Бөгөн көндөҙ ашығыс хеҙмәттәргә Белорет ҡалаһында Тюленин урамында ике кеше гараждан сыға алмай тигән хәбәр килә. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, урынға шунда уҡ уларҙың ҡотҡарыусылары йүнәлтелә.
Улар килеп етеүгә 1958 йылғы ирҙе шаһиттар һөйрәп сығарғаны асыҡлана. Икенсеһен, 1984 йылғыһын, махсус ҡорамалдар ярҙамында мөгәрәптән ҡотҡарыусылар сығара. Ашығыс ярҙам табиптары һәм ҡотҡарыусылар ирҙәргә реанимация саралары үткәреп ҡарай, тик уларҙың икеһе лә һәләк була.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, улар гаражда һөрөм газы менән ағыуланған.
Ҡотҡарыусылар иҫкәртә: мөгәрәпкә төшөр алдынан тикшерегеҙ: бинала һауа етерлекме һәм уның менән тын алып буламы? Аҫҡа төшкән саҡта билегеҙгә бау бәйләгеҙ, икенсе осон өҫтәге кешегә ҡалдырығыҙ. Кәрәк булһа, ул һеҙҙе һөйрәп аласаҡ.
Әгәр яҡындарығыҙ менән мөгәрәптә фажиғә була икән, үҙ хәүефһеҙлегегеҙҙе уйламай ярҙамға ташланмағыҙ. Мотлаҡ янығыҙҙа кеше булһын.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәте.