Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
5 Июнь 2018, 11:59

Үҙенән һуң лайыҡлы эштәр ҡалдырҙы

Наил хажи Вәлиевтың яҡты донъянан китеүенә иртәгә 40 көн тула.

Наил Ғәбделәхәт улы Вәлиев 1935 йылдың 18 мартында Салауат районы Икенсе Иҙелбай ауылында тыуа. Ғәҙәти хеҙмәт юлын үтә. Иҙелбай мәктәбен тамамлағас, фабрика-завод уҡыуына ебәрәләр, унда электротехник һөнәрен үҙләштерә. Ғүмеренең өс йылын ФЗУ-ға биреп, тыуған яҡтарына ҡайта һәм Арҡауыл ауылында электрик булып эш башлай. Күп тә үтмәй, йәш белгесте ЛПО-ға баш энергетик итеп күсерәләр. 80-се йылдарҙа ғаиләһе менән Мөрсәлим ауылына күсә һәм унда ла электрик эшен баш-ҡара. 1985 йылдан Вәлиевтар Мәсетле районында йәшәй–Оло Ыҡтамаҡ ауылына күсеп киләләр. Ғаилә башлығы 2-се мәктәпкә эшкә инә.

Наил Вәлиев дини ғаиләлә тәрбиәләнгән. Ул мосолман дини ойошмаһы тормошонда ҡатнаша, ябай йолалар үткәрә, мәзин вазифаһын үтәй. Оло Ыҡтамаҡ ауылы муллаһы Баҡый хәҙрәт Абдуллин вафат булғас, уны ул осорҙа район Советы башҡарма комитетының яраҡлаштырылған иҫке бинаһында урынлашҡан мәсеткә бер тауыштан имам итеп һайланылар. Айырым мәсет бинаһы төҙөү тураһында киҫкен һорау тыуа. Исемендә мәсет һүҙе булған Мәсетле районында бер мәсет тә булмай. Советтар Союзы тарҡалғас, коммунистик үҫеш заманы тамамланыу менән, динде тергеҙеү процесы башлана, сиркәүгә совет заманында мәҙәниәт һәм бала-ларға белем биреү учреждениеһы итеп ҡулланылған бинаны ҡайтаралар. Ошондай шарттарҙа милли үҙаң уяна башлай, кешеләр Исламға, белемгә ынтыла. Наил хәҙрәт мосолмандарҙың Диниә назаратына бара. Мәсеттең Диниә назараты менән килешеп эшләнгән типовой проектын алғас, ул Оло Ыҡтамаҡта мәсет төҙөү мәсьәләһе менән халыҡҡа өндәшә. Төрлө учреждение һәм район етәкселеге тупһаларын тапай башлай. Эш урынынан ҡуҙғала, янғын һүндереү часы эргәһендәге паркта тиҙ генә урын бүленеп бирелә.

7 йыл дауамында инстанциялар буйлап йөрөй Наил хәҙрәт. Район үҙәге ойошмалары һәм учреждениелары, И. Х. Мөхөтдинов менән район етәкселеге ярҙамында мәсет һәм бер нисә административ йорт төҙөлә һәм 1998 йылда мәсет ишектәрен аса. В. Топычканов етәкселегендә МПМК район ойошмаһы тиҙ генә эште тамамлай. БР мосолмандарының Диниә назараты һәм Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин ҙур ярҙам күрһәтә. Ошо йылдың июнендә Наил хажи исемендәге мәсеттең асылыуына 20 йыл тула. Район үҙәгендә мәсет асылғас, ул башҡа ауылдарҙа ла мәсеттәр төҙөү һәм асыу эшен алға ебәрә башлай. Мосолмандың бишенсе бурысын үтәү – хаж тураһында уйлана, һәм 1999 йылда хажи була. Наил хәҙрәт Вәлиев төҙөгән мәсетте уның хөрмәтенә атайҙар һәм ул хәҙер Наил хажи исемен йөрөтә. Наил хажи алты бала тәрбиәләй. Уның улы Азамат хәҙрәт атаһының эшен дауам итә, район имамдары уны үҙҙәренең етәксеһе итеп һайлай һәм хәҙер ул Мәсетле районының имам-мөхтәсибе. Бөгөн районда уның етәкселегендә 20-нән артыҡ мосолман мәхәлләһе эшләй.

Ошо көндәрҙә район үҙәгендә икенсе йыл ойошторолған “Рамаҙан сатыры” сараһы бара. Ураҙа байрамы көндө Ҡөрьән уҡыу буйынса конкурс үтә.

Ҡыҙғанысҡа күрә, Наил хажи был көндәрҙе күрә алманы, Әхирәткә күс-те. Мәсеткә йөрөүсе мосолмандар 40 көнлөк хәтем-мәжлес үткәрәсәк. Наил хажи үҙенән һуң лайыҡлы эштәр ҡалдырҙы: Аллаһ йортон төҙөүҙе ойош- торҙо, хажға барҙы (1999 һәм 2009 йылдарҙа). Атай булараҡ, әхлаҡлы балалар тәрбиәләне. Ул Аллаһтан йөкмәтелгән күрһәтмәләрҙе намыҫ менән үтәне. Беҙ, район мосолмандары, уның өсөн ғибәҙәт ҡылабыҙ.

Радик Вәлиев,

Оло Ыҡтамаҡ ауылы.