Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
28 Сентябрь 2017, 02:00

Мәңгелеккә беҙҙең йөрәктәрҙә

1 октябрь – Ололар көнө. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл атайыбыҙ, ҡайныбыҙ Әхтәров Риза Сәғҙей улы мәңгелеккә күҙен йомдо. Ул 23 августа 79 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Әхтәров Риза Сәғҙи улы – хеҙмәт ветераны, алдынғы механизатор, ордендарға эйә, Степной ауылының ерле кешеһе. Ул 1938 йылда тыуа, күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә үҫә. Ете йәшендә атайһыҙ ҡала. Бала һәм үҫмер сағы һуғыш йылдарына тура килә. Шуға күрә белемгә, һөнәргә эйә була алмай; Әләгәҙ урта мәктәбендә ни бары биш класты тамамлай. 16 йәшендә хеҙмәт юлын башлай. Уның хеҙмәт кенәгәһендә ике генә яҙыу: “1954 йылда “Мәсәғүт” совхозының II бүлексәһенә эшсе итеп алына” һәм “1998 йылда хаҡлы ялға сығыуға бәйле эштән бушатыла”. Хеҙмәт стажы – 44 йыл. 1957 йылда Яраҫтауҙа тракторсы-комбайнсы курстарын тамамлай. Ул II бүлексәһенең алыштырғыһыҙ механизаторы була. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар… Совхоз баҫыу- ҙарында иртә таңдан ҡара кискә тиклем эш ҡайнай: яҙын – тракторҙа ер һөрә, сәсә; йәйен-көҙөн – комбайнда уңыш йыя. Йоҡо ла, ял да эләкмәй, тиерлек. “Хатта төшкө ашҡа ла туҡтарға ваҡыт ҡалмай ине, юл ыңғай тамаҡ ялғап йөрөнөк”, – тип хәтерләр ине ул. “Беҙ атайыбыҙҙы күрмәнек тә, – ти балалары. – Йоҡонан уянғанда ул эшкә киткән була, ятҡанда – ба-ҫыуҙан ҡайтмай ҡала”. Ул үҙен тулыһынса эшкә бағышлай. Эшһөйәрлеге һәм көсөргәнешле хеҙмәте өсөн 1973 йылда уны “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләйҙәр. 1974 йылда – “социалистик ярыш еңеүсеһе”; 1977 йылда – БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы; 1980 йыл – “1979 йылда социалистик ярыш еңеүсеһе” билдәһе; 1981 йыл – Коммунистик хеҙмәт ударнигы; 1986 йыл – Почет билдәһе ордены; 1988 йыл – “Хеҙмәт ветераны” миҙалы. Риза Сәғҙи улының тормош һәм хеҙмәт юлы –эшкә сикһеҙ тоғролоҡтоң, данлы эштәрҙең һәм кешеләргә эскерһеҙ хеҙмәт итеүҙең сағыу өлгөһө. Байтаҡ йылдар дауамында ул Оло Аҡа ауыл советы депутаты, район халыҡ суды заседателе булды. Һәр ваҡыт дөрөҫлөктө яҡланы, алдашыр-ға белмәне, вазифаһына һәм дәрәжәһенә ҡарамай, үҙ фекерен тура әйтте. Ул хеҙмәт геройы ғына түгел, ә хәстәрлекле атай ҙа, иҫ киткес ҡайны ла, иғтибарлы һәм изгелекле олатай ҙа булды. Ейән-ейәнсәрҙәрен өҙөлөп яратты. Ҡәйнәбеҙ Сәкинә Хажиәхмәт ҡыҙы менән 55 йыл-ға яҡын ғүмер кисерҙеләр, дүрт ул үҫтерҙеләр. Ул барыбыҙға ла терәк һәм таяныс булды, һәр ваҡыт ихлас ҡаршы алды, оҙатты, беҙҙең өсөн борсолдо, күңел йылыһын өләште. Беҙ уға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ һәм беҙҙең теләктәрҙе Аллаһы Тәғәлә ишет-һен, ҡәҙерле кешебеҙҙең бөтә изге эштәре теге донъяла үҙенә әйләнеп ҡайтһын ине. Уның тураһындағы яҡты иҫтәлек яҡындары һәм туғандары йөрәгендә мәңге һаҡланыр. Ида ӘХТӘРОВА,Оло Аҡа ауылы.