы сара данлыҡлы яҡташыбыҙҙың тыуған ауылы – Яңы Мишәрҙә үтте. Унда район хакимиәте башлығының төҙөлөш, иҡтисади үҫеш һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Азамат Ҡәләмов, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге начальнигы Илнур Вәлиев, Яңы Мишәр ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Баймөхәмәт Ғүмәров, Яңы Мишәр урта мәктәбе директоры Зөлфиә Сәхәүетдинова, Ҡотдос Ҡәниф улының улдары Евгений, Валера һәм Салауат Латиповтар, һеңлеһе Нәсимә Кәлимуллина ҡатнашты.