Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
8 Август 2025, 11:40

Һаҡ булығыҙ: мутлашыусылар!

Һәр мәғлүмәт сараларында мутлашыусылар тураһында хәбәрҙәр йыш булып тора, әммә уларҙың “тоҙағына” эләгеүсе кешеләр күп. Августың беренсе аҙнаһы ғына тамамлана, әммә ошо ваҡыт эсендә генә лә мутлашыусылар Мәсетле районы халҡын 1966600 һумға алдаған.

Һаҡ булығыҙ: мутлашыусылар!
Һаҡ булығыҙ: мутлашыусылар!

“Хәүефһеҙ иҫәп”
Эске эштәр министрлығының Мәсетле районы буйынса бүлеге хәбәр итеүенсә, 25 июндең иртәнге сәғәт 11-ҙә мутлашыусы “Башэнергосбыт” белгесе булып танышып, 64 йәшлек пенсионер ҡатынға мессенджер аша сыға. Ул счетчикты алмаштырырға һәм килгән дүрт һанлы кодты атарға кәрәклеген әйтә. Ҡатын ышанып һандарҙы атай. Биш минуттан һуң уға икенсе номерҙан шылтыратып, “Роскомнадзор” хеҙмәткәре булып, быға тиклем уның мутлашыусылар менән аралашҡанын һәм хәҙер уны хәүефһеҙлек белгесе менән бәйләйәсәктәрен әйтәләр. Үҙ сиратында был “белгес”, мутлашыусылар ҡатындың шәхси мәғлүмәттәрен үҙләштергәнен, “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсереү юлы менән бөтә аҡсаһын уларҙан ҡотҡарырға кәрәк икәнлеген хәбәр итә. Төш ваҡытында ҡатын бөтә вкладтарынан йыйылған аҡсаһын ала, өҫтәүенә “белгес”, әгәр банк хеҙмәткәрҙәре: “Ни өсөн аҡса алаһың?” – тип һорай башлаһа, “Ремонт йәиһә ҡыйыҡты ябыу өсөн”, – тип яуап бирергә кәрәк, тип иҫкәртә… Ҡатын аҡсаны ҡулына алғас, “белгес” унан үҙенә “һин” тип мөрәжәғәт итеүен һорай, ә ул уға “әсәй” тип мөрәжәғәт итәсәк. Һөҙөмтәлә ул ҡорбаны менән һәр ваҡыт бәйләнештә була һәм банкомат аша “хәүефһеҙ иҫәпкә” аҡса һалырға өйрәтә. Аферистар уның 970 мең һумдан ашыу шәхси аҡсаһын тартып ала.

“Инвестициялар”
Алдау ошолай башлана: мутлашыусылар граждандарға шылтыратып, кешеләргә тиҙ, ә иң мөһиме – акцияларға һәм биржала уйнауға минималь аҡса һалып, иҫ киткес ҙур эш хаҡы тәҡдим итә. Кемдер баш тарта, әммә күптәр ризалаша. Иң мөһиме – мутлашыусылар “тоҙаҡҡа” эләккән ҡорбаны менән даими бәйләнештә тора. Улар дәрестәр менән видеояҙмалар ебәрә, унда фоторедактор ярҙамында ҡорбандың шәхси кабинетынан фотоларын ҡулланып, ҙур табыш сағылдырып, аҡсаны нисек еңел һәм ҙур файҙа менән иҫәпкә һалырға мөмкинлеген күрһәтә.
53 йәшлек ҡатын да ошо “тоҙаҡҡа” эләгә, мутлашыусылар уны бер айҙан ашыу эшкәртә. Тәүҙә уға ҡыҙ шылтырата, үҙен “Газпромбанк” хеҙмәткәре тип таныштыра һәм инвестициялар менән шөғөлләнергә тәҡдим итә. Өгөтләүҙәрҙән һуң яҡташыбыҙ ризалаша һәм “ялған” хеҙмәткәр күрһәтмәһе буйынса үҙенең телефонына “Web3” ҡушымтаһын өҫтәй, башта 1000 һум, һуңынан 7000 һумдан ашыу аҡса индерә. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: инвестициялар менән мутлыҡ схемаларын тормошҡа ашырыу өсөн, енәйәтселәр ялған веб-ресурстар, социаль селтәрҙәрҙә һәм мессенджерҙарҙа аккаунттар булдыра, шулай уҡ инвестиция проекттарын һәм биржаларҙы имитациялаған ҡушымталар эшләй. Ялған инвестиция платформаһында балансты тулыландырғандан һуң, ҡорбан графикта капиталдың артыуын күрә, тиҙҙән был яңы инвестициялар талап иткән котировкаларҙың түбәнәйеүенә алмашына.
Бер аҙҙан уның кураторы бәйләнешкә сыға, аралашыу мессенджерҙа хат менән дә, видеоэлемтә аша ла үтә, шулай уҡ инвестициялар менән шөғөлләнгән башҡа кешеләр ҡатнашлығында видеоконференция була.
Һөҙөмтәлә мутлашыусылар ҡатынды беҙҙең районда бүлексәһе булмаған банкта 977000 һумлыҡ кредит (милек залогы аҫтында) алырға күндерә, ул кураторҙың күрһәтмәһе буйынса кредит алыу һәм инвестицияға һалыу өсөн Өфөгә юллана. Куратор ҡатындың бөтә ғәмәлдәре менән етәкселек итә, һөҙөмтәлә ул күрһәтелгән иҫәпкә 970000 һум аҡса күсерә. Дүрт көндән һуң “инвестиция” платформаһының именлек хеҙмәтенән шылтыратып, уның арҡаһында платформанан аҡса сығарыу кире ҡағылғанын, әммә аҡсаны сығарырға мөмкин булған ышаныслы кешене табырға мөмкинлеген әйтәләр һәм яңы бәйләнеш һандарын бирәләр. Ҡатын артабан аҡса сығарыу тураһында куратор менән хатлаша. Һуңынан куратор уға шылтыратып, уға аҡса бирергә тейешлеген әйтеп янай башлай. Ҡатын полицияға мөрәжәғәт итә.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар граждандарҙы телефон аша таныш булмаған кешеләр биргән инструкцияларға буйһонмаҫҡа, шулай уҡ иҫәптән аҡса алып сит иҫәпкә күсереү, ниндәй ҙә булһа акциялар һатып алыу, компьютерға йәиһә кеҫә телефонына теләһә ниндәй ҡушымталар ҡуйыу хәүефле булыу тураһында иҫкәртә.
Эльвира РАМАЗАНОВА әҙерләне.

Автор: