Калашников автоматын һүтеү-йыйыу бөтә төр ғәскәрҙәр өсөн дә мотлаҡ нормативтарҙың
Нимә ул армия? Ул тормош мәктәбе, уны үткән әле бөтөнләй йәш кенә үҫмер малайҙар үҙ илен, йортон, туғандарын яҡларға әҙер тороусы ысын иргә әйләнә. Һәр яҙ һәм көҙ һайын бөтә илдән меңәрләгән йәш призывник Тыуған илгә хеҙмәт итергә китә.
Буласаҡ Ватан һаҡсылары үҙҙәрен сыҙамлылыҡҡа, көскә һәм тап-ҡырлыҡҡа һынаған Призывник көнө улар өсөн ысын байрамға әүерелә. Сараны ойоштороусылар – Мәсетле районы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге, район хәрби комиссариаты, Йәштәр үҙәге һәм “Юнармия” бөтә Рәсәй хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәтенең Мәсетле бүлексәһе.
Район Мәҙәниәт һарайының спорт залында Мәсетле егеттәре Калашников автоматын һүтеп-йыйыуҙа, турникта күтәрелеүҙә һәм гер күтәреүҙә көс һынашты. Ҡатнашыусылар үҙҙәренең саялығын һәм көндәлек ауыр һалдат тормошона әҙерлектәрен күр-һәтте.
Призывник көнөнөң тантаналы өлөшөндә новобранецтарға Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин мөрәжәғәт итте. Ул лайыҡлы хеҙмәт итергә, ниндәй генә ғәскәр төрөн тулыландырыуҙарына ҡарамаҫтан, илебеҙҙе ҡаһармандарса һаҡларға өндәне.
Шулай уҡ теләктәре менән Дыуан, Мәсетле һәм Салауат райондары хәрби комиссары Рәфис Фәтихов, сиркәү архимандриты Арсений, Мәсетле районы имам-мөхтәсибе Азамат хәҙрәт Вәлиев, район Советы депутаты Алмаз Әхмәҙиев, хәрби хеҙмәт ветераны Юрис Сафиуллин сығыш яһаны.
Сара һуңында спорт буйынса бәйгеләрҙә иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән призывниктарҙы билдәләп үттеләр. Калашников автоматын (АК-74) һүтеп-йыйыуҙа (40 секунд) һәм турникта күтәрелеүҙә (21 тапҡыр) Александр Васин һәм гер күтәреүҙә Максим Власовец (110 тапҡыр) иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: быйылғы яҙғы призыв – 26 майҙан 7 июнгә тиклем. Призывниктар төрлө-төрлө: ҡоро ер, ракета, космос, диңгеҙ пехотаһы, росгвардия һәм нацгвардия ғәскәрҙәрен тулыландырасаҡ.