Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
5 Апрель 2018, 17:07

Үҙенең “Студебекер”ында Европаның туғыҙ илен үткән

Атай-әсәйебеҙ дүрт бала тәрбиәләп, уларға юғары белем бирә алыу-ҙары менән бик ғорурланды. Барыбыҙ ҙа һайлаған һөнәребеҙ буйынса эшләнек, әле инде хаҡлы ялдабыҙ. Атай-әсәйебеҙ хәҙер юҡ, ләкин яҡты иҫтәлек һәм уларға булған сикһеҙ һөйөүебеҙ әле лә тере һәм беҙҙең аҡылыбыҙҙа, йөрәгебеҙҙә һаҡлана.

Атайыбыҙ Халиҡ Ихъяев 1924 йылдың 24 июнендә Әжекәй ауылында тегенсе һәм йорт хужабикәһе ғаиләһендә тыуған. Ете йыллыҡтан һуң ул Силәбе өлкәһенең Златоуст механика техникумына бухгалтерлыҡҡа уҡырға инә. Буласаҡ әсәйебеҙ, Һабанаҡ ауылында тыуып үҫкән Сәлимә Фәтих ҡыҙы, әле һуғышҡа тиклем үк Мәсәғүт башҡорт педагогия техникумын тамамларға өлгөрә һәм атайыбыҙҙың тыуған ауылына ебәрелеп, унда башланғыс мәктәп мөдире була һәм урындағы балаларҙы уҡыта. Бына шунда танышып ғаилә ҡоралар ҙа инде беҙҙең атай-әсәйебеҙ.

Һуғыш башланғас, әсәйебеҙ үҙе тирәләй ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын туп-лап, кистәрен Ҡыҙыл Армия яугир-ҙары өсөн ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләй-ҙәр.

18 йәшкә еткәс, атайыбыҙ Мәсетле район хәрби комиссариаты тарафынан эшсе-крәҫтиәндәр Ҡыҙыл Армияһы сафына алына һәм БАССР-ҙың Благовещен ҡалаһындағы хәрби училищеһына ебәрелә. Бында ул бер йыл тиерлек уҡый, шунан Воронеж фронтына ебәрелә, Курск һуғышында ҡатнаша. Атайыбыҙ өлкән пулеметсы булып, уның ҡул аҫтында алты яугир һуғыша. Яуҙарҙың береһендә атайымдың подразделениеһы дошмандың миномет уты аҫтына эләгә. Мина шартлап, атайым контузиялана һәм балсыҡҡа күмелә. Бары тик уның ер өҫтөндә һерәйеп торған, атыш ваҡытында ярсыҡтар тулып бөткән ҡулынан ғына табып ала уны матәм (ерләү) командаһы. Госпиталдән һуң атайым үҙ часы ҡарамағына ҡайта һәм һуғыша-һуғыша Днепр аша сығыуҙа ҡатнаша.

Днепр аша һуғышып сығыу осорона разведка взводы алдына уң яҡ ярҙа “тел” алырға тигән бурыс ҡуйыла. Был сабауылда беҙҙең атай ҙа ҡатнаша. “Тел” алына һәм тере килеш килтерелә. Ул унтер-офицер булып сыға һәм кәрәкле мәғлүмәт бирә. Бының өсөн атайыбыҙ “Ҡыҙыл Йондоҙ” орденына тәҡдим ителә, ләкин уны ала алмай, сөнки Днепрҙың уң яҡ ярындағы атакаларҙың береһендә аяғы яраланып госпиталгә эләгә.

Госпиталдән һуң атайыбыҙҙы тиҙләтелгән шоферҙар курсына ебәрәләр, уны тамамлағандан һуң, ул яңы ғына “Студебекер” маркалы автомобиль ала. Атайыбыҙ хеҙмәтен дауам иткән автобригада стратегик тәғәйенләнештәге йөктәрҙе оператив рәүештә алғы һыҙыҡҡа һәм тылға ташыу менән шөғөлләнә. Атайыбыҙ һуғыш тамамланғансы ошо бригада составында Советтар Союзы территорияһын фашистарҙан азат итә, ә һуңынан Европа илдәрен фашизмдан таҙартыуҙа ҡатнаша. Ул яугир иптәштәре кеүек үк үҙенең “студебекеры”нда Европаның туғыҙ иле ҡалалары һәм юлдары буйлап үтә.

Һуғыш заданиеларын үтәгән ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн атайыбыҙ I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн”, “Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалдары, “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 25 йыл” күкрәккә тағыла торған билдә, юбилейлы миҙалдар менән наградланған.

Һуғыштан һуң ул хеҙмәтен тағы ла ике йыл дауам итә, сөнки фронтовиктарҙың өлкән быуыны демобилизациялана, ә армияға алыныу йәшендәге йәш егеттәр шул тиклем етешмәй. Яугир хеҙмәтен атайыбыҙ 1947 йылда хисапсы булып Австриялағы ғәскәрҙәр часының береһендә старшина булып тамамлай. Хеҙмәтен тултырып ҡайт-ҡандан һуң атайымды 1947 йылда исеме Златоуст ауыл хужалығы машиналары төҙөү техникумы тип үҙгәртелгән уҡыу йортона кире алалар.

Тыныс ваҡытта атайыбыҙ тыу-ған Башҡортостаныбыҙҙа бухгалтер булып эшләне. Балалары үҫеп етеп, юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә башлағас, атай-әсәйебеҙ ғаиләһе менән Свердловск өлкәһенә, йәғни Свердловск ҡалаһы менән тимер юл бәйләнеше булған Красноуфимск ҡалаһына күсеп килде. Атайыбыҙ “Криулино” совхозына бухгалтер булып эшкә урынлашты, һуңынан шунда уҡ баш бухгалтер булып хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләне. Әсәйебеҙ оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләгән өсөн пенсияға сыҡты һәм балалар тәрбиәләү менән шөғөлләнде.

Азат ИХЪЯЕВ,

Свердловск өлкәһе, Красноуфимск районы, Приданниково ауылы.