Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
30 Ноябрь 2017, 02:00

Еңел юл эҙләмәне яҡташыбыҙ

Теләш ауылының һәм райондың берҙән-бер физика-математика һәм техник фәндәр докторы Төхвәтов Миңлеғәли Бәҙретдин улы арабыҙҙан китте. Уның бар тормошо башҡа фән өлкәләрендәге бөтә ҡаҙаныштарҙың сығанағы булып торған ғәмәли математиканы өйрәнеүгә арналды.

Тормошта тапалған, шымарған юл юҡ. Уға утты ла, һыуҙы ла кисергә тура килә. Еңеү килтергән 1945 йыл. Беҙ Миңлеғәли менән ете йыллыҡ Теләш мәктәбен тамамланыҡ. Ә һөнәри белем алыу өсөн сабата кейеп Мәсәғүт педучилищеһына тиклем йәйәү йөрөргә кәрәк ине. Был әллә ни бәлә түгел, ә бына рус телен белмәй тороп нисек йәшәү урыны табырға? Уҡый һәм фатир өсөн түләй башлағас, проб-лемалар тағы ла артты. Ашау һәм фатирға түләү өсөн нисек тә аҡса эшләргә кәрәк ине. Уҡытыу рус телендә алып барылды. Ә беҙ рус телен аңламайбыҙ. Шуға күрә ярты йыллыҡҡа өсәр-дүртәр “икеле” сыҡты. Шулай ҙа беҙгә ышандылар, ҡыуманылар. Мин беҙҙең менән шөғөлләнә башлаған завучҡа рәхмәтлемен. Бер ай эсендә беҙ “ике” билдәләрен “өс”кә төҙәттек, ә февраль айынан стипендия ала башланыҡ. I курсты бер нисә “биш”, нигеҙҙә “дүрт” билдәләренә тамамланыҡ. Имтихан көндәрендә аҡсабыҙ бөткәнен бер ҡасан да онотмаясаҡмын. Беҙ ас көндәребеҙҙе һанап, имтихандарға әҙерләнеүҙе дауам иттек.

Педучилищела Миңлеғәли математиктарҙың кумирына әйләнде. Училище директоры Абдулла Абушахманов сығарылыш кисәһендә Төхвәтовҡа ҡыҙыл диплом тапшырҙы. Өс йылдан һуң Мәсәғүт педучилищеһы базаһында Рәсәй- ҙә тәүге ауыл ерендәге уҡытыу- сылар институтын астылар. Миңлеғәли уны ла ҡыҙыл дипломға тамамланы. Унан һуң Ҡазан университетына ғариза бирҙе, ләкин уңышһыҙ булды. Бер йылдан һуң Ташкент дәүләт университетына уҡырға инде. Бер йыл уҡығандан һуң, Ҡазанға күсте. Шулай итеп уның ошо уҡыу йортонда белем алыу хыялы тормошҡа ашты. Ул – Ҡазан дәүләт университеты студенты. Рәсәйҙең абруйлы вузы уны ғалим-математик кимәленә тиклем күтәрҙе. Хеҙмәт эшмәкәрлеген хәрби заводтың электрон-иҫәпләү машинаһында башланы. Ул математик ҡына түгел, ә булмышы менән уҡытыусы ла ине. Шуға күрә Ташкент дәүләт халыҡ хужалығы университетына уҡытыусы булып эшкә урынлашты. Шунда кандидатлыҡ, аҙаҡтан докторлыҡ диссертацияһын яҡланы. Хеҙмәттәр яҙҙы, ғалим-математиктар әҙерләне. Уның хеҙмәте юғары математика буйынса биш томлыҡ баҫма әҙерләү менән тамамланды. Төхвәтов әсбаптары буйынса Рәсәй генә түгел, ә Үзбәк-стан, Ҡаҙағстан һәм башҡа республика уҡыусылары, студенттары һәм ғалимдары уҡый.

Миңлеғәли кешеләргә сәләмәт йәшәү рәүеше нигеҙҙәрен математик фекерләү аша тапшырыу теләге менән янып йәшәне. Уның үҙенсәлекле фекерҙәре “Үҙеңә үҙең ярҙам ит” брошюраларында яҙылған. Көнсығыш медицинаһы асылына төшөнөп, ул күп нәмәне үҙендә һынап ҡараны, үҙ идеяларының тоғро практигы булды. 87 йәшендә лә ул яҡты уйҙар, изге маҡсаттар менән йәшәне. Хатта, үҙемдең еңел булмаған һикәлтәле юлым тураһында мемуар өҫтөндә эшләргә кәрәк, ти ине. Быйыл йәйен Өфөнән алып ҡайтҡанда, ул үҙ аллы йөрөй алмай, аяҡтан ҡалған ине. Ул мәрәкәләп: “Бына, дуҫҡай, мин һәр ваҡыт башым эшләһен, фекерләһен, тип тырыштым, ә аяҡтарым тураһында онотҡанмын. Был минең хата, әлбиттә. Комплекслы уйларға кәрәккән. Ләкин был хатаны төҙәтеремә ышанам”, – тиер ине.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был хатаны төҙәтә алманы. Ул киләсәккә яңы пландар менән үҙ аҡылында мәңгелек йортҡа күсте.

Тәлғәт СӨНӘҒӘТОВ,

Оло Ыҡтамаҡ ауылы.