Сараға үлгәндәрҙең тоҡомдары, ауыл халҡы һәм мәктәп балалары йыйылды. Китапханасы Гөлназ Әхмәтханова ошо ваҡыттағы тарихты һөйләп үтте: “1918 йылдың июнь айында яман уйлы мосолмандарҙың ҡотҡоһона төшкән күп кешеләр күҫәктәр, тәртешкәнән эшләп алынған һөңгөләр менән ҡоралланып, тирә-яҡ ауылдарҙан Мәсетлелә волость алдына сходҡа йыйылғандар. Аҙыҡ әҙерләү комиссияһы рәйесе Ҡотдос Кәримов трибуна урынына ҡуйылған мискәгә күтәрелеп, тәртип һәм тыныслыҡ һаҡлауҙы һорап өлгөрмәй ҙә ҡала, Баймөхәмәтовтың: “Большевиктарға үлем, комитет ағзаларын язаларға”, – тигән әмере буйынса шунда уҡ халыҡ гөж килә.
Шулай итеп боланың тәүге көнөндә, 18 июндә, 20 кеше үлтерелһә, артабанғы өс көн дауамында кулак яҡлылар эҙәрләү комиссияһы төҙөп, тағы ла 34 кешене төрлө ауылдарҙан эҙләп табып, күбеһен Мәсетлегә килтереп, үлтерә. Бөтә ҡорбандарҙы Биҙәр тауындағы соҡорға ташлайҙар.
Бер йылдан һуң ғына совет кешере кулак фетнәһе ҡорбандары мәйеттәрен ауылға ерләй. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң дыуан-мәсетлеләр ауылдың тәүге большевиктарының иҫтәлеген мәңгеләштерергә һәм туғандар ҡәберлегенә һәйкәл ҡуйырға ҡарар итә”.
Хәтер кисәһендә Дыуан-Мәсетле ауыл биләмәһе башлығы Мәғәмүр Ханнанов, сараны ойоштороусы уҡытыу-сы-ветерандар Дим Ишбулатов, Земфира Сафина, мәктәп музейы етәксеһы Данис Ғәлимов сығыш яһаны. Улар булған ваҡиғалар тураһында әрнеү менән һөйләне һәм ошондай хәл бер ҡасан да ҡабатланмаҫ, тигән ышаныс белдерҙеләр.
Метроном тауыштарына ҡатнашыусылар үлгәндәрҙе иҫкә алды һәм һәйкәлгә сәскә һалды. Һуңынан имам-хатип Ратмир Муллабаев ҡорбандар рухына доға ҡылды.