21 апрелдә районда традицион “Хәрби хеҙмәткә алыныусы көнө” уҙҙы. Уны район хакимиәтенең спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге, Йәштәр үҙәге, мәҙәниәт бүлеге ойошторҙо.
Хеҙмәткә алыныусыларҙың физик әҙерлеген тикшереү өсөн район Мәҙәниәт һарайы спорт залында гер спорты һәм турникта тартылыу буйынса ярыштар ойошторолдо. Һөҙөмтәлә буласаҡ һалдаттар араһында Айнур Ҡәләмов иң етеҙе булып сыҡты.
Тантаналы сарала йәш мәсетлеләрҙе район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары, хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияһы рәйесе Гөлназ Ҡадирова сәләмләне. Ул егеттәргә лайыҡлы хәрби хеҙмәт итеүҙәрен, яҡшы, тоғро хәрби иптәштәр юлдаш булыуын, сәләмәтлек, уңыштар теләне. Ул, армияла хеҙмәт итеү – Рәсәй граждандарының төп бурысы, тип билдәләне.
Республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәт-методика үҙәге психологы Гөлнара Шәйхелисламова хеҙмәткә алыныусылар менән аутоагрессив күренештәрҙе иҫкәртеү буйынса әңгәмә уҙғарҙы һәм хәрби хеҙмәткә әҙерлек кимәлен тикшергән шаян ярыштар ойошторҙо.
Тыуған илде яҡларға китеүсе егеттәрҙе район Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре һәм райондың йәштәр хәрәкәте активистары концерт номер-ҙары менән сәләмләне.