Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
15 Февраль 2018, 17:40

Онотоу мөмкин түгел…

1979 – 1989 йылдарҙағы Афған һуғышында 80-дән ашыу мәсетле ҡатнашҡан. Улар араһында Динар Әҙиәтуллин да бар.


18 йәшлек егет Грозный ҡалаһының уҡыу подразделениеһына эләгә. Бында ул артиллерия тягачы механик-водителенә уҡыу үтә. 1979 йылдың октябренән Дағстан Республикаһының Буйнакск ҡалаһында хеҙмәтен дауам итә.

- Декабрҙә беҙҙе тревога менән күтәрҙеләр, – тип иҫенә төшөрә Динар Шәрифйән улы. – Был артиллерия бригадаһы формалаша башлаған ваҡыт. Беҙҙе ҡайҙа ебәрәсәктәрен әле әйтмәйҙәр ине, бары тик унда эҫе, техниканы хеҙмәтләндереү бик ауыр буласаҡ, тип кенә әйттеләр. Ләкин беҙ был урындың Афғанстан булырын һиҙенә инек.

Уларҙы Ашхабадҡа – ул саҡта Германияла, Чехословакияла, Польшала, Венгрияла, Румынияла хеҙмәт иткән совет һалдаттары йыйылған формалашыу урынына ебәрәләр. Егеттәрҙе таулы ерлектә төшөрәләр. Февралдә улар Термез ҡалаһы аша Афғанстан сиген үтә.

Динар Әҙиәтуллин Богдан Хмельницкий һәм Александр Невский орденлы 353-сө Могилев гвардия артиллерия бригадаһы составында Ҡабулдан 60 км арыраҡ Чарикар ҡалаһында хеҙмәт итә. Был ваҡыт мәңгегә уның иҫендә ҡала.

– Һалдат хеҙмәте бер ваҡытта ла еңел булмаған, әлбиттә, – ти ул. – Ләкин төрлө яҡтан һине атыуҙары мөмкин булған таулы ерҙә хеҙмәт итеү рухи яҡтан да ауыр. Колонна булып тау юлынан үткән ваҡытта беҙ ҙә пулялар аҫтына эләктек. Беҙҙекенән артта килгән машинаны пулемет утына тоттолар. Техника янып китте, беҙ унан хеҙмәттәштәребеҙҙе һөйрәкләп сығарҙыҡ. Ул саҡта ҡотолоп ҡала алдыҡ.

Июндә Динар Әҙиәтуллинды баш-ҡа һалдаттар менән бергә Афғанстандан сығаралар. Хеҙмәтен ул Үзбәк-стандың Каттакурган ҡалаһында тултырып ҡуя. Бик яҡшы хеҙмәте өсөн “Рәхмәтле афған халҡынан”, “СССР Ҡораллы Көстәренә 70 йыл”, “Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыу-ға 20 йыл” миҙалдары һәм “Яугир-интернационалисҡа” билдәһе менән бүләкләнгән.

Хеҙмәтен тамамлағандан һуң ике йыл Әстрханда сауҙа флоты матросы булып танкерҙа эшләгән. Стәрлетамаҡ физкультура техникумын тамамлап, тыуған ауылына ҡайта. Динар Әҙиәтуллин бөгөн Әләгәҙ мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы һәм Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер булып эшләй. Ҡатыны менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Байтаҡ йылдар үтһә лә, Афғанстанда хеҙмәт итеү ваҡыты уның хәтерендә мәңгегә уйылып ҡалған.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.