Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
16 Апрель 2018, 17:32

Шанлы йылдар иҫтәлеге

Минең олатайым Әлпе Сәмиғулла улы Әфризунов 1930 йылда Ишәлелә тыуған. Ғаиләлә алты бала үҫкәндәр. Ул заманда ауыл халҡы бик ауыр йәшәгән: баҫыуҙарҙа мул иген үҫтерелһә лә, бар уңыш бөртөгөнәсә дәүләткә тапшырылған. Шул ваҡытта олатайымдың атаһы Сәмиғулла, колхозсыларҙы йәлләп, игендең бер өлөшөн хеҙмәт хаҡын түләүгә тотона. Әммә кемдер был хаҡта юғары етәкселәргә ошаҡлай, һәм Сәмиғулла олатайҙы ҡулға алалар. Һуңынан уны бар ғаиләһе менән Ленинградҡа оҙаталар. Унда ул заводта эш башлай, ҡатыны өйҙә балалар ҡарай.


Әлпе Әфризунов Сталинград ҡалаһында хәрби хеҙмәттә. 1954 йылдың 18 апреле.

1941 йылдың сентябрендә ҡала һуғыш блокадаһында ҡала. Олатайым иҫләүенсә, ҡаланы фашистар көнөнә өс-дүрт тапҡыр бомбаға тота. Төндә һауаға водород тултырылған дирижаблдәр осорола. Немец самолеттары ошо газға осрап, шартлап ҡолай. “Был ваҡытта балалар бик тә ҡур-ҡа ине: иң кескәй һеңлемә ни бары өс йәш, ул башын мендәр аҫтына йәшерә торғайны”, – ти олатай. Ә иң өлкән ағалары фронтҡа киткән була.

“Блокада осоронда икмәкте эшләгән кешеләргә генә иҫәпләп бир- ҙеләр, шуға ла әсәйемә бер өлөштө алтыға бүлергә тура килде. Өҫтәл тирәләй теҙелешеп ултырабыҙ, бер валсығын да исраф итмәй тәмләп ашайбыҙ. Шул хәтлем ҡиммәт ине беҙҙең өсөн ул “әпәй”. Атайым заводта эшләгәнлектән генә беҙ, аслы-туҡлы булһаҡ та, бик бөлгөнлөккә төшмәнек. Атайыма заводтан өҫтәмә “паек” бирелде.

Халыҡ аслыҡтан бик ҡырылды, урамда китеп барышлай йығылып үлә ине. Тәүҙә үлгәндәрҙе йыйып күмергә тырыштылар, әммә һуңынан ул эш тә туҡтатылды – битарафлыҡтан түгел, ас халыҡтың хәле бөтөнләй бөткәйне. Ашарға юҡлыҡтан, эт, бесәйҙәрҙе лә тотондолар. Ул иттән әсәйем аш бешерҙе. Айырыуса, эткә ҡыуанабыҙ – уның ите бер нисә көнгә етә ине.

1942 йылдың ҡышында боҙ менән ҡапланған Ладога күле аша әҙләп аҙыҡ-түлек, һуғыш кәрәк-яраҡтары килтерелә башланы. Был юлды “ғүмер юлы” тип атанылар.

Шул юл аша мөмкинлектәре бул-ған кешеләр “Оло ергә” сыға алды. Хәлһеҙҙәрҙе саналарҙа, машиналарҙа ташынылар. Ладога күлен сыҡҡандарҙы эшелондарға тейәп Уралға, Себергә оҙаттылар”. Олатайымдар шулай блокаданан ҡотола. Аталары ғаиләһен Красноуфимск районының Байыҡтуҙ ауылына күсерә.

“Поезда барғанда, составтың башында ла, аҙағында ла зенит ҡоролмалары ҡуйылғайны. Фашист самолеттары оҙаҡ ҡына “оҙатып” барҙы, йыш ҡына утҡа тотто. Шуға ла поезд туҡтатылманы, эҙәрлекләүҙән тиҙерәк ҡасыу яйы күрелде. Бер станцияла немецтар тимер күперҙе бомбалар менән шартлатырға ниәтләне. Әммә зенит ҡоролмалар күпер- ҙе лә, эшелонды ла һаҡлап ҡала алды. Был күренештәрҙе балалар ҡурҡыу ҡатыш ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте”. “Оло ергә” алып барған ошо “сәйәхәт”, ышаныс, өмөт менән тулы көндәр 12 йәшлек олатайымдың хәтерендә лә бик ныҡ уйылып ҡалған. Был хаҡта ул күҙ йәштәреһеҙ һөйләй алмай ине.

Гүзәл ӘФРИЗУНОВА

(“Ишәле һәм Һоям – тыуған оям” китабынан).