Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
9 Апрель 2018, 17:38

Бер фото тарихы

Һуғышҡа тиклемге фотоһүрәттәр йәбештерелгән альбом ҡарап ултырғанда, 1941 йылдың 23 июле тип яҙылған берәүһенә иғтибар иттем. Атайымдың көндәлегендәге яҙыу-ҙарға ҡарағанда, 23 июлдә Яңы Мөслим ауылынан биш дуҫ сираттағы медицина комиссияһы үтеү өсөн район үҙәгенә саҡыртыла.

Комиссия үткәндән һуң иҫтәлек өсөн Ибәтов тигән фотографта фотоға төшәләр. Уларҙы һеҙ һүрәттә күрәһегеҙ: беренсе рәт һулдан – Әхмәтйәнов Рәжәп Бәҙәмша улы, Хәмәтуллин Вәсил Таһир улы, Сәлимов Шамилйән Камил улы; икенсе рәт һулдан – Бәширов Фазылйән Дәүләтхан улы, Әхтәров Рәҡипйән Сәғәҙәт улы. Уларҙың барыһы ла 1923 йылғы, бөтәһе лә фронт юлдары буйлап үткән, ләкин һәр кемдең яҙмышы үҙенсә була.

Әхмәтйәнов Рәжәп Бәҙәмша улы. 23 мартта тыуған. 1942 йылдың мартынан 780-се уҡсылар полкы составында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, бронебойщик. Украина территорияһында һуғышҡан ваҡытта контузиялана, немецтарға әсиргә эләгә. Әсирлектән ҡасып, партизандар хәрәкәтенә барып ҡушыла, Гуля Королева исемендәге партизандар отряды составында һуғыша. 1947 йылдың мартында демобилизациялана. Хеҙмәт юлы ПМК-8 ойошмаһында үтә. 1994 йылда вафат була.

Хәмәтуллин Вәсил Таһир улы. 5 октябрҙә тыуған. 1942 йылда Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбен тамамлаған. 1942 йылдың 20 майынан – Воронеж фронтының 60-сы армияһы 107-се уҡсылар дивизияһының 504-се уҡсылар полкында рядовой уҡсы. 1942 йылдың 5 авгусынан 1944 йылдың 15 авгусына тиклем – Воронеж, Үҙәк һәм I Украина фронттарының 60-сы армияһы рядовой уҡсыһы. 1944 йылдың 15 авгусынан зенит-пулемет училищеһы курсанты, артабан Көнбайыш фронтының 18-се айырым зенит-пулемет взводы командиры вазифаһына тәғәйенләнә. 1945 йылдың октябрендә демобилизациялана. 1946 йылдың ғинуарынан 1948 йылдың авгусына тиклем – Яңы Мөслим мәктәбе хәрби етәксеһе, 1948-ҙең авгусынан 1949 йылдың сентябренә тиклем мәктәп директоры. 1953-төң сентябренән 1955 йылдың 15 авгусына тиклем – Мәсәғүт уҡытыусылыҡ институты студенты. 1955-тең 5 авгусынан 1956 йылдың сентябренә тиклем – Абдулла мәктәбе директоры. 1956-ның сентябренән 1961 йылдың сентябренә тиклем – Яңы Мөслим тулы булмаған ауыл мәктәбенең физика һәм математика уҡытыусыһы. 1961 йылдың сентябренән 1984 йылдың октябренә тиклем – завуч. 1992 йылдың 28 февралендә донъя ҡуя.

Сәлимов Шамилйән Камил улы. 14 октябрҙә тыуған. Мәсетле район хәрби комиссариаты тарафынан 1942 йылдың 1 мартында һуғышҡа алына. 1942 йылдың сентябрендә туғандары уның һәләк булыуы тураһында хәбәр ала. Ләкин Шамилйән ағай иҫән ҡала. Р. Б. Әхмәтйәнов менән бергә 780-се уҡсылар полкы составында һуғыша. Украинаның Луганск ҡалаһын обороналаған ваҡытта яраланып, немецтарға пленға эләгә. Немец лагерҙарының, ә тотҡонлоҡтан азат ителгәндән һуң Алыҫ Көнсығыштағы лагерҙарҙың бар ҡот осҡос хәлдәрен үҙендә татый. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Жданов исемендәге колхозда умартасы булып эшләй. 1999 йылдың 8 декабрендә баҡыйлыҡҡа күсә.

Бәширов Фазылйән Дәүләтхан улы. Башҡорт панфиловсыһы. 8-се кавкорпустың 112-се Башҡорт кавдивизияһы 294-се кавалерия полкының 1-се эскадроны ҡылыссыһы. 1943 йылдың 23 ғинуарында һәләк була. Үлгәндән һуң 1-се дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән (11.02.1943, 12/н һанлы бойороҡ). Ростов өлкәһе Белая Калитва ҡалаһының “Революция көрәшселәре” майҙанында ерләнгән.

Бына Фазылйән ағайҙың һуңғы яуы, ғүмеренең һуңғы көнөнөң тасуирламаһы. “1943 йылдың ғинуарында ВГК Ставкаһы дошмандарҙың “Дон” армиялары төркөмдәрен тар-мар ҡылыу һәм Донбасты азат итеү тураһында ҡарар ҡабул итә. Көньяҡ-Көнбайыш фронты ғәскәрҙәре Ворошиловград йүнәлешендә хәрәкәт итеп, Төньяҡ Донецты биләргә тейеш ине. 18 ғинуарҙа 112-се Башҡорт атлы дивизияһының йыйылма отряды, бер үк ваҡытта көньяҡтан һәм төньяҡтан һөжүм итеп, ҡалаға ныҡ яҡын килә. Немец ғәскәрҙәре таш йорттарҙы, шахталарҙы, тимер-бетон конструкцияларҙы файҙаланып, Дондың бейек ярында доттар төҙөп ҡуйған. Дошмандың был нығытмалары беҙҙең ғәскәрҙәргә йылға аша һуғыша-һуғыша сығырға мөмкинлек бирмәне. Бында башҡорт кавалеристары дошмандың көслө ҡаршылығына килеп юлыҡты. Төньяҡ Донец артындағы 79,9 бейеклеге бар тирә-яҡ өҫтөнән хакимлыҡ итте һәм алып булмаҫлыҡ булып тойолдо. Лейтенант А. Атаев етәкселегендәге утыҙ яугирҙан торған төркөм бейеклекте яулап алыр-ға һәм уны дивизияның төп подразделениелары килеп еткәнсе тотоп торорға тигән бо-йороҡ алды. 21 ғинуарҙа кискә табан артиллерия әҙерлеге башланды. Ут дошман оборонаһы төпкөлөнә күсерелгәс, төркөм штурмға ташланды. Көслө пулемет уты аҫтында ҡыйыуҙар әкренләп-әкренләп алға ынтылды һәм оҙаҡламай, үтә лә ныҡ ҡаршылашыусы гитлерсыларҙы юҡ итеп, бейеклектә ныҡлы урынлашып алды. 22 ғинуарҙа иртә таң менән тәүге пулемет тауыштары тынлыҡты боҙҙо. Бейеклек яғына табан артиллерия ярҙамында иҫерек гитлеровсылар ротаһы хәрәкәт итте. Алыш башланды. Беҙҙең утыҙ һалдат контратаканы кире ҡағыу ғына түгел, ә дошмандар ротаһын тулыһынса тиерлек тар-мар итте һәм бер бронемашинаны юҡҡа сығарҙы. Шул уҡ көндө 17.00 сәғәттә эсэсовсыларҙың ике ротаһы яңынан бейеклекте биләргә маташып ҡараны, тик, ҡар өҫтөндә тиҫтәләгән мәйеттәрен ҡалдырып, сигенергә мәжбүр булды. Беҙҙең яугирҙар ҙа юғалтыу кисерҙе. Икенсе көндө, төркөмдә иҫәндәрҙән 17 кеше генә ҡалғас, ул тағы ла дошмандарҙың ун танк менән һаҡланыусы 50 автоматсыһы штурмына ҡаршы торҙо. Ул ваҡытта тылдан тағы ла бер пехотасылар батальоны бейеклеккә хәрәкәт итте. Кавалеристарыбыҙҙың сыҙамлылығы, ныҡышмалылығы, ҡа-һарманлығы ысынлап та сик-һеҙ ине. Дошмандың ҡоторон-ған һөжүмен кире ҡағыу өсөн пулеметтар, винтовкалар һәм гранаталар – барыһы ла эшкә ҡушылды. Был алышта ут һәм автомат төйҙәһе менән дошман һалдаттарын юҡ итә-итә беренсе булып ҡул һуғышына ташланған парторг лейтенант Яков Титов менән командир урынбаҫары өлкән сержант комсомолец Зөфәр Әминев айырылып торҙо. Һуғыштың иң киҫкен мәлендә бейеклек битенән танктар күренде. Төркөмдөң яраланып бөткән, ҡан-һыраған комсоргы Фазылйән Бәширов ҡулына гранаталар бәйләме тотҡан килеш тороп баҫа һәм танктарға ҡаршы атлай. Шартлау яңғырай…

… Полк бейеклеккә килеп еткәндә, бында инде иҫәндәр ҡалмаған була. Тирә-йүндә дошман танктары һәм бронемашиналары янып бөтөп бара, тиҫтәләрсә эсэсовсылар мәйеттәре ята. Бөйөк Ватан һуғышы яуҙары араһында 28 гвардиясы-панфиловсылар ҡаһарманлығы менән хаҡлы рәүештә бер рәттән торған ул алыш ана шулай тамамлана. Тыуған ил утыҙ башҡорт баһадирының ҡаһарманлығын юғары баһалай. 294-се кавалерия полкы командованиеһы тарафынан уларҙың барыһы ла Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителә. Наградлау документтары 112-се кавалерия дивизияһы 1943 йылдың 2 февраленән составында булған 3-сө гвардия армияһы штабына килә (ә төркөм 21-22 ғинуарҙа батырлыҡ яһай, ул саҡта әле ул 5-се танк армияһы составында була). СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 31 мартындағы Указы менән лейтенант А. Атаевҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, ә уның егерме туғыҙ хәрби дуҫы I дәрәжәләге Ватан һуғышы ордендары менән наградлана. Ләкин яугирҙар был һуғыш наградалары тураһында белмәй. Тик уларҙың берәүһе генә, һәләк булған тип иҫәпләнгән Павел Григорьевич Халеев, иҫән булып сыға. Коммунист П. Халеев һуңғы яуҙың нескәлектәрен тергеҙергә ярҙам итә. “Беҙҙең төркөмдә, – тип яҙа ул, – нигеҙҙә йәштәр – комсомолецтар, һигеҙ милләт вәкиле булды. Һуңғы контратака алдынан беҙ туғандарса ҡосаҡлаштыҡ һәм шунда һәр беребеҙ үҙ телендә Тыуған ил өсөн үлергә, әммә бейеклекте дошманға бирмәҫкә ант итте…”. Белая Калитва ҡалаһы эргәһендәге Үлемһеҙ бейеклегендә һәйкәл тора. Унда утыҙ герой-атаевсының исеме эре хәрефтәр менән һуғылған. Мәңгелек ут яна. Обелиск нигеҙендә һөйөклө Ватаныбыҙҙың батыр улдары иҫтәлегенә һәр ваҡыт сәскәләр ята”.

Әхтәров Рәҡипйән Сәғәҙәт улы. 12 мартта тыуған. 214-се уҡсылар дивизияһының 766-сы уҡсылар полкы составында һуғышҡан. Ғаиләһе 1942 йылдың 24 июлендә Сталинград эргәһендә уның һәләк булыуы тураһында белдереү ала. Рәҡипйән ағай ҙа тере ҡала. Яраланыу арҡаһында немецтарға әсиргә эләгә. Өс тапҡыр ҡасырға маташып ҡарай, тәүге икәүһендә – уңышһыҙ, ә өсөнсөһөндә теләге тормошҡа аша. Үҙ ғәскәренә барып етә, тикшерелгәндән һуң хеҙмәтен дауам итә. 1948 йылда демобилизациялана. Тик һуғыш эҙһеҙ үтмәй, фронт яралары бәхетле ҡартлыҡҡа тиклем йәшәргә, берҙән-бер ҡыҙы Дамираның үҫкәнен күрергә, ейәндәрен яратырға мөмкинлек бирмәй. 1951 йылдың 21 мартында Р. С. Әхтәровтың йөрәге тибеүҙән туҡтай.

Йылдар үтә, әммә яҡындарыбыҙҙың яҡты иҫтәлеге һәр ваҡыт беҙҙең менән…

Рәфҡәт ХӘМӘТУЛЛИН,

Оло Ыҡтамаҡ ауылы.