Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
3 Май 2018, 17:58

Фронтҡа тотош ғаиләләр китә

Бөйөк Ватан һуғышының ҡаты ҡулы һәр бер ғаиләгә ҡағыла. Барыһы ла Ватан һағына баҫа. Яңы Мөслим ауылының 400-ҙән ашыу кешеһе фронтҡа китә, һәм уларҙың бары тик яртыһы ғына һуғыштан ҡайта.


Әҙиулла Һаҙыев 1928 йылдарҙа сик буйында.


Барыһы ла китә: тормош тәжрибәһе һәм аҡыл туплаған, дары еҫен еҫкәп ҡараған ирҙәр ҙә, кисә генә һуғыш уйыны уйнаған малайҙар ҙа. Барыһын да мәңгелек дошманға ҡарата күрә алмаусанлыҡ берләштерә.

Хәмәтулла Мөхәмәтйәровтың ғаиләһенән һуғышҡа дүрт ул: Таип, Зәбихулла, Ҡәүи, Ғәзизйән Хәмәтуллиндар китә. Уларҙың барыһы ла батырҙарса һәләк була.

Фәтихов Таһир Мөхәмәтйәр улы үҙе һәм дүрт улы алына. Таһир Мөхәмәтйәр улы һәм өс улы: Ғәбделманнаф, Камил, Хәмәтнур әйләнеп ҡайтмай, тик кеселәре Ғәбделйәнгә генә иҫән ҡалырға насип була. Зарипов Мәғәсүм Зариф улы өс улын көтөп ала алмай: Вәкил, Нуриәхмәт һәм Муллахмәт тә баштарын һала. Зарипов Хәбирҙең ғаиләһе ауыл исемлегенән бөтөнләй юғала, уның өс улы: Ғәлимйән, Хәкимйән, Халиҡ – һәләк булғандар. Шулай уҡ Хәйруллин Хәтмулланың да ғаиләһе юғала: Шакирйән, Ғәлимйән, Ниғәмәтйән ҡайтмайҙар. Бәширов Ғималетдин һуғышҡа өс улын ебәрә, улар Еңеү өсөн ғүмерҙәрен бирә.

Зарипов Һаҙыйҙың ике улы Бөйөк Ватан һуғышы ҡырҙарында Тыуған ил өсөн һуғыша. Хоҙайға шөкөр, икеһе лә ҡайта, яралар һәм контузиялар менән, ләкин иҫән ҡайталар. Үкенескә күрә, инде беҙҙең арала юҡтар, ләкин улар – беҙҙең хәтерҙә.

Һаҙыев Әҙиулла 1900 йылда тыуған. Эшсе-крәҫтиәндәр Ҡыҙыл Армияһы сафында 1919 йылдан, Башҡорт АССР-ының Дыуан кантоны тарафынан алынған. Баш-ҡортостан һәм Ырымбур губернаһы территорияларында 1920-1922 йылдарҙа ҡораллы бандаларҙы юҡ итеүҙә ҡатнашҡан. СССР НКВД-һының 1937 йылдың 7 майындағы бойороғо нигеҙендә Ҡаҙаҡ ССР-ы НКВД-һы сик буйы ғәскәрҙәренең 50-се сик отряды йәшерен-оператив часы коменданты ярҙамсыһы А. Һаҙыевҡа “2-се ранг техник-интенданты” званиеһы бирелә. Бөйөк Ватан һуғышында 1941 йылдан ҡатнаша. Ике ауыр һәм бер еңел яраһы, өс контузияһы бар. Һуғыштың башланған ғына мәлендә – капитан Һаҙыев А. 246-сы уҡсылар дивизияһының айырым разведка батальоны командиры, шунан 29-сы армияның йыйылма тот-ҡарлыҡ итеүсе отряды командиры. 246-сы уҡсылар дивизияһы командиры генерал-майор И. И. Мельниковтың бойороғон үтәп, 1941 йылдың 25 – 30 авгусында Великие Луки ҡалаһын ныҡышмалы һаҡлай. Ҡаты яралана. Шунан 29-сы армияның йыйылма тотҡарлыҡ итеүсе отряды менән командалыҡты ҡабул итә. 1942 йылдың ғинуар-февралендә командарм-29 генерал-майор Шевцовтың “Ржев-Великие” тимер юлы буйлап төп йүнәлеште обороналау буйынса бойороғон үтәгәндә Ржев янында дошман ҡамауына эләгә, аяғы яраланыуына ҡарамаҫтан сафта ҡала һәм дошман һөжүмен кире ҡаға. Ҡоралдары һәм кәрәк-яраҡтары менән бергә 700 һуғышсы һәм командирҙы (уларҙың 150-һе – яралылар) ҡамауҙан үҙе шәхсән алып сыға. 1944 йылда Һаҙыев А. – ГУВсевобуч бүлеге начальнигының өлкән ярҙамсыһы. Ленин (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1942), Ҡыҙыл Байраҡ (1925), I дәрәжә Ватан һуғышы (06.11.1944) ордендары менән наградланған.

Һуғыш тамамланғандан һуң Ҡаҙағстан-ға хеҙмәт итергә ебәрелә. Демобилизацияланғандан һуң оҙаҡ йылдар Ҡаҙаҡ ССР-ының Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары советында эшләй. Уның улы Ғосман, ғаилә традицияһын дауам итеп, кадр-ҙағы хәрби булып китә.

Һаҙыев Ғарифулла Һаҙый улы, 1904 йылғы, сроклы хеҙмәтен атлы-тау-артиллерия полкында үтә. Мәсетле район хәрби комиссариаты тарафынан 1942 йылдың 20 ғинуарында алына. 1942 йылдан 1943 йылға тиклем айырым саперҙар ротаһы составында һуғыша. 1943 йылда һул сирағы яралана. Госпиталдә дауаланғандан һуң һаулыҡ торошо буйынса запасҡа оҙатыла. Ауылға ҡайтҡас Яңы Мөслим ауыл Советы рәйесе итеп ҡуйыла. Һуғыш йылдарында ауыл Советы күп кенә ауыр мәсьәләләрҙе хәл итә: колхозға, кешеләргә заданиелар билдәләй, крәҫтиәндәр-ҙе урман әҙерләүгә һәм башҡа эштәргә мобилизациялай. Ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарттар, балалар армияны туйҙырыуҙы, ҡоралландырыуҙы, кейендереүҙе, үҙҙәренә иҫән ҡалыу бурыстарын үҙ өҫтәренә ала. “Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла еңеү өсөн” девизы аҫтында йәшәй һәм эшләй-ҙәр. Самолеттар, танктар төҙөлөшөнә аҡса йыялар. Ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләйҙәр, һарыҡ тиреләренән тундар тегәләр һәм барыһын да фронтҡа оҙаталар. Заманының аяуһыҙлығына ҡарамаҫтан, ул кешеләргә ярҙам итергә тырыша. Ауылдаштары уның изгелектәрен һәм кешелеклеген иҫкә төшөрә. “Батыр хеҙмәте өсөн”, “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн” миҙалдары менән наградлана.

Әле Яңы Мөслим ауылында Ғарифулла Һаҙыевтың улдары Рифат һәм Азат Һаҙыевтар, уларҙың балалары, ейәндәре йәшәй. Улар үҙ туғандары менән ғорурлана ала.

Рәфҡәт ХӘМӘТУЛЛИН,

Оло Ыҡтамаҡ ауылы.