Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
7 Май 2018, 17:42

“Ике аяҡлы фашист йыртҡыстарын аяуһыҙ ҡырырға һүҙ бирәм!”

Оло Аҡа ауылында тыуып үҫкән Таһир Йосоп улы Сафиндың фронт һәм хеҙмәт биографияһы ихтирам һәм хөрмәткә лайыҡ. Тик, үкенескә күрә, улар тейешенсә баһаланмаған.

Таһир Сафин алыҫ 1917 йылда тыуған. Свердловск педагогия училищеһын тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын Оло Аҡа ауыл Советы ҡарамағында асылған уҡый-яҙа белмәгәндәр өсөн мәктәптә уҡытыусы булып башлай. Армияға алын- ғанға тиклем, 1939-1940 йылдарҙа, Абдулла ете йыллыҡ мәктәбендә физика һәм математика уҡыта.

Һуғышты ул илебеҙҙең көнбайыш сигендә ҡаршылай. Ошо йылдың авгусында етди яралана һәм өс ай дауаланғандан һуң кире сафҡа баҫа. Уҡсы сифатында 682-се полкта хеҙмәт итә. Снайперҙар мәктәбендә уҡыу үтә һәм тотош 1942 йыл буйына снайпер булып һуғыштарҙа ҡатнаша. Уның остаздары танылған снайпер-ҙар: Советтар Союзы Геройы Василий Зайцев менән Ғабдрахит Саҙиҡов була.

Таһир Сафиндың батырлыҡтары тураһында Төньяҡ-Көнбайыш фронтының 11-се армияһының “Октябрь байрағы” фронт гәзите бер нисә тапҡыр яҙа, уларҙың авторы әлеге баҫма мөхәррире полковник Владимир Фарберов була. Һуғыштан һуң ул “Полк-таштар” китабын яҙа, унда “Остаз һәм яугир” исеме менән Башҡортостан снайперы тураһындағы очергын да урынлаштыра. Унда яуҙарҙың береһендә нисек итеп Таһир Сафиндың яндырғыс матдәле шешәне төҙ ырғытып ике немец танкыһын юҡ итеүе һәм Ленинград өлкәһе Вязовка ауылын обороналаған ваҡытта ул үҙзарядлы винтовканан фашист бомбардировщигын атып төшөрөүен һүрәтләй.

1942 йылдың ноябрендә Новгородщиналағы Мануйлов урманында 11-се армия командованиеһы тарафынан йыйыл-ған фашист илбаҫарҙарын тар-мар итеүселәр слеты була. Таһир Сафин шунда ҡатнаша. Слеттан һуң ул армия гәзитендә: “Хәҙер минең һуғыш иҫәбендә – 38 юҡ ителгән фашист. Ләкин был бик аҙ. Гитлерсы бандиттарҙың беҙҙең илдә ҡылған яуызлыҡтары өсөн үс алыу теләге минең йөрәктә көндән-көн көсәйә. Был изге иҫәпте арыу-талыуһыҙ арттырырға, ике аяҡлы фашист йыртҡыстарын аяуһыҙ ҡырыр-ға һүҙ бирәм!”

Ул һүҙендә тора. Артабан юҡ ителгән йөҙҙән ашыу фашист уның хәрби иҫәбендә була.

Һуғыштағы батырлыҡтары өсөн Таһир Сафин Ҡыҙыл Байраҡ орденына тәҡдим ителгән. Тик уға хаҡлы наградаһын алырға тура килмәй. 1942 йылдың декабрь һуңында ауыр яраланған Таһир Сафин дошмандарға әсиргә эләгә. Унда 1945 йылдың 9 майына ҡәҙәр була. Азат ителгәндән һуң, әсирлектә рухы һынмаған аҡалы пулеметсы булып 283-сө айырым пулемет-артиллерия батальонында хеҙмәтен дауам итә.

Таһир Сафин өйөнә берҙән-бер – “Германияны азат иткән өсөн” миҙалы менән ҡайта һәм ҡалған бар ғүмерен яратҡан һөнәренә: балалар уҡытыу һәм тәрбиәләүгә арнай.

Ул Оло Ҡыҙылбай балалар йорто тәрбиәсеһе, Мәләкәҫ, Әжекәй, Ҡорғат һигеҙ йыллыҡ һәм Оло Аҡа урта мәктәптәрендә математика, физика, физкультура уҡытыусыһы булып эшләй. Таһир Сафин 1987 йылда етмеш йәшендә вафат була.

Беҙҙең хәбәрсе.