Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәрби саҡырылыш
19 Апрель , 12:10

Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө

Ватанға бурыс, намыҫ, хеҙмәт итеү – хәрби хеҙмәт мотивацияһының төп өлөшө. Әлбиттә, был һәр ир-егет өсөн мөһим тормош мәктәбе, сөнки ерҙә Ватанды һаҡлауҙан да яуаплыраҡ эш юҡ. Шуға күрә Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө күптән инде йолаға әүерелгән. Йылына ике тапҡыр – яҙын һәм көҙөн – егеттәребеҙҙе тантаналы армияға оҙаталар.

Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө
Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө

Сара 16 апрелдә район Мәҙәниәт һарайында уҙҙы, унда бер нисә тиҫтә кеше ҡатнашты. Уға ошо көндәрҙә Ватанға хеҙмәт итергә юлланасаҡ йәштәр һәм Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ ауылы филиалы студенттары саҡырылды.
Сара ГТО нормаларын тапшырыуҙан башланды, унда ҡатнашыусылар бер минут эсендә кәүҙәне салҡан ятҡан ерҙән күтәреү, ятҡан килеш ҡулдарҙа күтәрелеү, 16 килограмлыҡ гер күтәреү кеүек һынауҙарҙа үҙҙәренең оҫталығын, физик әҙерлеген, сыҙамлығын тикшерҙе.
Судьялар командаһы вәкилдәре уларҙың һөҙөмтәләрен ярыш протоколына индерҙе.
Артабан район Мәҙәниәт һарайының бәләкәй залында Дыуан, Салауат һәм Мәсетле райондарының хәрби комиссары, подполковник Рәфис Фәтихов йәштәргә теләктәрен еткерҙе. Ул егеттәргә лайыҡлы хеҙмәт итеүҙәрен, хәрби белгеслек алып ҡайтыуҙарын теләне.
Шулай уҡ хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илнур Вәлиев, Мәсетле районы мөхтәсибе вазифаһын башҡа-рыусы Айрат Борханов, архимандрит Арсений, Республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәт-методик үҙәге төньяҡ филиалының юғары категориялы педагог-психологы Гөлнара Шәйхелисламова сығыш яһаны.
Илнур Вәлиев район хакимиәтенең дипломдарын ГТО нормаларын тапшырыуҙа иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән егеттәргә тапшырҙы. “16 килограмлыҡ герҙе күтәреү” номинацияһында өсөнсө-дүртенсе урындарҙы – Әлмир Ҡыямов һәм Кирилл Закирйәнов, икенсе урынды – Владислав Исмәғилев һәм беренсе урынды Тимур Байтимеров алды. “Кәүҙәне күтәреү” номинацияһында Рузель Иҡсанов – өсөнсө, Евгений Закиров – икенсе, Таһир Ғәйнетдинов беренсе урынға лайыҡ булды. “Турникта күтәрелеү” номинацияһында Евгений Закиров – өсөнсө, Данил Вәисов – икенсе, Тимур Байтимеров беренсе урын алды. “Ятҡан килеш ҡулдарҙа күтәрелеү” номинацияһында өсөнсө урында – Рәмис Шәрипов, икенселә – Таһир Ғәйнетдинов һәм беренсе урында – Данил Вәисов.
Район Мәҙәниәт һарайы артистары егеттәр өсөн музыкаль номерҙар әҙерләгән.
Нурания ӘБДРӘХИМОВА.

Автор: