Үткән аҙнала район Мәҙәниәт һарайының спорт залында Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө уҙҙы.
Йәштәргә сәләмләү һүҙҙәре һәм теләктәр менән Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы “Өс изге” сиркәүе өлкән священнигы-архимандрит Арсений, райондың йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса мөхтәсиб ярҙамсыһы Закирйән хәҙрәт Ғатауллин һәм райондың Афғансылар союзы рәйесе Рәзил Асбапов мөрәжәғәт итте. Улар билдәләүенсә, армияла хеҙмәт итеү – ул патриотизм, дисциплина һәм ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыу юлын табыу кеүек иң яҡшы кешелек сифаттарын формалаштырыу мәктәбе. Был сифаттар һәр йәш кешенең тормошонда терәк булырға тейеш.
Сарала уҡыусылар, студенттар һәм призывниктар ҡатнашты. Һынау программаһына оҙонлоҡҡа һикереү, турникта тартылыу, Калашников автоматын ваҡытҡа һүтеү һәм йыйыу инде.
Егеттәр үҙҙәренең спорт оҫталыҡтарын күрһәтте, ГТО нормативтарын үтәне һәм дәрт, ыңғай эмоциялар алды. Нормативтарҙы Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе ҡарамағындағы ГТО үҙәге вәкилдәре ҡабул итте.
Шул уҡ көндө район Мәҙәниәт һарайына “Йәнде дауалаусылар. Бөтә ғаилә менән– концертҡа” проекты менән килгән Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Рәмил Бәҙәмшиндың сағыу концерт номерҙары байрам атмосфераһы тыуҙырҙы. Проект мәҙәниәт һәм сәнғәт аша арт-терапия һәм мәҙәни реабилитация ярҙамында эмоциональ арыуҙы иҫкәртеү маҡсатында һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, социаль өлкә хеҙмәткәрҙәренә, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Сәнғәт оҫталарының матур концерты, рәссам менән берлектә мауыҡтырғыс художестволы оҫталыҡ дәрестәре, бик күп позитив эмоциялар һәм яҡшы кәйеф – былар барыһы ла беҙҙең ҡиммәтле һәм алмаштырғыһыҙ табиптарҙың һәм уҡытыусыларҙың хеҙмәт көнөн сағылдырыу, сағыу һәм ыңғай тәьҫораттар менән тултырыу өсөн.
Проект сараһында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Бәҙәмшин, Айгиз Хәсәнов һәм Гөлдәр Ғиниәтуллина, шулай уҡ рәссам, hand-made оҫтаһы Любовь Чистякова ҡатнашты.
Уҙған ял көндәрендә быйылғы хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың беренсе төркөмө армияға юлланды – ике егет республика йыйылыу пунктына оҙатылды (һүрәттә). Унан егеттәрҙе хеҙмәт урындарына ебәрәсәктәр.
Екатерина ӘМИРОВА.