Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
7 Май 2018, 17:44

Ул Еңеү менән ҡайтты

Үткән йылдың 15 авгусында Еңеүҙең 72 йыллығын ҡаршылаған күп булмаған ветерандарҙың береһе 93-сө йәшендә донъя ҡуйҙы. Ул беҙҙең атайыбыҙ, олатайыбыҙ Семен Ефимович Максимов. Беренсе тапҡыр был оло байрамды ғаиләбеҙ унһыҙ ҡаршылай.

Башҡортостандың халыҡ шағиры шиғырҙарының береһендә үҙенә һәм һәр бер кешегә: “Үҙ заманыңа һин нимә бирҙең?” – тигән һорау бирә. Был һорауға һәр ветерандың яуабы бар – ул уның күкрәгендәге орден-миҙалдарында сағыла. Кесе Ыҡтамаҡ ауылынан Семен Ефимович Максимовтың ундай наградалары бик күп.

Тыуған илебеҙҙе фашизмдан яҡлауҙа һәм азат итеүҙә ҡатнашҡаны өсөн уның күкрәген I Бөйөк Ватан һуғышы ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм бихисап миҙалдар биҙәне.

Тынғыһыҙ ветеран тыныс ваҡытта ла ең һыҙғанып хеҙмәт итте. Утыҙ йылдан ашыу, 1947-нән 1992 йылға тиклем, ул Кесе Ыҡтамаҡ мәктәбе директоры булды. Ошо ваҡыт эсендә мәктәптең матди-техник базаһын яҡшыртыу өсөн бик күп нәмәләр эшләнде.

Семен Ефимович райондың барлыҡ йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашты. Мәғариф өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн уға “БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы”, “СССР мәғарифы алдынғыһы”, “РСФСР мәғарифы алдынғыһы” исемдәре бирелгән.

Оҙаҡ йылдар ул үҙ ауыл Советының һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советын етәкләне, уның төп бурысы – фронтовиктар һәм уларҙың ғаиләләре мәнфәғәттәрен яҡлау, йәш быуынға хәрби-патриотик һәм әхлаҡи тәрбиә биреү. Уның һәр ваҡыт изгелекле дуҫ һәм яҡлаусы булыуын белеп, ауыл ветерандары һәм халҡы теләгән ваҡытта ярҙам һорап мөрәжәғәт итә торғайны.

Семен Максимовҡа “Мәсетле районының почетлы гражданы” исеме бирелгәйне.

Беҙ ысын күңелдән район ветерандарын һәм халҡын бөйөк Еңеү байрамы менән ҡотлайбыҙ!

МАКСИМОВТАР ғаиләһе.