

Мәсетле районы абруйын ярышта Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Ямалетдиновтар ғаиләһе яҡланы. Яҡташтарыбыҙ өсөн сара ныҡлыҡҡа, сыҙамлыҡҡа һәм бер-береңә ярҙам итеүгә һынау булды. Улар, бер юлы ун ике ҡатмарлы этаптың дүртәүһенең призерҙары иҫәбенә инеп, был һынауҙы намыҫлы уҙҙы.
Илһөйәр менән Салауат Ямалетдиновтар ғаиләһе үҙҙәрен төрлө яҡлап күрһәтә алды. Уларҙың копилкаһында осраҡлы миҙалдар юҡ – һәр береһе ныҡышмалы көрәштә яуланған.
Беренсе урынды “Граната ырғытыу” конкурсында алдылар. Бында физик көс кенә түгел, ә камиллыҡ, һалҡын ҡан һәм теүәл күҙ үлсәме талап ителә.
Икенсе урын – “Пилотһыҙ һауа судноһы менән идара итеү”ҙә. Был юғары технологиялы этап бөгөн ил именлеген тәьмин итеүҙә төп роль уйнаған техниканы ышаныслы үҙләштереп, мәсетлеләрҙең заман менән бергә атлауын күрһәтте.
Өсөнсө урынды “Утлы әҙерлек” этабында яуланылар. Атыу һәр ваҡыт Рәсәй хәрби мәктәбенең визит карточкаһы булды. Хәрәкәттәрҙең аныҡ булыуы, тын алыуҙы контролдә тота белеү һәм ныҡлы ҡул ғаиләгә почетлы бронза алып килде, шулай уҡ өсөнсө урын – “Интеллектуаль эштәр”ҙә. Еңеү мускул көсө менән генә түгел, аҡыл көсө менән дә яуланды. Ватан тарихын, хәрби уставтарҙы һәм тактика нигеҙҙәрен яҡшы белеү Ямалетдиновтарға теоретик турҙа өсөнсө урын алырға мөмкинлек бирҙе.
Бындай һөҙөмтә әҙерлектең юғары кимәле, берҙәмлек һәм кәңәшләшеп эшләй белеү хаҡында һөйләй. Ямалетдиновтар ғаиләһе командала бер-береһен һәр этапта страховкалай алыуын иҫбатланы: ҡайҙалыр мәргән уҡсы булыуы, ә ҡайҙалыр – оло быуындың аҡыллы кәңәше йәиһә йәштәрҙең яңы ҡарашы ярҙамға килә.
“Патриот” паркындағы ярыш ғаилә спортының характер тәрбиәләүен, яуаплылыҡҡа өйрәтеүен һәм быуындарҙың өҙлөкһөҙ бәйләнешен нығытыуын тағы бер тапҡыр күрһәтте. Атаһы улын ҡорал менән эш итеү күнекмәләренә өйрәтһә, әсәһе хәрби рухты хуплаһа, ә балаһы ата-әсәһен дрон менән идара итеүҙә отҡорлоғо менән ғәжәпләндерһә – нәҡ шул саҡта дәүләтебеҙҙең ҡеүәтен тотоп торған йәмғиәт ячейкаһы тыуа.
Светлана СЕРГЕЕВА
әҙерләне.