Мәсетле тормошо
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
16 Октябрь , 09:35

Водитель танытмаһынан мәхрүм итеү тураһында законға ҡул ҡуйлды

Рәсәйҙә водителдәрҙе автомобиль номерҙарын йәшергән өсөн танытманан мәхрүм итәләр. Президент Владимир Путин ҡул ҡуйған документ хоҡуҡи акттар порталында баҫылған.

Водитель танытмаһынан мәхрүм итеү тураһында законға ҡул ҡуйлды
Водитель танытмаһынан мәхрүм итеү тураһында законға ҡул ҡуйлды

Номерҙы билдәләргә мөмкинлек бирмәгән йәки уны үҙгәрткән ҡоролмаларҙы ҡулланған өсөн приборҙы тартып алып, бер йылдан алып йыл ярымға тиклем танытманан мәхрүм итеү ҡаралған.

Ҡабаттан номерһыҙ машинала йөрөгән, номерҙы ҡаплаған материалдар ҡулланған өсөн дә шунса ваҡытҡа водитель танытмаһы тартып алына.

Федераль закон рәсми баҫылып сыҡҡан көндән көсөнә инә.

Әлегә тиклем номерҙы ҡаплаған өсөн водителдәрҙе бер айҙан өс айға тиклем йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм итәләр ине.

Фото
 
Автор: