Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
7 Май 2018, 17:39

“Еңеүҙе Литвала ҡаршыланым…”

Йылдар үткән һайын Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының һаны һирәгәйә бара. Уларҙың батырлыҡтары тураһында иҫтәлектәр ҙә бик аҙ ҡалған, сөнки яу батырҙары үҙҙәре тураһында күкрәк киреп һөйләп йөрөмәне. Бик тыйнаҡ булды улар. Һуғыштан иҫән-һау ҡайтырға насип булғандары ла үҙҙәрен һуғыш емеректәрен төҙәтеүгә, икмәк үҫтереүгә, ғаиләһенә, балаларына бағышланы. Шуларҙың береһе – ауылдашым Ғәзизйән Бәҙретдинов тураһында һөйләргә иҫәбем.

Ул 1922 йылда Абдулла ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Артабан белем алыу теләге ҙур булыуға ҡарамаҫтан, матди яҡтан мөмкинлек булмау сәбәпле, эш башларға тура килә. Уйы: бер аҙ аҡса эшләп, һөнәри белем алыу. Әммә ҡәһәрле һуғыш уның бөтә пландарын селпәрәмә килтерә.

1941 йылдың авгусында 19 йәшлек егетте армия сафына алалар. Алты ай дауамында Свердловск хәрби училищеһында командирлыҡҡа уҡый. Фронтҡа кесе лейтенант званиеһында взвод командиры вазифаһында китә.

Фронтҡа китеүен былай тип һөйләне ул: “Поезд Красноуфимск станцияһына килеп туҡтаны. Ишеккә ташландым, минең арттан тағы бер иптәш килеп сыҡты. Ишекте асып, мин:

– Башҡортостандан, Абдулла ауылынан кем бар? – тим.

Ә теге егет:

– Дыуан-Мәсетленән бар-ҙармы? – тип ҡысҡыра.

Перронда халыҡ күп ине, әммә таныштар осраманы. Сәләмдәребеҙҙе еткерә алмағаныбыҙ өсөн, күңелдәребеҙ төштө.

Иптәшем башҡорт егете булып сыҡты. Мин уға: “Ана теге бейек тауҙар артында беҙҙең Имән, Тирмән тауҙары ята, шунда инде минең ауылым”, – тим.

Ул үҙенең Дыуан-Мәсетленән булыуы, “Уралмаш” та эшләүе тураһында һөйләне.

Ҡариҙел йылғаһы көньяҡҡа, беҙҙең яҡҡа боролоп аға, ә беҙ көнбайышҡа юлыбыҙҙы дауам иттек. Башҡорт егете түҙмәне, йырлап ебәрҙе:

Уралып-уралып аға

Уралымдың һыуҙары.

Уралым һыуҙары кеүек

Уралышырбыҙ әле.

– Һау бул, Урал! Иҫән бул-һаҡ, бер ҡайтырбыҙ әле, – тип дуҫым менән вагонға индек.

Юлда өс көн барҙыҡ. Ни сәбәптәндер, ике көн бөтөнләй ашатманылар. Поезд кистәрен генә алға бара, сөнки көндөҙ немец самолеттары бомба ташлай.

Беҙ маршал К. А. Мерецков етәкселегендәге Волхов фронтына эләктек. Фронт линияһы тигеҙ, ныҡлы түгел икән, бер часть алда, икенсеһе артта, элемтә юҡ. Мин дүрт автоматсыны алып, күрше часть менән элемтә булдырыр, дошман позицияларын белер өсөн, разведкаға киттем. Кинәт ҙур соҡорға тап булдыҡ. Уны ситләтеп егермеләгән немец йоҡлап ята, береһе һаҡта тора. Шул саҡ һаҡсы хәбәр итеп өлгөргәнсе, мин атып ебәрҙем. Ҡалғандарын да юҡ итеп, тиҙ генә алға йүнәлдек. Утҡа тотһалар ҙа, күршеләр менән элемтә урынлаштырып, дошман позицияһын асыҡлап, барыбыҙ ҙа иҫән-һау әйләнеп ҡайттыҡ. Тәүге алыш шулай уңышлы тамамланды.

Беҙҙең часть алғараҡ сыҡ-ҡанға күрә, фашистар уны, баш-ҡаларҙан айырып, ҡамарға булды. Башта ике яҡлап пехота һөжүм итте. Минең взводта ауылдан сыҡҡан төрлө милләт егеттәре ине, барыһы ла үҙҙәрен аямай һуғышты. Пехотаны үткәрмәнек, немецтар күпләп ҡырылды, беҙҙең яҡтан да һәләк булдылар. Икенселәй беҙгә ҡаршы танктар ташланды, улар артынан немец автоматсылары килә. Танктарҙы үткәрмәҫ өсөн һалдаттарҙың бер өлөшөн, гранаталар биреп, алғараҡ ҡуябыҙ. Грана ташлаусылар үҙ бурыстарын үтәне, танктарҙы үткәрмәне, ләкин барыһы ла ятып ҡалды… Бер нисә тәүлектән башҡа частар беҙҙең менән тигеҙләште, ҡамауҙа ҡалыу ҡурҡынысы бөтөрөлдө.

Взводта аҙ ҡалдыҡ, яңы һалдаттар өҫтәнеләр. Улар ҙа ауыл егеттәре: ҡаҙаҡтар, үзбәктәр. Башҡортостандан, Учалынан, барҙар ине. Әкренләп һуғышыр-ға өйрәнәбеҙ. Юғалтыуҙар ҙа әҙерәк була башланы.

Новгород ҡалаһын фашис-тарҙан азат иткәндә һуғыш ҡаты булды, шунда аяғым яраланды. 20 көн госпиталдә яттым. Артабан Нарва өсөн ҡан ҡойоштоҡ. Иң хәтәре – штык һуғышы. Бында ла һынатманыҡ.

Иң иҫтә ҡалғаны – Ленинград блокадаһын өҙөү. Бик ҡыҙғаныс күренеш: ҡамауҙан сығыусы блокада һалдаттары бигерәк ябыҡҡан. Миңә был һуғыш өсөн “Ленинградты обороналаған өсөн” миҙалы бирелде.

Немецтарҙың ике йыл буйы нығытылған доттарын (долговременная огневая точка) алыу өсөн бер ай һуғыш барҙы. Алдыҡ, ләкин һалдаттар ҙа күп ҡырылды.

Эстонияны алыуҙа ҡатнаштым.

Латвия өсөн һуғышта ҡулым яраланды. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнеләр. Унан һуң контузия алдым. 1942 йылда лейтенант званиеһы бирелде, бер йылдан һуң – өлкән лейтенант.

Еңеү көнөн Литвала ҡаршыланым. Шулай ҙа беҙҙең группировкала һуғыш барҙы, сөнки эсэсовсылар ҡалған ине әле.

1945 йылда миңә I дәрәжә Ватан һуғышы ордены тапшырылды.

Һуғыш йылдарында өйҙән хаттар килде, әммә беҙгә аслыҡ, ауырлыҡтар тураһында яҙманылар. Хатта атайымды бер ус фураж өсөн төрмәгә ултырт-ҡандарын да белмәнем,” – тип иҫтәлектәре менән уртаҡлаша ине ветеран.

Ғәзизйән Бәҙретдинов Абдуллаға 1946 йылдың июнендә генә ҡайта. Башта Мөслим мәктәбенә хәрби етәксе итеп ҡуялар. Йөрөп эшләүе ауыр булғас, ауылға ҡайта. Колхозда эшләй: ураҡ машинаһында, үҙе ҡорған пилорамала һәм төҙөлөш бригадаһында бригадир, кочегар. Бер нисә тапҡыр ауыл советы депутаты, колхоздың ревизия комиссияһы рәйесе итеп һайлана. 1982 йылда пенсияға сыға. Ҡатыны Мөҡсинә апа менән дүрт ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр, оло тормош юлына аяҡ баҫтыралар.

Еңеүҙең 55 йыллығын билдәләп, 2000 йылдың 11 октябрендә 78 йәшендә мәңгелеккә күҙен йомдо ҡәҙерле ауылдашыбыҙ.

Рәмзиә СӘҒҘӘТОВА,

музей етәксеһе, Абдулла ауылы.