Демобилизацияланып ҡайтҡас, үҙ ауылынан Фәхринур исемле ҡыҙға өйләнгән. Йәш ғаилә татыулыҡта, дуҫлыҡта, тыныслыҡта йәшәй. Бер-бер артлы балалары тыуа.
Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. 1942 йылда атайыбыҙ фронтҡа алына. Әхтәрйәндең данлыҡлы улы легендар генерал-майор Таһир Күсимов командалығындағы 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһында һуғыша.
1942 йылдың 2 июлендә дивизия Липецк өлкәһендәге Олым йылғаһы ярында алыша. Был Башҡорт кавалерия дивизияһының тәүге яуы була. Атайыбыҙ Сталинград һуғышында, Украинаны, Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша, Германияға барып етә. Хәрби батырлыҡтары өсөн дивизия Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, II дәрәжә Суворов һәм Кутузов ордендары менән наградлана. Башҡорт кавалерия дивизияһының етмеш алты яугиры Советтар Союзы Геройы була.
Кавалерия полкында Йосопйән Әхтәрйән улы байраҡсы булып хеҙмәт итә. Яуҙарҙа ул дошмандың бер ниндәй көсө алдында ла ҡурҡыу һәм баҙнатһыҙлыҡты белмәй. 1944 йылда бик күп яраларҙан һуң ул демобилизациялана. Яу яланынан бихисап һуғыш наградалары: Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, ике “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, “Сталинградты обороналаған өсөн” миҙалдары менән ҡайта.
Атайыбыҙ Ҡыҙыл Йондоҙ орденына тәҡдим ителгән наградлау ҡағыҙында уның батырлығы тураһында: “Австрия территорияһындағы һуңғы алыштарҙа 1945 йылдың 14 – 20 апрелендә 76 миллиметрлы пушкалар батареяһы расчеты бигерәк тә айырылып торҙо, унда ҡыҙылармеец ӘХТӘРОВ артиллериянан атыу буйынса юғары оҫталыҡ өлгөләре күрһәтте.
Был алыштарҙа иптәш Әхтәровтың орудие уты менән дошмандың 75 миллиметрлы батареяһы, ике танктарға ҡаршы пушкаһы, ике станоклы пулеметы юҡ ителә, дошмандың миномет ротаһы уты баҫтырыла.
Ошо ваҡыт эсендә ике иң көслө һәм һигеҙ бәләкәйерәк дошман атакаларын кире ҡаҡҡанда иптәш Әхтәров һуғышҡан расчет һәр ваҡыт ҡыйыу һәм һалҡын ҡан менән эш итте, дошмандың бер нисә тапҡыр йырып сығырға маташыуын уңышлы кире ҡаҡты, уларҙа артиллеристар-ҙың бик шәп эше арҡаһында дошман ҙур юғалтыуҙар кисереп тарҡалды һәм тәүге позицияларына кире ырғытылды”, – тип яҙылған.
Һуғыштан һуң атайыбыҙ ат ҡараусы, тракторсы, К. Маркс исемендәге колхозда һәм “Мәсәғүт” совхозында сусҡа фермаһы бригадиры булып эшләне. Ул намыҫлы, эшһөйәр һәм талапсан кеше булды, балаларынан да ул ошо уҡ сифаттарҙы талап итте. Әсәйебеҙ менән бергә туғыҙ бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр, барыһына ла урта-махсус һәм юғары белем алырға ярҙам иттеләр. Әсәйебеҙ алты миҙал менән бүләкләнгән һәм “Герой-әсә” тигән маҡтаулы исемде йөрөттө. Уларҙың балалары төрлө тармаҡтарҙа хеҙмәт итте һәм итә. Араларында уҡытыусы, зоотехник, киномеханик, сауҙа хеҙмәткәре, төҙөүсе бар.
Беҙҙең өсөн атай-олатайыбыҙ, ҡарт олатайыбыҙ – ысын герой. Ҡот осҡос һуғыш һынауҙарын намыҫ менән үткән. Уның кеүек үҙ Ватанын ысын күңелдән яратҡандар ҡаһарманлығы менән Еңеү яуланған да инде.