Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Хәрби-ялан йыйыны

Оло Ыҡтамаҡ ауылында “Александр Невский” казак хәрби-патриотик клубы тәрбиәләнеүселәре өсөн 32 бала һәм биш педагог ҡатнашлығында ике көнлөк хәрби-ялан йыйыны үтте.

Хәрби-ялан йыйыны
Хәрби-ялан йыйыны

Палатка лагеры район һабантуйы яланында ойошторолдо. Балалар лагерҙы нисек дөрөҫ ҡорорға, палаткалар ҡуйырға, усаҡ яғырға өйрәнде, утын әҙерләне.
“Штаб” янында ҡарауыл ойошторолдо. Ялан кухняһы эшләне.
Мәсетле районы дин әһелдәре – архимандрит Арсений һәм мөхтәсиб ярҙамсыһы Закирйән Ғатауллин үҫмерҙәр менән төрлө темаларға һөйләшеү үткәрҙе, һуңынан архимандрит Арсений ҡул һуғышы буйынса күнекмәләр үткәрҙе.
Кисен Валентина Сизова һәм Юрий Дегтярев балалар һәм өлкәндәр менән йырҙар йырланы, ҡараңғы төшкәс рәхәтләнеп дискотекала бейенеләр.
Клуб тәрбиәләнеүселәре өсөн икенсе көн иртәнге зарядканан башланды, унан һуң иртәнге аш ойошторолдо. Төшкә табан йәш кадеттар һәм казактар өсөн спорт, команда ярыштары үтте. Улар, өс командаға бүленеп, үҙ-ара ярышты: сәпкә пневматик винтовканан һәм уҡтан аттылар, АК-74 автоматын тиҙлеккә һүттеләр һәм йыйҙылар, арҡан тарттылар, танк макеты буйынса граната ташланылар, ҡаршылыҡтар һыҙатын үттеләр.
Еңеүселәр “Александр Невский” хәрби патриотик клубы грамоталары менән бүләкләнде, үҙҙәренең шәхси һәләттәрен күрһәткән айырым ҡатнашыусылар ҙа грамоталар алды. Ярыштан һуң балалар имам-мөхтәсиб Азамат хәҙрәт Вәлиев әҙерләгән былауҙан ауыҙ итте. Сараны тәрбиәләнеүселәрҙең ата-әсәләре иғәнәһенә “Александр Невский” казак хәрби-патриотик клубы ойошторҙо.
Бындай йыйылыштар үҫмерҙәрҙең иғтибарын физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеүгә, армияла хеҙмәт итеү өсөн кәрәкле оборона әҙерлеге буйынса белемде, оҫталыҡты һәм күнекмәләрҙе киңәйтеүгә һәм тәрәнәйтеүгә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән, әхлаҡи-психологик сифаттарҙы үҫтерә, тактик һәм хәрбиләштерелгән уйындар аша команда рухын һәм берҙәмлеген формалаштыра. Балалар тәбиғәт шарттарында кәрәкле тормош күнекмәләре алды, экстремаль хәлдәрҙә үҙҙәрен тотоу ҡағиҙәләрен өйрәнде, шулай уҡ ял итте һәм бер-береһе менән иркенләп аралашты.
Наталья РУСИНОВА.

Хәрби-ялан йыйыны
Хәрби-ялан йыйыны
Автор:Лариса Михалькова