Мәсетле тормошо
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Хәрбиҙәрҙе алдайҙар: Рәсәй банкы мутлашыуҙың яңы схемаһы хаҡында иҫкәртә

Мутлашыусылар хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе һәм уларҙың туғандарын алдай башлаған. Рәсәй банкы «хәүефһеҙ» иҫәп тураһында популяр легенданы яңыса файҙаланыуҙары хаҡында иҫкәртте.

Хәрбиҙәрҙе алдайҙар: Рәсәй банкы мутлашыуҙың яңы схемаһы хаҡында иҫкәртә
Хәрбиҙәрҙе алдайҙар: Рәсәй банкы мутлашыуҙың яңы схемаһы хаҡында иҫкәртә

СХЕМА БУЙЫНСА ЭШЛӘЙҘӘР

Телефон аферистары потенциаль ҡорбандарына шылтыратып йәки яҙып,  уларҙың тәьминәтенән Рәсәй Президенты указына ярашлы хәрби хеҙмәткәрҙәргә тейешле бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең — 195 мең аҡсаның тотоп ҡалыуҙарын хәбәр итә. Сәбәбе — хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә тәртип боҙоу йәки дисциплинар шелтә. Ышаныслыраҡ булһын өсөн мутлашыусылар мессенджерға Рәсәй Оборона министрлығының финанс тәьминәте департаменты бойороғоноң «күсермәһен» ебәрә.

Аҡсаны тотмаһындар өсөн мутлашыусылар хәрби хеҙмәткәргә йәки уның туғандарына карталағы аҡсаны хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә ҡуша, һуңынан аҡсаны кире ҡайтарырға вәғәҙәләй.

Аҡсаны алғас, телефон аферистары юғала.

НИСЕК МУТЛАШЫУСЫЛАР ТОҘАҒЫНА ЭЛӘКМӘҪКӘ?

Әгәр һеҙгә шикле номерҙан шылтыратһалар, һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ.

Шуны онотмағыҙ: «хәүефһеҙ» («махсус») иҫәптәр юҡ. Ысынында иһә мутлашыусылар үҙҙәренең иҫәп реквизиттарын әйтә.

Аҡсаға бәйле барлыҡ һорауҙар менән банкка шәхсән мөрәжәғәт итегеҙ. Телефон номерын рәсми сайтта һәм түләү картаһының икенсе яғында табырға мөмкин.

Бынан алдараҡ Башҡортостанда йәшәүселәрҙе үҙҙәрен тәфтишселәр тип таныштырған мутлашыусылар тураһында иҫкәрткәйнеләр.

Фото:Ксения Калинина

Автор: