Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
13 Апрель 2018, 14:24

Ябай ауыл егете ине…

Иҫән булһа, уға 67 йәш тулыр ине… Медицина хеҙмәте полковнигы Данис Ғәлимовҡа арналған хәтер кисәһе Балалар сәнғәт мәктәбенең тамашалар залында үтте. Сараны ҡаһарман яҡташыбыҙҙың улы, табип-уролог, медицина хеҙмәте майоры Рөстәм Ғәлимов һәм район тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы ойошторҙо.

Һоҡланғыс хәрби врач Данис Ғәлимовты хөрмәтләп иҫкә алыу өсөн туғандары, уҡытыусылары, класташтары, Афған һуғышы ветерандары, район үҙәгендә йәшәгәндәр һәм лицей уҡыусылары килгәйне.

– Мәктәп йылдарында Данис ябай ауыл егете ине. Яҡшы уҡыны, башҡаларҙан әллә ни айырылып торманы, бөтә класс һәм мәктәп сараларында ҡатнаша торғайны, – тип иҫенә төшөрҙө уның класташы Раиф Искәндәров.

Уның мәктәптәге уҡытыусылары – педагогик хеҙмәт ветерандары Зоя Никифоровна Цапалова менән Ольга Александровна Ваһапова элекке уҡыусылары тураһында йылы һүҙҙәр әйтте.

Ғәлимов Данис 1951 йылдың 8 апрелендә Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыу-ған. Хәрби врач сифатында Афғанстан Республикаһына ебәрелгәндә инде уның медицина хеҙмәте капитаны званиеһы була. Унда таулы ерлектә разведподразделение яралыларын ҡотҡарыу буйынса һуғыш операцияһында ҡатнашҡан өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана.

Афғанстандағы хеҙмәтенән һуң “Терапия” специальносе буйынса Ленинград ҡалаһында С. М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһының етәксе медицина составы факультетына уҡырға инә. Уҡыуын тамамлағас, терапия һәм пульмонология бүлексәләре начальнигы сифатында хеҙмәтен Мәскәү округының 339-сы округ госпиталендә дауам итә. Шулай уҡ ул Мәскәү өлкәһе Марфин үҙәк хәрби клиник шифаханаһының дауалау корпусы начальнигы була. Пенсия йәшенә етеп, хәрби хеҙмәттән бушатылғас, Рәсәй Оборона министрлығының 52-се консультация үҙәге табип-терапевы булып эшләүен дауам итә. Унда ла эшмәкәрлеге менән етәкселектең һәм пациенттарының бәхәсһеҙ абруйын яулай.

2014 йылда Данис Ғәлимов дауалап булмай торған сир менән ауырып китә, ә 2017 йылдың 25 июлендә уның йөрәге тибеүҙән туҡтай. Санкт-Петербург ҡалаһында ерләнгән.

Хәтер кисәһендә ҡатнашыусылар алдында Данис Ғәлимовтың улы Рөстәм сығыш яһаны һәм музейға атаһының шәхси әйберҙәрен: наградаларын, хәрби формаһын һәм документтарын тапшырҙы.

Хәтер кисәһе район тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейын һәм уның хөрмәтенә әҙерләнгән стендты ҡарау менән тамамланды.


Айгөл ШАРАПОВА.