1960 йылдың 14 апрелендә Мәрйәм һәм Нуриман Ғәзизовтар ғаиләһендә икенсе булып улдары Раян донъяға килгән. Хеҙмәт яратыусы, зирәк малай бәләкәйҙән үк ата-әсәһенә, ағаһына һәм өс һеңлеһенә терәк һәм ярҙамсы була. Раянға ете йәш, ә иң кеселәренә ете генә ай булғанда ғаилә башлығы фажиғәле рәүештә донъя ҡуя, барлыҡ донъя мәшәҡәттәре әсәләре һәм улдар иңенә ята.
Ун йыллыҡты Раян Малаяҙҙағы интернат-мәктәптә тамамлай, унда бишенсе кластан башлап уҡый. Хужалыҡ секторы өсөн яуаплы тырыш малай унда ла уҡытыусыларҙың “уң ҡулы” була. Уҡыуҙан буш ваҡыттарында спорт менән шөғөлләнгән, фотографиялар менән мауыҡҡан, хатта шиғырҙар яҙған.
Өлгөргәнлек аттестаты алғас, Раян Яраҫтауҙағы водителдәр курсына уҡыр-ға инә. 1979 йылдың октябрь һуңында сибәр йәш егетте СССР Ҡораллы Көстәре сафына алалар. Ошо уҡ йылдың 25 декабрендә Афғанстан территорияһына совет ғәскәрҙәре индерелә. Ҡыҫҡа ваҡытлы әҙерлек курсынан һуң, 1980 йылдың февраленән, Раян да хеҙмәтен шунда дауам итә. Һуғыштың иң ҡыҙыу барған урынына эләгеп, унда бер йыл да өс ай һуғыша. Был тотош армия өсөн иң ауыр һәм аяуһыҙ көндәр була. Яҡташыбыҙ хәрби бурысын намыҫ менән, лайыҡлы үтәй.
1981 йылдың 5 майы – демобилизацияланыуға һанаулы ғына айҙар ҡалып, өйҙә яҡындары һалдатты ҡаршы алырға йыйына башлаған ваҡыт уның һәм яҡындары өсөн бәхетһеҙ көнгә әйләнә. Был көндө сираттағы алыш ваҡытында Раян хеҙмәт иткән ротаның алға барыуына яҡшы нығытылған ут нөктәһе ҡаршылыҡ күрһәтә. Баш осонан һыҙғырыусы пулялар, әйләнә-тирәлә шартлаусы снарядтар яугирҙарға алға барырға мөмкинлек бирмәй. Ут нөктәһен атыу ҡоралы менән баҫтырырға маташалар, тик һөҙөмтәһе булмай. Шул саҡта инде тәжрибә туп-лаған рядовой Ғәзизов ерлек шарттарын файҙаланып, ҡаты яраланыуына ла иғтибар итмәйенсә, йәшерен рәүештә әлеге ут нөктәһенә яҡынлаша һәм уны гранаталарға күмә. Раяндың ҡаһармандарса, дөрөҫөрәге герой-ҙарса яһаған аҙымы арҡаһында ротаның шәхси составы ҡуйылған бурыс-ты үтәй. Тик яралары үлемесле була шул, батыр һалдатты ҡотҡарып ҡала алмайҙар.
Батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Раян Ғәзизов “Рәхмәтле афған хал-ҡынан” миҙалы һәм үлгәндән һуң Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана.
Уны 15 майҙа тыуған ере ҡуйынына тапшыралар.
Тыныс ваҡытта һәләк булған һалдаттың яҡты иҫтәлеге яҡташтары йөрәгендә йәшәй. Ләмәҙтамаҡ мәктәбе музейында махсус стенд эшләнгән, уның исеме тыуған ауылының бер урамына бирелгән һәм “Помни нас, Россия… (Афганистан, 1979 – 1989)” Хәтер кенәгәһенә индерелгән.
(“Мәсетле районының яугир-интернационалистары” китабынан).