Алмаз Хәким улы Әхмәтсафин ауылыбыҙҙың күренекле кешеләре араһында айырым, лайыҡлы урын алып тора. Яҡташтарыбыҙ уны ололап, бик тә яҡын итеп, “беҙҙең Алмаз” тип йөрөтәләр. Уны яраталар, ихтирам итәләр, күптәр уны үҙҙәренең яҡын кешеһе, тормош-ҡа кире ҡайтарыусы итеп хөрмәтләйҙәр. Ул үҙенең фиҙаҡәр хеҙмәте, һөнәри оҫталығы, изгелеге, ярҙамсыллығы менән кешеләрҙең һөйөүен һәм ихтирамын яулаған.
Алмаз Хәким улы Әхмәтсафин 1933 йылдың 13 февралендә тыуа. Ауылыбыҙҙың урта мәктәбен тамамлай.
Беҙ ултыртҡан нескә ағастар.
Мәктәп баҡсаһында теҙелеп үҫкән
Киң ботаҡлы ҡайын булғандар.
Уҡыусылар яҙын таралалар,
Гүйә осҡан яҙғы торналар.
Аҡ ҡайындар ботаҡтарын һелкеп,
Һаубуллашып, оҙатып ҡалалар.
Ана шулай, беҙ ҙә уҡырға тип,
Бәхет эҙләп киттек ян-яҡҡа.
Айырылған ҡаҙ бәпкәһе кеүек,
Өфө ҡалаһының Башҡорт-остан медицина институтын тамамлап, хеҙмәт юлын Ҡый-ғы районы дауаханаһында башлай. Мәскәүҙә аспирантура тамамлап ҡайтҡандан һуң, республика онкология диспансерында эшләй. Медицина фәндәре кандидаты. 120-нән ашыу фәнни хеҙмәттәр авторы. Заман сиренә әйләнгән рак ауырыуын еңеү өсөн күп көс һал-ған табип.
Алмаз Хәким улы күп ҡырлы талант эйәһе. Тормошҡа ғашиҡ, кешеләрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыусы табип, йәне менән шағир, йыр-моң һөйөүсе лә. Оҫта гармунсы, скрипка, пианинола уйнай, үҙе йырлай ине. Техниканы ла яҡын итә – халыҡ-ара радио яратыусылар категорияһына эйә.
Беренсе шиғырҙарын урта мәктәптең һуңғы синыфтарында уҡығанда яҙа башлай. Район гәзитендә баҫтырған беренсе ижад емеше Ленинға бағышлана. Шунан инде ғүмеренең ахырына ҡәҙәр ҡәләмен ҡулынан төшөрмәй. Шиғырҙары “Кызыл тан”, “Өмөт”, “Йәшлек” гәзиттәрендә, “Толпар” журналында, “Аҡсарлаҡтар” альманахында баҫтырыла.
Уның шиғырҙары тематик яҡтан төрлө. Улар тыуған яҡ, тыуған ауыл, уның тәбиғәте, яҡын кешеләре, мөхәббәт, тормош тураһында. Юмор менән, шаярып яҙғандары ла бар. Мәктәпте уҡып бөткәнгә 50 йыллыҡ юбилейына бағышланған “Мәктәбем ҡайындары” шиғырында ул тормошҡа һөйөү хисе менән һуғарылған кисерештәрен белдерә, донъяла ғүмерҙән дә татлыраҡ нәмә юҡ икәнен күрһәтә. Уның шиғырҙары йөрәктәргә үтеп керә, тулҡынландыра, һис кенә лә битараф ҡалдырмай.
Табип һәм шағир… Беренсеһе кешенең тәнен дауалаһа, шиғриәт күңелен дауалай, йәшәргә көс бирә, тип иҫәпләй яҡташыбыҙ.
Тыуған илде һағынып ҡайттым,
Һандуғастар өҙөлөп-өҙөлөп
Яратҡан ауылдашыбыҙға 85 йәш булыр ине… Эйе, үрмәле тормош юлын ул лайыҡлы үтте. Замандаштарының күңелендә ул ысын кеше: иғтибарлы, эскерһеҙ, ярҙамсыл, кеселекле һәм кешелекле булыуы менән һәр ваҡыт һаҡланыр.