Осрашыуҙы яугир махсус хәрби операция тарихын һөйләүҙән башланы. Рәсәй хәрби хеҙмәткәрҙәренең ҡаһарманлыҡтары тураһында бәйән итте. Шулай уҡ армияла хеҙмәт итеү кәрәклеге, Тыуған илгә һөйөү, халыҡ алдындағы хеҙмәт бурысын үтәү тураһында һөйләштеләр.
Яугир үҙе ирекмән булып киткән. Уға ДНР һәм ЛНР-ҙың күп урындарында хеҙмәт итергә тура килә.
Балалар яугирҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы, етди һорауҙар бирҙе. Һөйләшеүҙә беҙҙең һалдаттарға тылдан килгән ярҙам темаһы күтәрелде.
– Яҡташтарҙың йылы эстәлекле хаттары, тыуған яҡтан посылкалар һәр хәрби хеҙмәткәрҙең күңелен йылыта, хәрби рухын күтәрә, – тип билдәләне яугир. – Был бик мөһим һәм кәрәкле эш.
Осрашыу барыһы өсөн дә тулҡынландырғыс һәм иҫтәлекле булды. Бындай саралар ил өсөн ғорурлыҡ, патриотизм тойғоһо тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Конкрет миҫалдарҙа тәрбиәләнеүселәр ысын геройҙарҙың янда йәшәүен, батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ, Ватанға һөйөү өлгөһөн күрә. Осрашыу аҙағында үҫмерҙәр яугирҙың батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе.
Фиҙаҡәрлеге, батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн “Аждаһа” Батырлыҡ орденына, Росгвардияның “Ҡатнашҡан өсөн” миҙалына лайыҡ, шулай уҡ РФ Ҡораллы Көстәренең Юғары баш командующийы Владимир Путиндың Рәхмәт хаты менән наградланған.
Йонос
Күптән түгел Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының II дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған “Ҡытай” шартлы исемле яугир ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтты.
Хәрби хеҙмәткәрҙе Йонос ауыл биләмәһе башлығы Рәүф Ниғмәтуллин, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм ауылдаштары ҡаршы алды. Улар яугирҙы ҡымыҙ һәм бауырһаҡ милли башҡорт ризыҡтары менән һыйланы.
Ул шулай уҡ туған мәктәбендә булды, уҡыусылар менән аралашты, һорауҙарына яуап бирҙе.
– Хаттарығыҙ беҙҙең күңелде йылыта. Беҙ уларҙы бер нисә тапҡыр уҡып сығабыҙ, – тип билдәләне “Ҡытай”.
Яңы Мөслим
Яугирҙың уҡыусылар менән осрашыуы йәнле әңгәмә форматында уҙҙы. Уҡыусылар ут һыҙығында һалдаттарҙың ҡайҙа йәшәүе һәм нисек туҡланыуы, балалар хаттарына нисек ҡарауҙары, хәрбиҙәргә уларҙың барып етеүе тураһында һорауҙар бирҙе.
– Был – төрлө быуын вәкилдәренең ябай һөйләшеүе генә түгел, ә тарихтағы мөһим ваҡиғаларҙа ҡатнашҡан кешенең үҙенән ошо хаҡта ишетеп белеү мөмкинлеге лә, – ти уҡыусылар.
Яҡшы һәм һөҙөмтәле дәүләт граждан хеҙмәте өсөн яугир Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының II дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалына лайыҡ.
Яугирҙар менән осрашыу балалар өсөн тулҡынландырғыс һәм иҫтә ҡалырлыҡ булды. Уҡыусылар ҡунаҡтарҙы бик иғтибар менән тыңланы, аныҡ миҫалда геройҙарҙың улар менән йәнәш йәшәүен, батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, Ватанға һөйөү, патриот һәм ысын Рәсәй гражданы сифаттарын күрҙе. Осрашыу аҙағында уҡыусылар яугирҙарға батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе.
Ләйсән АБЗАНОВА
әҙерләне.