Бер көн танышым шылтыратып, ире үлгәндән һуң фатирын үҙенә күсереүҙе юллай башлауы хаҡында әйтте. Һүҙ ыңғайында күсемһеҙ милекте рәсмиләштереү өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итеүе һәм унда ниндәй документтар һорауҙары хаҡында ҡыҙыҡһындым. Яуабы иҫ-аҡылды китәрҙе, бәғзеләрҙең кеше яҙмышына төкөрөп ҡарауы һиҫкәндерҙе.
Эш бына нимәлә: документтар исемлегендә “нотариаль ышаныс ҡағыҙы” ла бар ине. Танышыма был ҡағыҙҙың ниндәй көскә эйә икәнлеге һәм ҡайһы ваҡытта файҙаланыу кәрәклеге хаҡында аңлатып бирҙем. Уның осрағында был документтың кәрәге лә юҡ ине, сөнки ул фатир мәсьәләһен үҙе хәл итеп йөрөй. Тимәк, яңғыҙ кешенең торлағын “ҡармаҡларға” уйлаған, кеше иҫәбенә байырға теләгән әҙәм аҡтыҡтары табылған, тигән уй ҡалды күңелдә.
Шулай итеп, күсемһеҙ милекте рәсмиләштергәндә һаҡ булыу кәрәклеге хаҡында бер ҡасан да оноторға ярамай. Нотариаль ышаныс ҡағыҙы – мутлыҡ ҡылыусылар өсөн бик уңайлы документ, сөнки ул башҡа берәүгә һеҙҙең өсөн килешеүгә ҡул ҡуйыу хоҡуғын бирә, йәғни уның һеҙҙең кеүек үк хоҡуҡтары һәм бурыстары барлыҡҡа килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күсемһеҙ милек баҙарында кеше мөлкәтенә ҡул һуҙып, тиҙ генә байығып китергә теләүселәр аҙ түгел. Йәнә тағы бер нәмәне хәтерҙән сығарырға ярамай: уларҙың күбеһе нотариаль ышаныс ҡағыҙҙарын да эшләргә өйрәнгән.
Ә ҡайһы осраҡта нотариаль ышаныс ҡағыҙы талап ителә? Был хаҡта Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 185.1-се статьяһында яҙылған, йәғни закон йәки килешеү формаһы буйынса нотариаль форма талап ителгәндә ошо документ кәрәк. Нотариаль ышаныс ҡағыҙының төрҙәре лә күп. Мәҫәлән, генераль (был осраҡта вәкил үҙенә ышаныс белдергән кеше исеменән төрлө эшмәкәрлек өлкәләрендә сығыш яһай ала. – А.Н.), судта айырым кеше йәки ойошма өсөн сығыш яһау, пенсияға йәки банк иҫәбенә идара итеү хоҡуғын биргән һәм башҡалар.
Әгәр кемгәлер нотариаль ышаныс ҡағыҙы кәрәк икән, уны юллау өсөн нотариусҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Был бигерәк тә күсемһеҙ милек менән эш иткәндә мөһим. Ә бына, ҡануниәткә ярашлы, нотариаль ышаныс ҡағыҙының өс төрөн нотариус аша теркәтеү мотлаҡ. Улар – түбәндәгеләр. Беренсенән, нотариаль форма талап ителгән килешеүҙәр. Икенсенән, хоҡуҡты йәки килешеүҙе дәүләт теркәүе тураһындағы ғаризаны биргәндә, шулай уҡ дәүләт реестрында теркәлгән хоҡуҡтар менән эш иткәндә кәрәк булған нотариаль ышаныс ҡағыҙҙары. Өсөнсөнән, гражданлыҡ хәле актын дәүләт теркәүе тураһындағы таныҡлыҡты ҡайтанан алғанда мотлаҡ талап ителгән ошондай документтар. Ә был уның ысынмы, әллә ялғанмы икәнлеген асыҡлау өсөн иһә http://reestr-dover.ru сайтына инеп тикшерергә мөмкин.
Бәғзе берәүҙәр, был документ ышаныс күрһәтелгән кешене милексе итә, тип уйлай һәм яңылыша. Тағы бер нәмә хаҡында оноторға ярамай: нотариаль ышаныс ҡағыҙының һәр береһен тикшереү зарур, сөнки һеҙгә ышаныс ҡағыҙын биргән кешенең был уй-ниәтенән йәки һеҙ ышанып биргән кешенең был вәкәләттәренән баш тартыуы мөмкин. Бынан тыш, ойошманың йәки предприятиеның эшмәкәрлеген туҡтатҡан, граждандың яҡты донъя менән хушлашҡан йәки был документтың, ваҡыты үтеп, ғәмәлдән сыҡҡан булыуы ихтимал.
Абай булығыҙ!
Нотариустар үҙҙәре урынын һәм абруйын, клиенттарҙың ышанысын юғалтмау өсөн бындай шикле аҙымдарға бара һалмай. Әммә улар араһында ла намыҫһыҙҙарҙың булыуы ихтимал. Әйткәндәй, мутлыҡ ҡылыусыларҙың ҡулына кемдеңдер документтарының төп нөсхәләре эләкһә (улар уны хатта үҙҙәре лә эшләү осраҡтары була), ошо документтарҙың хужаһына оҡшаған кешене табып, нотариусҡа ебәреүе ихтимал. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тап минең танышым кеүек оло кешеләрҙе алдау уларға бер ни тормай, сөнки, законға ярашлы, паспортҡа һуңғы фотоһүрәт 45 йәштә ҡуйыла. Белеүебеҙсә, 20-30 йыл үткәс, кешенең ҡиәфәте лә үҙгәрмәй ҡалмай.
Тағы күсемһеҙ милек агентлыҡтарына, бигерәк тә яңы асылғандарына фатир һатыу-алыу мәсьәләләре менән барғанда, абай булырға кәрәк. Ундағы хеҙмәткәрҙәр, үҙҙәренең эшенән риза булған “клиенттары” ҡалдырған, рәхмәт һүҙҙәренән торған яҙмаларҙы күрһәтеп, фатирға йәки йортҡа документтарҙың төп нөсхәләрен үҙҙәрендә бер-ике көнгә ҡалдырып тороуҙы һорауы мөмкин. Улар ошо ваҡыт эсендә, күсемһеҙ милекте үҙҙәренә таныш кешегә рәсмиләштереп, ысын һатып алыусыға биреп, һеҙҙе торлаҡһыҙ ҙа, аҡсаһыҙ ҙа ҡалдырыуы ихтимал. Нисек тип һорайһығыҙмы? Бик ябай ғына: мутлыҡ ҡылыусыларҙың паспорт өҫтәлендә таныш кешеһенең эшләүе йәки ялған паспорт эшләп өлгөрөүҙәре мөмкин. Ә аҙаҡ инде башҡа документтарҙы рәсмиләштереүе лә ауыр түгел.
Фатирҙы ҡуртымға биргәндә лә һаҡ булыу ҡамасауламаҫ. Күп осраҡта килешеү төҙөлөп, паспорттың күсермәләре менән алмашалар. Ә һуңғыһын ҡалдырыу хәүефле, сөнки уның буйынса ялған паспорт эшләүҙәре ихтимал. Илдә лә күсемһеҙ милекте ҡуртымға алыусылар тарафынан әллә күпме иҡтисади енәйәт ҡылына. Әйткәндәй, илебеҙҙең ҙур ҡалаларында нотариустар асыҡлаған ялған ышаныс ҡағыҙҙары был документтарҙың 55-тән 65 процентҡа тиклемен тәшкил итә икән.
Үрҙәге хәлдәргә тарымаҫ өсөн, оҙаҡ йылдар эшләгән, халыҡ ышанысын яулаған күсемһеҙ милек агентлыҡтарына йәки риэлторҙарға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бынан тыш, нотариусһыҙ килешеү төҙөү уның законлылығын һәм асыҡлығын тәьмин итмәй. Өҫтәүенә, ҡулдан яҙылған килешеүгә ҡарағанда, нотариаль документ судта ла ҙур юридик көскә эйә. Бынан тыш, нотариус хаталанһа, клиентының матди зыянын да ҡапларға тейеш.
Нотариустарҙан тыш, тағы кемдәр ышаныс ҡағыҙын рәсмиләштерә ала? Хәрби-дауаланыу учреждениеларында, санаторий һәм госпиталдәрҙә дауаланған хәрбиҙәрҙең һәм башҡа кешеләрҙең ышаныс ҡағыҙын ошо ойошма етәкселәре рәсмиләштерә ала. Шулай уҡ хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ҡағыҙын да начальниктары раҫлай. Иркенән мәрхүм ителгәндәр ҙә ошо хоҡуҡтан файҙалана. Йәнә социаль яҡлау ойошмаларындағы үҫмерҙәрҙең дә ышаныс ҡағыҙын ошо учреждение хакимиәте дәлилләй ала.
Документтарҙың төп нөсхәләрен һәм шулай уҡ күсермәләрен кемгәлер бирергә ярамай икәнлеген дә хәтерҙән сығармағыҙ. Тағы күсемһеҙ милекте ҡуртымға биргәндә, “Росреестр”ға үҙегеҙҙең фатирығыҙҙы йәки йортоғоҙҙо һеҙҙән тыш теркәү үткәреүҙе тыйыу тураһында ғариза яҙығыҙ. Өҫтәүенә Федераль нотариаль палатаның сайтында ла ышаныс ҡағыҙының дөрөҫлөгөн тикшерергә мөмкин. Был һеҙгә кемдер фатирын һатҡан осраҡта кәрәк. Әгәр хужа тикшертеүҙән баш тарта икән, тимәк, бында шикләнергә урын бар. Шуға уйлап эш итегеҙ, документтар менән һаҡ булығыҙ.
Фото: vm.ru