Мәсетле тормошо
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
13 Апрель 2018, 14:26

Яуҙа ла, тыныс тормошта ла ысын яугир

1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар сафы һирәгәйгәндән-һирәгәйә бара. Беҙҙең районда ни бары бишәүһе иҫән. Уларҙың береһе – Бәғҙән Баһауетдин улы Камалов. Бөгөн уға 92 йәш.


Б. Камалов һуғыштан һуң (һулда).


Атайыбыҙ 1925 йылда Иҫке Мишәр ауылында тыу-ған. Атаһы үлгәндән һуң өләсәйебеҙ уны һәм туғандары Иҙелман менән Йәүһәрәне үҙенең тыуған ауылы Һөләймәнгә алып ҡайтып китә, унда татыу бер ғаилә булып йәшәп буй еткерәләр. Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбен уңышлы тамамлағанлыҡтан, башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләүен үтенәләр.

1943 йылда 18 йәшлек егетте армияға алалар. Хәрби оҫталыҡҡа ул артиллерия мәктәбендә өйрәнә, унда артиллерист-разведчик хәрби һөнәрен алып сыға.

Атайыбыҙ бик баҫалҡы кеше була. Һуғыш тураһында, үҙенең батырлыҡтары хаҡында аҙ һөйләне. Нигеҙҙә ул Балтик буйы ҡалаларын азат итеү өсөн барған һуғыштарҙа ҡатнашҡан. Фронттағы батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” һәм “Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. Уға ике тапҡыр Юғары Баш командующий Советтар Союзы Маршалы И. В. Сталиндың Рәхмәте иғлан ителгән.

Аяуһыҙ алыштарҙың береһендә ул етди контузия ала. Ләкин госпиталдә оҙаҡ ятмай, яңынан фронтҡа ебәреүҙәрен үтенә. Өйгә күтәренке рухлы хаттар яҙа. “Дошман бирелергә теләмәй, һуғышҡа яңынан-яңы көстәрен ырғыта. Ләкин беҙ бирешмәйбеҙ. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!” – тип яҙа әсәһенә.

Һуғыштан ҡайтҡас, атайыбыҙ Кесе Ҡыҙылбай ауылынан бик сибәр һәм эшһөйәр ҡыҙ Факиһаға өйләнә. Икәүләп биш бала үҫтерәләр. Бөгөн ул бик бай олатай. Уға 18 ейәнен һәм 8 бүләһен күреү бәхете тейҙе.

Һуғыштан һуң да атайыбыҙ ысын яугир булып ҡала. Фиҙаҡәр хеҙмәте менән тыуған районын үҫтереүгә ул ҙур өлөш индергән. Ялҡынлы коммунист булды, “Мәсәғүт” совхозының профсоюз комитеты рәйесе, МТС-та, район Советы баш-ҡарма комитеты ер төҙөлөшө бүлегендә ер төҙөлөшө технигы, ер төҙөлөшө инженеры, хужалыҡ-ара ҡатнаш аҙыҡ заводы директоры булып эшләне. Шулай уҡ район тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәте рәйесе вазифаһында хеҙмәт итте.

Бына шундай булды беҙҙең атай! Беҙ, уның балалары, күп һанлы ейәндәре һәм бүләләре, уға ныҡлы һаулыҡ һәм бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.

Тальвик КАМАЛОВ,

педагогик хеҙмәт ветераны.