Экскурсия ҡан өҫтөндәге ғибәҙәтханалағы батша ғаиләһе Романовтарҙың музей комплексын ҡарауҙан башланды. Киләһе маршрут “Ҡара тюльпан” мемориалында булды, унда яуҙа һәләк булған совет һалдаттарын иҫкә алдылар.
“Шурави” музейында балалар экспонат, фото-, видеоматериалдар менән танышты, гид-интернационалистың лекцияһын тыңланы.
Сәфәр ҙур тәьҫораттар ҡалдырҙы һәм ҡыуандырҙы. Бөгөнгө еңел булмаған ваҡытта үҫеп килгән йәш быуынды тәрбиәләүҙә патриотизм тойғоһо ҙур роль уйнай.
Фәһемле сәфәрҙе яугир-интернационалист Владимир Крючков ойоштороп, финанс ярҙамы күрһәтте. Район хакимиәте һәм мәҙәниәт бүлеге автотранспорт бүлде.
Редакциянан: Шурави – Афғанстанда һуғышҡан совет һалдаттары.
Надежда ГАЛАНОВА.