Саҡырыу кампанияһы коронавирус инфекцияһынан вакцина ҡуйыу, шул иҫәптән хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәренә лә прививка ҡаҙау фонында үтә.
Оборона министры бойороғо буйынса, коронавирус инфекцияһынан прививка ҡуйҙырған хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәренә, шулай уҡ сирҙе үткәргән һәм ҡанында антиесемдәр барлыҡҡа килгәндәргә генә хеҙмәткә алыныусылар менән эш итергә рөхсәт бирелә.
Йыйылыу пункттарына килгән егеттәрҙең тән температураһы үлсәнә, битлек-бирсәткә режимы һаҡлана, ковидҡа тест тапшырырға тура киләсәк. Тест йыйылма пунктта ла, хәрби часта ла уҙасаҡ. Егеттәргә хәрби комиссариатта бирелгән шәхси гигиена предметтары һәм битлектәр менән махсус контейнерға ҡулды дезинфекциялау сараһы ла һалына. Ҡораллы Көстәрҙе тулыландырыу-сылар часть ҡарамағына килгәс, ике аҙналыҡ карантин уҙасаҡ.
Егеттәрҙе тантаналы рәүештә хәрби хеҙмәткә оҙатыуға ла сикләү ҡаралған. Пандемия шарттарын иҫәпкә алып, бөгөн хеҙмәткә күмәкләп ебәреү, туғандары, ветерандар ҡатнашлығында тантаналы оҙатыу тыйыл-ған.
Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе ташыуға айырым иғтибар бүленә – барлыҡ транспорт юлға сығыр алдынан зарарһыҙландырыу саралары менән эшкәртелә. Уларҙы халыҡ менән бәйләнешкә сығармау өсөн айырым вагон йәиһә хәрби эшелон менән ташыу ҡаралған.