Әле һуғышҡа тиклем үк Мулланур ағай Мөслим ҡыҙы Менәүәрә Басирова менән таныша. Һуғышҡа тиклемге йәштәргә күңел асыу форсаты бик аҙ була: һирәк-һаяҡ клубта кино, концерт йәки спектакль ҡуялар. Был парҙы йыр-моңға һөйөү берләштерә, татар халыҡ йырҙарын улар бик матур башҡара торған була. Менәүәрә апай йырсы булып дан тота, халыҡ уны “Соколовка һандуғасы” тип йөрөтә (Соколовка – Яңы Мөслимдең бер өлөшө).
Айырылышыу мәле етә. Менәүәрә апай йәрен һуғыштан көтөп алырға һүҙ бирә, ә Мулланур ағай: “Көт мине, мин ҡайтырмын”, – ти һәм вәғәҙәһен үтәй.
1942 йылдың йәйенән йыл һуңына тиклем уға һуғыштың иң ҡыҙыу участкаһында, Сталинград фронтында һуғышырға тура килә. Үҙен инициативалы һәм ҡыйыу итеп күр-һәткән уҡсылар бүлеге командиры М. Х. Ғибәҙуллин Сталинград фронтының 21-се армияһы ҡарамағындағы ҡыҫҡа сроклы офицерҙар курсына ебәрелә. Өс айҙан ул инде Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 67-се гвардия уҡсылар дивизияһы взводы менән командалыҡ итә. Йәнә һуғыштың ҡыҙыу барған ере, атаҡлы Курск Дуғаһы. Командование тарафынан лейтенант Ғибәҙуллиндың взводы алдына дошман доты һаҡлаған стратегик мөһим позицияны алыу бурысы ҡуйыла. Минометтар һәм пулеметтар яуҙырған ҡаты ут аҫтында яугирҙар шыуышып үлем зонаһын үтеп китә һәм дошманға һөжүм итә. Задание үтәлә! Взводтан бик аҙҙар тере ҡала, ә командир үҙе яраланып, лазаретта ғына аңына килә. Был алыш өсөн Мулланур Хәбиб улы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана. Совет ғәскәрҙәренең Курск һуғышындағы еңеүен ул 1943 йылдың 5 авгусында госпиталдә ишетә, Орел һәм Белгород ҡалаларын азат итеү хөрмәтенә тәүге салют яңғырай.
Алған яралары уға фронттағы хеҙмәтен дауам итергә бирмәй, ул НКВД ғәскәрҙәренә, айырыуса мөһим предприятиеларҙы һаҡларға ебәрелә, уҡсылар взводы командиры, шунан гарнизон начальнигы булып хеҙмәт итә.
1946 йылдың февралендә Мулланур ағай ҡайтып төшә, бында уны әсәһе, ҡустылары һәм, әлбиттә, ярат-ҡан ҡыҙы көтә. Тылдағыларға ла ауыр була. Һуғыш ауыл хеҙмәтсәндәренән ҙур фиҙаҡәрлек талап итә. Трудодендәрҙең мотлаҡ минимумы йылына өс йөҙ көнгә тиклем арттырыла. Колхоз-совхоздарҙың продукциялары тулыһынса һәм бушлай тиерлек дәүләткә тапшырыла. Колхозсылар йорт яны участкалары иҫәбенә генә иҫән ҡала, уларына ла һалымдар һалына, төрлө йыйымдар түләтелә. Крәҫтиәндәрҙең көстән тыш тырышыуы армияны аҙыҡ-түлек, ә сәнәғәтте сеймал менән тәьмин итергә мөмкинлек бирә.
Менәүәрә апай тотош һуғыш дауамында колхозда эшләй һәм Мулланур ағайҙы көтә. Ябай ғына итеп туй яһайҙар. Мулланур Хәбиб улы тейешле отпускыһын да алып тормай Жданов исемендәге колхозда эшкә тотона. Башта – ҡабул итеү пункты мөдире, шунан бригадир, рәйес урынбаҫары булып. Артабан эшләү өсөн белеме етмәй, һәм партия райкомы ҡарары буйынса уны Өфөгә уҡырға ебәрәләр. Кәрәкле белемгә эйә булғас, 1952 йылдың октябренән колхоз рәйесе булып эшен дауам итә. Ул эшләгән дәүерҙә Жданов исмендәге колхоз һөт, ит, иген етештереүҙә, матди-техник ҡиммәттәрҙе арттырыуҙа шаҡтай уңыштарға ирешә. Хеҙмәт батырлығы өсөн Мулланур Хәбиб улы 1971 йылда Ленин ордены, “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләнә, 1983 йылда уға “БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеме бирелә. Тик, әгәр ғаиләһендә ышаныслы тыл, ҡатыны терәк булмаһа, ул шундай уңыштарға ирешә алыр инеме икән?! Ғибәҙуллиндар ғаиләһендә 10 бала тәрбиәләнгән, 1960 йылда Менәүәрә Дәүләт ҡыҙына “Герой-әсә” исеме бирелә. Бөтә балалары ла йәмғиәттең лайыҡлы ағзалары булып үҫкән, төрлө һөнәрҙәр алған. Улар араһында медицина хеҙмәткәрҙәре лә, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, бухгалтерҙар, водителдәр ҙә бар. Йыр-моң яратыу ата-әсәләренән уларға ла тапшырылған. Ғибәҙуллиндарҙың тарихы бына шундай! Былтыр Менәүәрә апай 90 йәшлек юбилейын билдәләне. Уға ныҡлы һаулыҡ һәм тыныс ҡартлыҡ теләйбеҙ!