Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
18 Июнь 2018, 17:50

Был мәктәптә Герой уҡыған

Быйыл беҙҙең районда Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латипов хөрмәтенә икенсе мемориаль таҡтаташ асылды.

Х. Я. Фәтҡуллин исемендәге Дыуан-Мәсетле мәктәбенең быуаттан да артыҡ тарихын үҙҙәренең ил мәнфәғәте өсөн шөһрәтле эштәре һәм батырлыҡтары менән күп мәктәп тамамлаусылары данланы: совет партия дәүләт эшмәкәре С. Ә. Ваһапов, Социалистик Хеҙмәт Геройы Р. Х. Аллаяров, РСФСР-ҙың атҡаҙан-ған архитекторы, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Б. Ғ. Кәлимуллин, педагогия фәндәре кандидаты Мәрйәм Ғималова һәм башҡалар. Был мәктәптә һуғышҡа тиклем йылдарҙа буласаҡ Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латипов белем алған. Уның исемен мәңгеләштерер өсөн мәктәптең ал яғында арҙаҡлы яҡташ иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйҙылар.

Тантаналы сараға уҡыусылар һәм ауыл кешеләре саҡырылды. Ҡатнашыусыларға район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова мөрәжәғәт итте. Ул ошондай сараларҙың үҫеп килгән быуында тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүҙә әһәмиәтен айырып әйтте. Ауыл биләмәһе башлығы Мәғәмүр Ханнанов, Журналистар берлеге ағзаһы Ғәлимйән Кәримов, ауыл биләмәһе ветерандар советы рәйесе Дим Ишбулатов, мәктәп директоры Анфиса Ғәйнетдинова сығыштарында күп йылы иҫтәлектәр әйтелде.

Мемориаль таҡтаташ асыу инициативаһын Дыуан-Мәсетле мәктәбен тамамлаусылар, арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ Рәмил һәм Рәфил Бәҙретдиновтар белдергән. Уны әҙерләүгә сығымдарҙы ла үҙҙәре ҡаплаған.

Үҙенең мәктәбендә ҡасандыр Герой уҡығанын хәҙер һәр уҡыусы беләсәк һәм башҡарған эштәрендә уға тиңләшергә тырышасаҡ.

Зөһрә ҒӘНИЕВА.