Бөтә яңылыҡтар

Хәйерле сәғәттә, һалдат!

Районда хәрби хеҙмәткә алыныусы көнө уҙҙы.Хәрби хеҙмәткә алыныусы егеттәр физик әҙерлектәрен: сыҙамлылыҡ, көс һәм таҫыллыҡтарын күрһәтте. Сараны район хакимиәтенең халыҡ менән эшләү һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге, хәрби комиссариат, Йәштәр үҙәге, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе ойошторҙо.

Хәйерле сәғәттә, һалдат!
Хәйерле сәғәттә, һалдат!

Мәсетле егеттәре спорт залында оҙонлоҡҡа һикереү, турникта тартылыу, гер күтәреү һәм иҙәндән күтәрелеү буйынса ярышты. Ҡатнашыусылар ауырлыҡтар алдында ҡурҡып ҡалмауҙарын, еңел булмаған һалдат тормошона әҙер икәнлектәрен күрһәтте.
Йәштәр үҙәгендә уҙған тантаналы сараның икенсе өлөшөндә район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альберт Сәғҙәтов хәрби хеҙмәткә алыныусыларға лайыҡлы хеҙмәт итеүҙәрен теләп мөрәжәғәт итте. Ул егеттәрҙең ниндәй генә ғәскәргә эләгеүенә ҡарамаҫтан, намыҫлы хеҙмәт итергә, тыуған илде ҡыйыу һаҡларға саҡырҙы.
Шулай уҡ сараға Украиналағы махсус операцияла ҡатнашыусы Вадик Бәҙретдинов саҡырылды, уға йәштәр үҙәге директоры Лилиә Орлова иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Ярышта яҡшы һөҙөмтә күрһәткән хәрби хеҙмәткә алыныусы егеттәр “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе грамотаһы менән наградланды.
Гер күтәреүҙә Артур Әхмәҙуллин иң көслөһө тип танылды һәм беренсе урынға лайыҡ булды. Икенсе урынға Дан Крашенинников сыҡты, өсөнсө – Талип Моталов.
Турникта күтәрелеүҙә Талип Моталовҡа етеүсе булманы, икенсе – Вилнар Әхмәтов, өсөнсө – Рәмзил Низамов.
Иҙәндән күтәрелеүҙә: беренсе урын – Дан Крашенинниковта; икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Мортаза Рәхимов, Денис Закиров һәм Руслан Рәхмәтуллин бүлеште.
Шулай уҡ юғары категориялы педагог-психолог Гөлнара Шәйхелисламова хеҙмәткә алыныу- сыларға теләктәрен еткерҙе.
Тыуған илде һаҡларға юлланыусы егеттәрҙе район Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре концерт номерҙары менән сәләмләне.
Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова