Бөтә яңылыҡтар

Армия мәктәптән башлана

Хәрби хеҙмәт йәшендәге һәр егет армияға үҙен алдан әҙерләргә тейеш. Ошо маҡсатта традиция буйынса районда май һуңында биш көнлөк хәрби-ялан йыйыны уҙғарыла.

Быйыл ундай йыйында унынсы клас- тан 25 егет һәм туғыҙ етәксе – йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусылары ҡатнашты.

Хәрби йыйын менән етәкселек итергә Әләгәҙ мәктәбенең йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы Александр Трафимов тәғәйенләнде. Лагерь Оло Аҡа ауылында урынлашты.

Егеттәр теория буйынса әҙерлекте дәрестәрҙә алды. Йыйындың төп бурысы – ошо дәрестәрҙә алынған белемдәрҙе тәжрибәлә нығытыу. Лагерҙағы шарттар һалдат тормошона яҡынайтып ойошторол-ғайны: тревога буйынса тороу, строй әҙерлеге, уҡыу атыуҙары, күнекмәләр. Көн тәртибе 20 пункттан тора ине.

Уҡыу-ялан йыйындарында иң яҡшы уҡыусылар тип табылдылар: Константин Игнатьев (1-се урын, Башҡорт гимназияһы), Айнур Абдулхаков (2-се урын, Башҡорт гимназияһы), Данис Хөснөтдинов (Оло Ыҡтамаҡ лицейы).

Биш көн дауамында хәрбиҙәр тормошон тойоп, буласаҡ һалдаттар армияның ысын ир-егеттәр өсөн икәнлегенә инанды. Бында хәрби хеҙмәт нигеҙҙәренә өйрәтеп кенә ҡалманылар, дисциплинаға, сыҙамлыҡҡа, бер-береңә ярҙам итергә, ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыу юлын табырға һәм үҙ аллы ҡарар ҡабул итергә өйрәттеләр.