Билдәләнгән ваҡытҡа үҙәк майҙанда Йәштәр үҙәгенең ирекмәндәре һәм әүҙем ағзалары, Пионерҙар һәм уҡыу-сылар йортоноң “Берҙәмлек” инструкторҙар клубы тәрбиәләнеүселәре, лицей һәм Башҡорт гимназияһы уҡыу-сылары, предприятиелар һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәре, ауыл халҡы хәҙерге һәм киләсәк быуынға тыныс һәм бәхетле тормош бүләк иткәндәрҙе иҫкә төшөрөү өсөн йыйылды.
– 77 йыл элек кешелек тарихындағы иң ҡанлы һәм аяуһыҙ, миллиондарҙың ғүмерҙәрен өҙгән, миллиондар-ҙың яҙмыштарын юҡҡа сығар-ған, миллионлап баланы ата-әсәһеҙ ҡалдырған һуғыш башлана. Ауыр ҡан ҡойғос һуғышта совет халҡы Европа халыҡтарын фашистарҙан азат итеүгә төп өлөш индерә, – тип сараны башланы алып барыусылар. – Ошо ҡайғылы дата Рәсәй Федерацияһы Юғары Совет Президиумының 1992 йылдың 13 июлендәге ҡарары менән Ватанды һаҡлаусыларҙы иҫкә алыу көнө тип иғлан ителгән, ә Рәсәй Президентының 1996 йылдың 8 июнендәге ҡарары менән Хәтер һәм ҡайғы көнө тип иғлан ителде.
Ҡатнашыусылар алдында Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Радик Ғәләүетдинов сығыш яһаны. Ул дүрт йыл барған һуғышта Ватандың бойондороҡһоҙлоғон һәм азатлығын яҡлап ҡалған бөтә яугирҙарҙы хәтерләү һәм хөрмәтләп иҫкә алыу кәрәклеген айырым әйтеп китте. Радик Шәрәфисламов ҡайғылы музыка әҫәрен – һәләк булған һалдаттарҙы хәтерләү гимны булған “Торналар” йырын баш- ҡарҙы.
Һуңынан акцияла ҡатнашыусылар майҙанда “хәтер” һүҙен шәмдәр теҙеп яҙып ҡуйҙы. Алып барыусылар сараны ошондай һүҙҙәр менән тамамланы:
Ул Ватанын һөйҙө, ут эсендә
Уның данын, намыҫын яуланы,
Ул йығылды, ләкин башҡаларға
Ғүмер бирҙе. Юҡҡа ауманы.